НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һаналдыҡ. Һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ
Новости / Сәйәсәт // 26-10-2010, 11:19


Һаналдыҡ. Һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙРәсәйҙә мөһим дәүләт сараһы – халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәте етәксеһе Александр Суринов билдәләүенсә, перепись 2002 йылдыҡына ҡарағанда тынысыраҡ үтте, халыҡтың иҫәпләнеүҙән күпләп баш тартыуы күҙәтелмәне. Теге йәки был кешенең һорауҙарға тулы яуап бирмәүе айырым осраҡтарҙа ғына булған. Ул саҡта переписчик анкетаға бары тик граждандың енесен һәм йәшен яҙған....

Миллиондан ашыуыбыҙ һаналды
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 11:22


18 октябргә переписчиктар 1 753 800 кешене теркәгән. Был – республика халҡының 43,5 проценты. Статистиктар билдәләүенсә, Башҡортостан халҡы, иҫәпкә алыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлап, сарала әүҙем ҡатнаша....

Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 10:57


йәки Хәйбуллалар ниңә Питерға китә?
Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының икенсе көнөндә, был сараның нисегерәк үтеүен үҙ күҙҙәрем менән күҙәтеү ниәтендә, ауылға юлландым.
Хәйбулла районының Сиҙәм ауылына килгәс тә, ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Флүзә Аслаева аша иҫәпкә алыусыларҙың эҙенә баҫтым. Вазифа апай Сәйфуллина – Сиҙәм ауылындағы өс иҫәп алыу­сының берәүһе, уға алдағы ике аҙна эсендә үҙенең участкаһындағы барлыҡ йорттарҙы урап сығып, ауылдаштарын барлап сығыу шарт. Беренсе йортҡа йүнәләбеҙ, юл ыңғайында юлдашым ауылы, үҙе хаҡында һөйләй.

...

Һайлау хоҡуғы мәҙәниәтлелеген рәссамдар ҙа күтәрә ала
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 10:38


Республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй күләмендә һуңғы ике тиҫтә йылда дәүләт һәм муниципаль власть органдарына депутаттар һайлауҙа ҡатнашыу һүлпәнәйеү сәбәпле, БР Үҙәк һайлау комиссияһы бындай мөһим сараларға электоратты йәлеп итеү өсөн ойоштороу сараларын киңәйтте. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәләре уларҙың йоғонтоло икәнлеген раҫланы. Әйтәйек, һайлаусыларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең, шул иҫәптән буласаҡ һайлаусылар – мәктәп, урта махсус уҡыу йорттары уҡыусыларының хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса урындарҙа үткәрелгән төрлө конкурстар, викториналар, кисәләр, осрашыуҙар һуңғы һайлауҙар­ҙа ҡатнашыусылар һанының ҡырҡа артыуында сағылды.
Был йәһәттән республика һәм район киң мәғлүмәт сараларының да роле ҙур – һайлауҙарға әҙерлек һәм уны үткәреүҙе сағылдырған материалдарҙың баҫ­малар­ҙа йышыраҡ баҫылыуы – теманың актуаллегенә үҙе үк ишара. Журналистар араһында нәҡ ошо темаға конкурс иғлан итеү Үҙәк һайлау комиссияһы эшенең тағы ла бер йоғонтоло ойоштороу сараһы булыуын дәлилләй. Студенттар һәм аспиранттар араһында һайлау хоҡуғы буйынса фәнни хеҙмәттәр конкурсы темаға йәштәрҙең дә битараф булмауын күрһәтте....

Урал менән Арал арахы
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 13:55


Октябрь уртаһында, байтаҡ юғалып торғандан һуң, Өфөлә Ҡаҙағстан артистарын йәнә күрергә насип итте. Күрше илдең киң билдәле музыкаль коллективтарының береһе – Көләш Байсәйетова исемендәге Милли опера һәм балет театры Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Әлбиттә, ҡаҙаҡ дуҫтар Башҡортостанға илтеүсе юлға ошоға тиклем дә саң ҡундырмай ине, әммә мәҙәни тормошобоҙҙа ваҡиға булырҙай хәл туғандаш халыҡтар араһындағы яҡынлыҡ тураһында һөйләшеп алыу өсөн сәбәп бирҙе....

Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 11:58


14 октябрҙә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы старт алды
Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!10 меңләгән иҫәп алыусы Башҡортостан ҡалалары, ауыл-ҡасабалар буйлап таралды. 12 көн дауам итәсәк сара һөҙөмтәһендә һәр кем өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт алына. «Рәсәйгә һәр кем мөһим!» девизы менән үтә перепись. Шуның өсөн дә был акциянан ситтә ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Иҫәп алыусы һеҙҙә оҙаҡ та булмаҫ, уның һорауҙары ябай, әммә мөһим. Ил беҙҙе ҡайғыртып, халҡын һанай, тимәк, беҙ Рәсәйгә кәрәк. Күптәрегеҙгә иҫәп алыусылар килеп тә өлгөргәндер. 25 октябргәсә берегеҙҙе лә ҡалдырмай иҫәпләргә тырышырҙар. Шулай итеп, йән иҫәбен алыу башланды....

Типтәрҙәр тарихына бер ҡараш
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 11:32


«Кемдәр һеҙ, типтәрҙәр?» тигән һорау хәҙер инде бер быуат буйы әленән-әле белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итеп килә. Әммә яуап эҙләгәндә «Ҡайҙан?», «Ҡасан?» һәм «Ни өсөн?» тигән һорауҙар, ғәҙәттә, асыҡланып бөтмәйенсә ҡала. Әммә ептең осо нәҡ ошо һорауҙарға бәйләнгән....

Килем – йәшәү сығанағы
Новости / Сәйәсәт // 9-10-2010, 10:37


Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу көнө яҡынлаша. Иҫәп алыусы ҡыҙыҡһынасаҡ мәғлүмәттәр араһында иҡтисадҡа ҡағылған «Йәшәү сығанаҡтары» тигән төркөм һорауҙары 10-сы булып биреләсәк. «Эшләйһегеҙме?», «Шәхси ярҙамсы хужалығығыҙ бармы?», «Стипендия йәки пенсия алаһығыҙмы?» кеүек аныҡлаусы һорауҙар менән бергә «эшһеҙлек буйынса пособие», «дәүләттең башҡа тәьминәте», «һаҡлыҡ аҡса, дивидендтар», «күсмәҫ милекте ҡуртымға биреү», «патент килеме» һ.б. кеүектәре лә байтаҡ. Әгәр ҙә килемегеҙ бер нисә икән, ҡайһыһын иң мөһиме тип иҫәпләйһегеҙ, тип тә ҡыҙыҡһынасаҡтар....

"Кепка"ны кем алмаштырыр?
Новости / Сәйәсәт // 9-10-2010, 10:32


"Кепка"ны кем алмаштырыр?Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе ил Президенты Дмитрий Медведевтың Мәскәү мэры Юрий Лужковты отставкаға ебәреүе булғандыр. 28 сентябрҙә Д. Медведев Ҡытайҙа өс көнлөк сәфәре ваҡытында ошо хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы. Президенттың бындай ҡәтғи ҡарарға килеүен Мәскәү халҡы ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә бик һағайып ҡабул иттеләр. Рәсәй халҡы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, барыһы ла ошо хаҡта һүҙ ҡуйырта. Һуңғы айҙарҙа Лужков тирәләй күп имеш-мимеш йөрөүенә ҡарағанда, иртәме-һуңмы уның китәсәге ҡотолғоһоҙ кеүек ине. Ә уның эшенән ҡыуып сығарылыуын береһе лә көтмәгәйне. Эйе, ҡыуылып сыҡты булып сыға. Президент Указында: “Ышанысты юғалтыуы менән бәйле ваҡытынан алда вәкәләттәре туҡтатыла”, – тигән һүҙбәйләнеш бар. Рәсәй тарихында бындай хәл булғаны бар ине, әммә Медведев ваҡытында түгел. Ил Президенты быны үҙе лә йәшермәй. Йәғни төбәк етәкселәрен отставкаға ебәреүҙә бындай алым беренсе тапҡыр файҙаланылды. Ил етәксеһе бындай хәлдең һуңғыһы булмаясағына ла баҫым яһаны.
...

Рәсәй менән яҙмышыбыҙ уртаҡ
Новости / Сәйәсәт // 9-10-2010, 10:28


Мәҡәләнең башына сығарылған фекер, бәлки, кемдәрҙәлер ризаһыҙлыҡ, хатта кәмһенеү тойғоһо уятыуы ихтимал. Ярты мең йыл самаһы дөйөм Рәсәй дәүләте эсендә йәшәһәк тә, һәм тамырҙарыбыҙ ғына түгел, бар күҙәнәктәребеҙ менән бер оло организм булып тоташып бөтһәк тә, ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ Рәсәй менән Башҡортостанды Үҙәк һәм төбәк тип бүлеп йөрөтөүҙе хуп күрә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM