НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һүҙ – турғай… осоп китһә?!
Новости / Сәйәсәт // 26-10-2012, 13:00


йәки Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡолаҡҡа ишетелгәндәрҙән бер кәлимә
Бөгөн бер нәмәгә лә аптырарға ярамай. Ана, Калифорнияла аҡ кит кеше тауыштары сығарған, ти. Уны берәү ҙә өйрәтмәгән, берәү ҙә ирек­һеҙләмәгән – үҙе тотҡан да “һөйләшкән”. Ярай әле, дәлил булһын, тип тауышты яҙып алырға өлгөргәндәр. Был кит, әлбиттә, океандан йөҙөп килеп, кеше тауышын ҡабатларға өйрәнмәгән, ә махсус бассейнда аҫралған. Шундағы бер хеҙмәткәргә, “бар бынан сыҡ” тигән кеүегерәк һүҙ әйткән тиме шул. Һәр хәлдә, баяғы кеше, коллегаларым бассейндан сығырға ҡуша, тип уйлаған. Аҙаҡ янында киттан башҡа бер кем дә булмауын аңлап, саҡ артына ултырмаған.
...

Венгрия өсөн Башҡортостан ҙур мөмкинлеккә эйә партнер
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2012, 12:13


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Венгрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Иштван Ийдярто менән осрашты. Унда иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре, берлектәге гуманитар проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде....

Тәҡдимдәр күп, ҡалғанын үҙегеҙ самалағыҙ
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2012, 12:06


Бынан ике йыл самаһы элек ул саҡтағы ил башлығы Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт­намәһендә: “Власть органдары завод, гәзит һәм пароходтарҙың хужаһы булырға тейеш түгел, һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен”, – тигәйне. Бынан һуң ошоға ярашлы закон да сыға, тип хәбәр йөрөткәйнеләр. Йәнәһе лә, төбәк баҫмаларының 80 процентының хужалары яңырасаҡ. Ҡайһы бер гәзиттәр юҡҡа сығасаҡ, тип тә фаразлағайны бәғзеләр. Прези­дент ярҙамсыһы Аркадий Двор­кович, төбәктәрҙең былай ҙа гәзите етерлек булыуын телгә алып, уларҙы тотоу урындағы бюджет аҡсаһын мәғәнәһеҙ сарыф итеү, тип тә маташты....

Ауыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә, Әммә саммит мөһимерәк
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2012, 12:00


Ауыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә, Әммә саммит мөһимерәк
Өфөлә 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) , шулай уҡ БРИКС илдәренең саммиттарын уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул иттеләр. Күптәр өсөн аңлайышһыҙ абруйлы һәм яуаплы сараларҙы юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн әҙерлек бөгөндән башланды. Указ менән Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты ла булдырылды. Уға Башҡортостан Президенты етәкселек итә....

Кем менән дуҫлашырға үҙебеҙ белербеҙ…
Новости / Сәйәсәт // 12-10-2012, 09:39


Рәсәй әрмеһенең, ниндәй генә күңел­һеҙ тәжрибәһе булмаһын, йәнә Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр алып барыуы ихтимал. Терроризмға ҡаршы милли комитет етәкселеге федераль оператив штаб менән берлектә ошондай ҡарар ҡабул итергә ниәтләй. Быға тиклем боевиктарҙы юҡ итеүҙә ҡатнашҡан көс структуралары һуңғы арала юғалтыуҙар кисерә тора....

Ваучерға ла егерме йәш
Новости / Сәйәсәт // 5-10-2012, 10:12


Ваучерға ла егерме йәш
йәки Их, туҡһанынсы йылдар – хосусилаштырыу, үҙаллылыҡ, демократия…
Ил Президенты Владимир Путиндың юбилейын Бөтә Рәсәй кимәлендәге байрам итеп билдәләргә йыйыналар. Саралар араһында симфоник музыка концерты, шиғри кисәләр, лабрадорҙар күргәҙмәһе, иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәр бар икән.
...

Йәнә лә көрсөк, оппозиция һәм торлаҡ хаҡында бер кәлимә
Новости / Сәйәсәт // 28-09-2012, 09:56


Дәүләт Думаһы депутаттарына эш күп был миҙгелдә. Ҡышҡы ваҡытта ҡалайыҡмы, йәйгеһендәме, тигән һорауҙы ла хәл итергә тейеш улар. Ҡасан килеп сыҡты һуң әле ул ваҡыт менән уйнау? Борон ата-бабалар ҙа сәғәт күсереп мәшәҡәтләнгәнме икән? Кемгәлер уңай, тип меҫкен сәғәттәребеҙҙең телен йылына ике тапҡыр болғапмы-болғайбыҙ, етмәһә, сәғәт күсереү шундай-шундай сирҙәрҙе көсәйтеүе ихтимал, балаларҙың нервылары ла ҡуҙғый һ.б., һ.б. тураһында сурытып-сурытабыҙ. Әгәр парламент ҡышҡы ваҡытта мәңгелеккә ҡалыуҙы кәрәк тип тапһа, ҡаласаҡбыҙ, йәғни октябрь аҙағында бер сәғәткә артҡа күсәсәкбеҙ ҙә, биғәйбә, был турала бөтөнләй онотасаҡбыҙ. Кемдер берәү йәнә уйнарға теләмәһә, әлбиттә. Әле Рәсәй астрономик ваҡыттан ике сәғәт алда йәшәй....

“Ҡара яу” Көнсығыштан киләсәк?!
Новости / Сәйәсәт // 21-09-2012, 09:20


Рәсәй дарыһын ҡоро тоторға тейеш. Ил Президенты Владимир Путин тап шундай фекерҙә. Ул был турала Краснодар крайында уҙғарылған "Кавказ – 2012" күнекмәһендә белдергән. Халыҡ-ара эштәрҙә көс ҡулланыу күренештәре арта барған һайын, беҙ обороналау тирәләй ҡуйылған маҡсаттарға етди ҡарарға бурыслыбыҙ....

Көҙ – ҡоштар күсеше генә түгел, ә баштар “осошо” миҙгеле лә
Новости / Сәйәсәт // 14-09-2012, 11:47


йәки Алдағы өс ай беҙгә ниндәй яңылыҡтар килтерер?
Ҡыҙыу сәйәси көҙ етә, тигәйне телевидениела үҙ тапшырыуы хаҡында алхәбәр биргәндә Владимир Соловьев. Әллә ни ҡыҙыулыҡ кәрәкмәҫ тә ул. Әммә беҙҙән тормай. Ана, оппозиция, ысынлап та, көҙҙөң арыу ғына “эҫе” яңылыҡтар килтерәсәгенә ышана. Улар, алдан вәғәҙәләгәнсә, “Миллиондар маршы”на сығырға әҙерләнә. Ҡатнашҡығыҙ килмәйме? Мәскәүҙәр иртәгә үткәрергә ниәтләп тора. Акцияны ойоштороусылар мэрия менән ярайһы ғына бәхәскә инеп алған. Тәүгеләре марштың ҡайҙан, нисек уҙыуына ҡарата үҙ вариантын тәҡдим итһә, икенселәр ризалыҡ бирмәй ҡаңғыртҡан....

«Башҡортостан – минең йөрәгемдә, Башҡортостан – минең эштәремдә»
Новости / Сәйәсәт // 11-09-2012, 11:40


«Башҡортостан – минең йөрәгемдә, Башҡортостан – минең эштәремдә»
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева был һүҙҙәрен ихлас күңелдән ҡабатлай
Уның исеме беҙгә күптән таныш. Башҡортостан райондарында байтаҡ кеше “үҙебеҙҙең ҡыҙ” тип ҡаршы ала уны. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваға тап шул һүҙҙәр ҡанат ҡуйғандай, быны ул яратҡан халҡының ҙур баһаһы тип ҡабул итә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM