НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа

Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа


Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа
Баҡсасылар, кәбеҫтә үҫтерә алмайым, ҡорт ашай, йә күсәнләнмәне, тип зарлана. Минең баҡсамда ул емерелеп уңа. Был йәшелсә дым ярата. Уға көн һайын бер төпкә бер күнәк иҫәбенән йылымыс һыу һибәм. Аҙнаһына бер мәртәбә кер һабыны иретмәһен бөркәм. Июль айында шулай эшләгәндә, бер бөжәк тә булмай. Күсәне күренә башлағас, кәбеҫтә күбәләктәрен ҡурҡытыу өсөн ике тапҡыр еҫле тәмәке һибәм. Көлдө лә йыш ҡулланам. Ул бер яҡтан ашлама булып торһа, икенсенән, зарарлы бөжәктәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы ла үлтерә. Көлгә кер һабыны ҡушып, кәбеҫтә япраҡтарына һалырға мөмкин. Йәшелсә үҫтергәндә бер ниндәй ҙә химик препаратты ҡулланмайым. Һыйыр тиҙәген әсетеп һалһаң, кәбеҫтә ҡотороп үҫә. Үҫтереп ҡарағыҙ. Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтәләрем үҫеп етеп, күсәне ярыла башлаһа, уны 180 градусҡа бороп ултыртам. Тамырҙары өҙөлгәс, һабаҡта үҫмәй, һулымай ҙа.

З. САФИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Сығыу ваҡыты 17-06-2018, 07:30 | Ҡаранылар: 135
|
  • Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл башланды
  • Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?
  • Тиҙ тоҙланған кәбеҫтә
  • Баҡсасылар өсөн ай календары
  • Ҡышҡа әҙерләнгән йәшелсә-емештәрҙе нисек һаҡларға?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM