НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Алыҫ көнсығыш яҡыная төштө
Новости / Сәйәсәт // 13-11-2010, 11:02


Алыҫ көнсығыш яҡыная төштөҮткән аҙна мөһим сәйәси ваҡиғаларға бай булды. Японияла 13 – 14 ноябрҙә үтәсәк АТЭС саммитына әҙерлек барышы, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Курил утрауҙарының иң көньяғындағы Кунашир утрауына эш сәфәре, 11–12 ноябрҙә Корея Республикаһының баш ҡалаһы Сеулда «Оло егерме» илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды....

Өфөлә 1 064 000 кеше йәшәй!
Новости / Сәйәсәт // 9-11-2010, 09:52


Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Өфөлә йәшәүселәр һаны 1 064 000 кеше тәшкил итә. Һигеҙ йылда баш ҡала халҡы дүрт проценттан ашыуға артҡан – 2002 йылда үткәрелгән иҫәп алыу ваҡытында 1 022 000 кеше йәшәгән.
Ҡала райондары араһында процент нисбәтендә иң юғары үҫеш Дим һәм Киров райондарында күҙәтелә. Халыҡ һаны буйынса Өфөнөң иң күп кеше йәшәгән районы – Октябрь районы. Икенсе урында – Калинин, өсөнсөлә – Орджо­никидзе районы....

НАТО дошман булыуҙан туҡтар, ахыры
Новости / Сәйәсәт // 30-10-2010, 01:29


Һуңғы аралағы мөһим сәйәси ваҡиғалар­ҙың береһе булып Рәсәй – ЕС (Европа Союзы) мөнәсәбәттәре һәм Рәсәй – Украина мөнәсәбәттәренең йәнә киҫкенләшә төшөүе торғандыр. Ошо һәм башҡа донъя хәлдәренә байҡау яһайыҡ....

Иҫәп алыуҙың «ҡыҙыҡтары»
Новости / Сәйәсәт // 30-10-2010, 01:09


Башҡортостанда ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда ирле ҡатындар күберәк булып сыҡты
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы республикабыҙҙа имен-аман ғына үтеп китте, буғай. Ҙур янъялдар ҡупманы, һуғышманыҡ-даулашманыҡ, 12 переписчиктың эттән тешләнеүен һәм бишәүһенең ҡул-аяҡ быуынын сығарыуын иҫәпләмәгәндә. Тәүге һөҙөмтәләр 2011 йылдың апрелендә билдәле була, тиһәләр ҙә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр тураһында әле үк һөйләргә мөмкин. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ: әммә республикала ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда ирле ҡатындар күберәк булып сыҡҡан.
Ә дөйөм алғанда, беҙҙе һанаусыларҙың 66 проценты (11880) эшһеҙҙәр араһынан һайлап алынған, 34 проценты (6120) студенттар булған....

Һаналдыҡ. Һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ
Новости / Сәйәсәт // 26-10-2010, 11:19


Һаналдыҡ. Һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙРәсәйҙә мөһим дәүләт сараһы – халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәте етәксеһе Александр Суринов билдәләүенсә, перепись 2002 йылдыҡына ҡарағанда тынысыраҡ үтте, халыҡтың иҫәпләнеүҙән күпләп баш тартыуы күҙәтелмәне. Теге йәки был кешенең һорауҙарға тулы яуап бирмәүе айырым осраҡтарҙа ғына булған. Ул саҡта переписчик анкетаға бары тик граждандың енесен һәм йәшен яҙған....

Миллиондан ашыуыбыҙ һаналды
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 11:22


18 октябргә переписчиктар 1 753 800 кешене теркәгән. Был – республика халҡының 43,5 проценты. Статистиктар билдәләүенсә, Башҡортостан халҡы, иҫәпкә алыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлап, сарала әүҙем ҡатнаша....

Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 10:57


йәки Хәйбуллалар ниңә Питерға китә?
Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының икенсе көнөндә, был сараның нисегерәк үтеүен үҙ күҙҙәрем менән күҙәтеү ниәтендә, ауылға юлландым.
Хәйбулла районының Сиҙәм ауылына килгәс тә, ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Флүзә Аслаева аша иҫәпкә алыусыларҙың эҙенә баҫтым. Вазифа апай Сәйфуллина – Сиҙәм ауылындағы өс иҫәп алыу­сының берәүһе, уға алдағы ике аҙна эсендә үҙенең участкаһындағы барлыҡ йорттарҙы урап сығып, ауылдаштарын барлап сығыу шарт. Беренсе йортҡа йүнәләбеҙ, юл ыңғайында юлдашым ауылы, үҙе хаҡында һөйләй.

...

Һайлау хоҡуғы мәҙәниәтлелеген рәссамдар ҙа күтәрә ала
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 10:38


Республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй күләмендә һуңғы ике тиҫтә йылда дәүләт һәм муниципаль власть органдарына депутаттар һайлауҙа ҡатнашыу һүлпәнәйеү сәбәпле, БР Үҙәк һайлау комиссияһы бындай мөһим сараларға электоратты йәлеп итеү өсөн ойоштороу сараларын киңәйтте. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәләре уларҙың йоғонтоло икәнлеген раҫланы. Әйтәйек, һайлаусыларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең, шул иҫәптән буласаҡ һайлаусылар – мәктәп, урта махсус уҡыу йорттары уҡыусыларының хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса урындарҙа үткәрелгән төрлө конкурстар, викториналар, кисәләр, осрашыуҙар һуңғы һайлауҙар­ҙа ҡатнашыусылар һанының ҡырҡа артыуында сағылды.
Был йәһәттән республика һәм район киң мәғлүмәт сараларының да роле ҙур – һайлауҙарға әҙерлек һәм уны үткәреүҙе сағылдырған материалдарҙың баҫ­малар­ҙа йышыраҡ баҫылыуы – теманың актуаллегенә үҙе үк ишара. Журналистар араһында нәҡ ошо темаға конкурс иғлан итеү Үҙәк һайлау комиссияһы эшенең тағы ла бер йоғонтоло ойоштороу сараһы булыуын дәлилләй. Студенттар һәм аспиранттар араһында һайлау хоҡуғы буйынса фәнни хеҙмәттәр конкурсы темаға йәштәрҙең дә битараф булмауын күрһәтте....

Урал менән Арал арахы
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 13:55


Октябрь уртаһында, байтаҡ юғалып торғандан һуң, Өфөлә Ҡаҙағстан артистарын йәнә күрергә насип итте. Күрше илдең киң билдәле музыкаль коллективтарының береһе – Көләш Байсәйетова исемендәге Милли опера һәм балет театры Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Әлбиттә, ҡаҙаҡ дуҫтар Башҡортостанға илтеүсе юлға ошоға тиклем дә саң ҡундырмай ине, әммә мәҙәни тормошобоҙҙа ваҡиға булырҙай хәл туғандаш халыҡтар араһындағы яҡынлыҡ тураһында һөйләшеп алыу өсөн сәбәп бирҙе....

Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 11:58


14 октябрҙә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы старт алды
Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!10 меңләгән иҫәп алыусы Башҡортостан ҡалалары, ауыл-ҡасабалар буйлап таралды. 12 көн дауам итәсәк сара һөҙөмтәһендә һәр кем өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт алына. «Рәсәйгә һәр кем мөһим!» девизы менән үтә перепись. Шуның өсөн дә был акциянан ситтә ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Иҫәп алыусы һеҙҙә оҙаҡ та булмаҫ, уның һорауҙары ябай, әммә мөһим. Ил беҙҙе ҡайғыртып, халҡын һанай, тимәк, беҙ Рәсәйгә кәрәк. Күптәрегеҙгә иҫәп алыусылар килеп тә өлгөргәндер. 25 октябргәсә берегеҙҙе лә ҡалдырмай иҫәпләргә тырышырҙар. Шулай итеп, йән иҫәбен алыу башланды....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM