RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

31.05.2019 №22 (11224)

«Йәшлек» гәзитенең 22-се һанына күҙәтеү

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Гәзитебеҙ ошо матур байрам айҡанлы иҫ киткес һоҡланғыс фото менән асыла. Был тема 4, 12 – 13 биттәрҙә лә дауам итә.

Беләһегеҙ, быйыл Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Шулай уҡ билдәле шәхесебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына ла – 100 йыл. Беҙҙең арҙаҡлы замандаштар етерлек. Беҙ яратып уҡыған “Кинйә” романының авторы Ғәли Ибраһимовтың да 100 йыллығы. Уның тураһында Мирас Иҙелбаевтың мәҡәләһен уҡырһығыҙ.

Мосолмандарҙың изге айы Рамаҙан тамамланыуға табан бара. “Иман” махсус битендә ураҙа ғәйете, фитыр саҙаҡаһы хаҡында мәғлүмәт бирелә.

Баҫмабыҙҙың әүҙем авторы Хәлил Һөйөндөковтың “Бер йомғаҡта – ете тишек...” яҙмаһы ла ошо темаға ауаздаш.

Шиғриәт минуттарында Гөлназ Ҡотоеваның хисле лә, уйлы ла, фәһемле лә шиғырҙарын уҡып кинәнерһегеҙ.

“Бала имеҙгәндә помидор ашарға яраймы?” тип һорау бирә бер уҡыусыбыҙ. Тештәрҙең сәләмәтлеге нимәгә бәйле? тигән һорау ҙа яңғырай. “Сәләмәтлек” махсус битендә быларға яуап бар.

“...Быларҙың барыһын да Алладин ҡыйыҡтың кескәй тәҙрәһенән күҙәтте. Башҡа өй эйәләре әллә көлөп, әллә хөрмәт итеп уны шулай тип йөрөтә. Бында уға оҡшай, үтә ныҡ яҡты ла, ҡараңғы ла түгел. Үҙе күберәк ҡараңғылыҡты мөрхәтһенһә лә, яратҡан гөлөнә яҡтылыҡ кәрәк...” Был гәзиттә баҫылған сираттағы хикәйәнән өҙөк. Автор уны Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсына тәҡдим иткән. Өй эйәһе мажараларын “Йәшлек”те уҡып белерһегеҙ.

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙарҙың етенсе халыҡ-ара фестивале үтте. Артистар сәхнәгә генә сыҡманы, ә театр йыйыны ла ойошторҙо. Барыһы ла ысын һабантуйҙағы кеүек ине – көрәш тә, тоҡ менән һуғыш та, хатта ҡатыҡлы табаҡтан телдәре менән тәңкә лә эҙләнеләр. Йыйындан репортажды уҡығыҙ.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек» гәзитенең 44-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Яңы һанға күҙәтеү

18.10.2019 - Яңы номер Яңы һанға күҙәтеү


Яңы номер

14.10.2019 - Яңы номер Яңы номер


«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 39-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына  һанына күҙәтеү

№ 33 "Йәшлек"

16.08.2019 - Яңы номер № 33 "Йәшлек"


№32 (11235)

09.08.2019 - Яңы номер №32 (11235)


№31 (11234)

02.08.2019 - Яңы номер №31 (11234)


№30 (11233)

29.07.2019 - Яңы номер №30 (11233)


№29 (11232)

19.07.2019 - Яңы номер №29 (11232)


№28 (11231)

12.07.2019 - Яңы номер №28 (11231)


№27 (11230)

05.07.2019 - Яңы номер №27 (11230)


№26 (11229)

28.06.2019 - Яңы номер №26 (11229)


№25 (11228)

21.06.2019 - Яңы номер №25 (11228)


№24 (11227)

14.06.2019 - Яңы номер №24 (11227)


№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)


№20 (11222)

17.05.2019 - Яңы номер №20 (11222)