RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

03.05.2019 №18 (11220)

“Йәшлек”тең 18-се һанында нимәләр сыҡты?

Башҡортостан урманы. Һоҡланырлыҡ та, уйланырлыҡ та тема ул. Бер яҡтан, ағас күпләп ҡырҡыла, тип борсолһаҡ, икенсе яҡтан, беҙ бит уны үҙебеҙ тергеҙә лә алабыҙ. Мәҫәлән, өмәләр яһап, күләмле акциялар ойоштороп. Әле тап урманды тергеҙеү айлығы бара. 20 апрель – 20 май арауығында бер миллион 600 мең үҫенте ултыртыу күҙаллана. Үткән шәмбелә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар, ҡайҙа ағас ултыртылыу, сара барышы хаҡында гәзиттең алғы биттәрендә уҡығыҙ.

Белеүегеҙсә, июнь аҙағында Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Был донъяуи кимәлдәге сарала, әлбиттә, беҙҙең йәштәребеҙ ҙә ҡатнаша. Ҙур йыйын алдынан ҡоролтайҙың Йәштәр ҡоро ла әүҙем егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы туплап, милләтебеҙ алдында торған һорау һәм проблемаларға яуап эҙләне. Улай ғына ла түгел, ә киләсәгебеҙҙе күҙаллаған байтаҡ программа, проект тәҡдим итте.

Халыҡ-ара форум тураһында гәзитебеҙҙә Айбулат Ишназаров яҙған мәҡәләне уҡығыҙ.

“Йәшлек”тең даими рубрикаларын да уҡыусыларыбыҙ көтөп ала. “Йәшлек ҡунағы”, “Сәләмәтлек”, хикәйәләр бите һәр ваҡыт уҡымлы. ”Йәшлек ҡунағы” рубрикаһында Гөлнур Ҡыуатова Сибай – Бәләбәй – Нефтекама маршруты буйынса ижад итеп йөрөгән һәләтле замандашыбыҙ менән таныштыра.

Баҡсала бөтә нәмәгә урын бар. Хатта алама тәгәрмәскә лә. Тәбиғәтебеҙ бер аҙ ҡырыҫыраҡ булһа ла, ҡарбуҙ да үҫтерәбеҙ. Әле баҡсала ҡыҙыу эштәр башланырға тора. Бик тә кәрәкле кәәңәштәрҙән торған махсус рубриканы Зөһрә Йәһүҙина әҙерләгән.

Башҡорттар – боронғо халыҡ. Сит ил сәйәхәтселәре биргән тәүге мәғлүмәттәргә лә мең йылдан ашыу. Башҡорт атамаһын алғанса ла әллә нисәмә мең йыл элек йәшәгән халыҡ беҙ. Борондан бөтә Европа, Азия, Америкала таныулыбыҙ. Беҙҙең турала китаптарҙа, энциклопедияларҙа яҙалар. Чехияла йәшәүсе милләттәшебеҙ Миләүшә Годбодь чех энциклопедияһында башҡорттар тураһында бүлек булыуын хәбәр итеп, тәржемә яҙмаһын ебәргән.

Гәзит биттәрендә башҡа бик күп яҙмалар урын алған. Һәр ваҡыттағыса был һан да ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булып сыҡты.




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек» гәзитенең 44-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Яңы һанға күҙәтеү

18.10.2019 - Яңы номер Яңы һанға күҙәтеү


Яңы номер

14.10.2019 - Яңы номер Яңы номер


«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 39-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына  һанына күҙәтеү

№ 33 "Йәшлек"

16.08.2019 - Яңы номер № 33 "Йәшлек"


№32 (11235)

09.08.2019 - Яңы номер №32 (11235)


№31 (11234)

02.08.2019 - Яңы номер №31 (11234)


№30 (11233)

29.07.2019 - Яңы номер №30 (11233)


№29 (11232)

19.07.2019 - Яңы номер №29 (11232)


№28 (11231)

12.07.2019 - Яңы номер №28 (11231)


№27 (11230)

05.07.2019 - Яңы номер №27 (11230)


№26 (11229)

28.06.2019 - Яңы номер №26 (11229)


№25 (11228)

21.06.2019 - Яңы номер №25 (11228)


№24 (11227)

14.06.2019 - Яңы номер №24 (11227)


№22 (11224)

31.05.2019 - Яңы номер №22 (11224)


№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)