НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...
Новости / Сәйәсәт // 29-03-2011, 10:11


Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...Рәсәйҙә үҙенең «киң» фекерҙәре менән билдәле Владимир Жириновский, Ливиялағы әлеге бола мосолман дине һәм гендер проблемалары менән бәйле, тип һанай.
Эш бында ислам идеологияһында түгел, ә һәр йомала мәсеткә йыйылыуҙа, имеш. Ир-аттың күмәкләшеп бер урынға тупланыуы иртәме-һуңмы майҙандарға сығыуға булышлыҡ итә, ти Жири­новский. «Мәсеткә йыйылған ирҙәр араһында хәбәр тиҙ тарала, улар тиҙ генә ойоша ала. Ә бына христиандар күпләп йәшәгән ерҙә улай түгел – ирҙәр сиркәүгә әҙ йөрөй, билдәле бер көндә йыйылыу ғәҙәте лә юҡ. Башҡортостан менән Та­тарстанда православие ме­нән ислам баланста «көн итә», был тыныс төбәктәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар күп булған Төньяҡ Кавказ иһә үҙенең тотороҡһоҙлоғон бер нисә тапҡыр күрһәтте инде», – ти Владимир Вольфович....

Донъя шаулай – йәшәй, болара, шартлай...
Новости / Сәйәсәт // 26-03-2011, 16:10


йәки Иртәгә уяныуыбыҙға күҙ алдында нимә булырын кем белә?
Был донъяла ниҙәр булып ята ул, йәмәғәт?! Йыл башынан ҡайҙа, нимәләр генә кисерелмәне – теракттарҙың дауам итеүе хәүефкә һалды, Яҡын Көнсығыштағы хәл өсөн янып-көйҙөк, Япониялағы ер тетрәү ҙә тетрәндерҙе. Һеҙгә ҡурҡыныс түгелме ул? Әле тегендә, әле бында беҙҙе күпмелер кимәлдә һиҫкәндергән ваҡиғалар булып ҡына тора. Әллә, майя индеецтары фаразлауынса, ысынлап та, заман ахыры яҡынлашамы? Эйе, бында интернет та, телевизор ҙа, башҡа киң мәғлүмәт саралары ла роль уйнай: беҙ бит һәләкәттәр, болалар хаҡында нәҡ шул сығанаҡтарҙан беләбеҙ. Был юлдарҙы уҡып та күңелдәре өшөп ҡуйғандар табылыр. Әммә сәбәптәрен белге килә. Ни өсөн тыныс ҡына йәшәй алмайбыҙ? Ниңә тәбиғәт һәләкәттәре йөҙ йылға булһа ла тынмай? Нишләп ҡайһы бер ил халыҡтары етәкселәре менән килешмәй? Улары кеше мәнфәғәтенә эшләргә тейеш тә һуң! Һорауҙар күп, ә яуапты оҙаҡ эҙләргә, тапҡас та, төшөнөргә кәрәк әле....

Ливия ут аҫтында
Новости / Сәйәсәт // 22-03-2011, 02:05


Ливия ут аҫтындаЛивияла 40 йылдан ашыу ил менән идара итеүсе Муаммар Каддафиға ҡаршылыҡ акциялары 15 февралдән бирле дауам итә. Ил халҡы ике өлөшкә бүленде. Көнбайышты Каддафи контролдә тотһа, көнсығышты баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәре тотоп тора. Көнсығыш территория менән идара итеү өсөн баш күтәреүселәр Милли совет ойоштороп, үҙҙәрен илдәге берҙән-бер законлы власть тип иғлан итә. Шул уҡ ваҡытта һуңғы көндәрҙә Каддафиҙың ғәскәрҙәре Ливияның көнсығышында киң күлә­мле операция үткәрә. Һөҙөмтәлә Рас-әл-Ануф менән Марса-әл-Бурейка кеүек ҡалалар юҡҡа сыға. Каддафи яҡлылар Милли совет урынлашҡан Бенгази ҡалаһына яҡынлаша....

Планета ниңә тыныс түгел?
Новости / Сәйәсәт // 19-03-2011, 13:48


Һуңғы йылдарҙың тәбиғәт ҡазаларын, һәр төрлө башҡа һәләкәттәрҙе, ҡайһы бер ил­дәр­ҙә ҡупҡан болаларҙы бәғзеләр, бигерәк тә сит ил кешеләре, «2012 йыл репетицияһы» тип атай. Нимә буласаҡ һуң был йылда? Эш шунда: майя ҡәбиләһе индеецтары үҙ календарҙарында 2012 йылда Ҡояштың сираттағы һүнеүен фаразлаған. Быны тотош донъя бөтә, тип аңларға кәрәкмәйҙер. Цивили­зациялар алмашынып торғанын хәҙер иҫбат иттеләр инде. Нух бәйғәмбәр ваҡытынан тере ҡалған кешелек һанай әле мәңгелек йылъяҙмаһын. Миллиондарса кешенең ғүмерен өҙгән бәлә-ҡазаны – ер тетрәүҙәр, һыу баҫыуҙар, терроризм, янғын, аслыҡ, эпидемияларҙы – заман ахыры менән бәйләмәй ҙә булмай шул. Унан килеп, Ер планетаһы кешенең артыҡ эшмәкәрлегенән күп кенә зыян күрҙе, күрә. Был ҡасанға тиклем дауам итәсәк? Билдәһеҙ. Әлегә Ерҙең эсен аҡтарыуҙы дауам итәбеҙ. Урынына нимә тултырабыҙ һуң? Иҫ киткес бер тәртип менән йәшәгән Йыһан ҡайғыртырға тейешме был турала? Ерҙең дә күсәре юҡҡа ғына урынынан шылмағандыр... Япония фажиғәһен әйтәм, илдә хаос һәм мәхшәр бит. Ә уның эҙемтәһе донъя илдәрендә сағылыш табасаҡ, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә....

Берҙәмлек кәрәк
Новости / Сәйәсәт // 12-03-2011, 12:09


йәки Ғәрәп илдәрендә ниңә ыҙғыш ҡупты?
Мосолман донъяһының сәскә атҡан дәүере лә булған. Урта быуат осоронда ислам дине Төньяҡ Африкала тарала, Гибралтар боғаҙы аша сығып, Испанияла хәлифәт барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән. Көньяҡ Азияла Ҡытайға тиклем барып еткән. Унан һуң Урта Азияға, Кавказға, Балҡан ярымутрауы илдәрендә таралған. Был осорҙа Европа илдәрендә католик дине бөлгөнлөккә төшә. Ас халыҡтар ғәрәптәр йәшәгән Яҡын Көнсығыш илдәренә дүрт мәртәбә тәре походы ойоштора. Юлда барғанда һәр ауылды, ҡаланы талайҙар. Донъя бер аҙ тыныслана башлағас, Европа илдәре баҫҡынсылары, ғәрәптәр йәшәгән ерҙәрҙе баҫып алып, колония барлыҡҡа килтерә. Иң күп ғәрәп ерҙәрен Франция, Италия, Испания баҫып ала. Ислам динен тотҡан илдәрҙә ер аҫты байлығын Хоҙай Тәғәлә мул итеп биргән. Шул байлыҡты ҡулға төшөрөү өсөн мәкерле пландар ҡорола, бер-береһенә дошманлыҡ булдырыу, берҙәмлекте тарҡатыу алып барыла....

Ливия лидеры “тере мәйет”ме?
Новости / Сәйәсәт // 12-03-2011, 12:07


йәки Ил менән 42 йыл идара итеүсе Муаммар Каддафи властан китергә теләмәй
Ливия лидеры “тере мәйет”ме?Йыл башында Туниста башланған революция ялҡыны һүрелмәй, ә, киреһенсә, көндән-көн ҡыҙыуыраҡ төҫ алып, ғәрәп илдәрен ялмай. Айы­рыуса Ливияла хәл ҡатмарлы. Төньяҡ Африканың был илендә ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышы башланды.
Башта урам сыуалыштарына Ливия етәкселеге тарафынан етди иғтибар бирелеп еткерелмәне шикелле. Ни өсөн тигәндә, ил менән 42 йыл идара итеүсе Муаммар Каддафи тәүге көн­дәр­ҙән үк халыҡты тынысландырырға ашыҡманы. Ул: “Мин Тунис Президенты Зен Бин Али кеүек үҙ илемдән ҡасып та сығып китмәйәсәкмен, Мысыр лидеры Хөсни Мөбәрәк кеүек властан үҙем теләп баш та тартмаясаҡмын, Ливия халҡы мине ярата, тик “Әл-ҡаиҙә” радикаль төркөмө йоғонтоһона бирелеүселәр генә властан китеүемде талап итә”,– тип маһаймаҫ ине. Ошондай шарттарҙа ул баш күтәреүселәрҙе көс менән баҫтырҙы....

Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә
Новости / Сәйәсәт // 8-03-2011, 09:10


Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтәИҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар Ғәбитов менән гәзитебеҙҙең 11 ғинуарҙағы 2-се һанында башланған «Юлба­рыҫ ҡуянды ашармы?» тигән темаға һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.
– Февралдә Рәсәй халҡы үҙенең беренсе Президенты Борис Ельциндың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Шуныһы бар: кемдер уны данлап, яҡты уйҙар, рәхмәттәр менән иҫкә алды, ә кемдер, киреһенсә, ләғнәтләп. 5 мартта СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачев та 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Тормош баҫҡысының оло тупһаһына аяҡ баҫҡанда кешеләр, ғәҙәттә, үткәндәрен барлап, ғүмер юлына йомғаҡ яһай. Был уҙамандар­ҙың тормошо һәм эшмәкәрлегенә ниндәйерәк йомғаҡ яһар инегеҙ?
– Төплө һәм тәрән йомғаҡ яһау өсөн һин мәғлүмәтле булырға тейеш­һең, ә беҙгә бик күп документ асылмаған әле. Шулай ҙа ҡайһы бер фекер­ҙәрем менән уртаҡлашып үтәм.
Брежнев, Андропов, Черненко бер-бер артлы үлгәс, йәш, дәртле Михаил Горбачев 1985 йылда КПСС-тың Генераль секретары булып китте. Халыҡ араһында, уны Андропов ҡалдырған, тигән имеш-мимештәр йөрөнө, әммә быны иҫбатлаған документтар әле табылғаны юҡ. Яңы етәксе «үҙгәртеп ҡороу» иғлан итте....

Шаңдауы алыҫҡа яңғырамаҡсы
Новости / Сәйәсәт // 19-02-2011, 16:03


Революция «эпидемияһы» сигенмәй
Шаңдауы алыҫҡа яңғырамаҡсыБилдәле булыуынса, йыл башында Туниста башланған сыуалыштар бер-бер артлы ғәрәп илдәрен солғап ала бара. Был илдәге сыуалыштар һөҙөмтәһендә 23 йыл ил менән идара иткән Президент Зин Бин Али влас­тан ситләтелеп, ул сит илгә сығып ҡасырға мәжбүр булғайны. Туниста ҡабынған был осҡон ялҡын булып Мысыр, Алжир, Сүриә, Иордания, Судан, Йемен кеүек мосолман илдәрен ялмап килә торғас, Иранға ла етте. Мысырҙағы 3 – 4 аҙнаға һуҙыл­ған сыуалыштар һөҙөмтәһендә 30 йыл ил менән идара иткән Президент Хөсни Мөбәрәк отставкаға китергә мәжбүр булғайны. Әлбиттә, ул был ҡарарға тиҙ генә килә алмай «йонсоно». Башта, көҙгә, йәғни яңы һайлау­ҙарға тиклем посымды ташлап китмәйәсәкмен, әммә ил менән идара итеү рычагын Премьер-министр ҡулына тапшырам, тип ҡотолмаҡсы булғайны. Уның был ҡылығы эшһеҙлектән, аслыҡтан ярһыған халыҡты тағы ла ҡуҙғытып ебәрҙе. Донъя илдәре лидеры булған АҠШ етәксеһе Барак Обама ла, Европа илдәре етәкселәре лә Хөсни Мөбәрәктең властан китеүен теләне. Ниһайәт, халыҡтың күптән зарығып көткән талабына ҡолаҡ һалып, 82 йәшлек Хөсни Мөбәрәк отставкаға китте. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, ул бына бер нисә көн инде аңын юйған килеш Германия клиникаларының береһендә ята, имеш. Әммә рәсми етәкселәр был хәбәрҙе кире лә ҡаҡмай, «эйе» лә тимәй. Шулай булғас, ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк бар, күрәһең...

Ғәрәптәр һөйөнә, йәһүдтәр көйөнә Рәсәй башлығының әйткән һүҙенә
Новости / Сәйәсәт // 5-02-2011, 13:18


Ғәрәптәр һөйөнә, йәһүдтәр көйөнә Рәсәй башлығының әйткән һүҙенәҮткән аҙналағы мөһим сәйәси ваҡиғаларға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Яҡын Көнсығыш илдәренә ике көнлөк эш сәфәрен, Мысырҙағы сыуалыштарҙы, Рәсәй – НАТО мөнәсәбәттәренең йәнә киҫкенләшеүен индерергә мөмкин.
...

Түҙемлектең сиге ҡалмағас...
Новости / Сәйәсәт // 1-02-2011, 11:08


Мысырҙа хаос. Бына бер аҙна инде, ил Президенты, 82 йәшлек Хөсни Мөбәрәктең отставкаға китеүен талап итеп, халыҡ Каир урамдарына ҡаршылыҡ акцияларына сыға, тәртипһеҙлектәр ойоштора....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM