НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мунса индем сабынып...

Мунса индем сабынып...


Мунса индем сабынып...Халыҡтың күпселеге ялын мунсанан башҡа күҙ алдына ла килтермәй.Ҡа-ланыҡылар ҙа хәҙер ваннала йыуыныу йәки душ аҫтында ҡойоноу менән генә хушһынмай, саунаға йәки мунсаға юл тота. Шәхси йортта йәшәүселәр ҙә мунсалы булыуҙы алғы планға ҡуя.
Саунаға үҙемә лә йөрөргә тура килә. Кемдер тыуған көндәрен, төрлө байрамдар­ҙы шунда үткәреүҙе хуп күрә башланы. Шәхси мунсалар йыуыныу урыны ғына булып ҡалмай, унда төрлө күңел асыу сараһы ла ойошторола. Яңыраҡ Салауат ҡалаһындағы сауналарҙың береһендә булырға тура килде. Беренсе ҡатта – ашап-эсеү өсөн күркәм зал, бассейны ла ҙур ғына. Икенсе ҡатында бильярд уйнау өсөн бүлмә, массаж креслоһы урын алған. Хатта телевизор, караокеға тиклем бар. Ашамлыҡ, эсемлектәр ҙә һатыла, магазин эҙләп йөрөргә кәрәкмәй.
Хаҡына килгәндә инде, ул биш кешегә сәғәтенә 600 – 1000 һумға торош итә. Эш көндәрендә арзаныраҡ. Тәүлек әйләнәһенә булһаң, ташламалар ҡаралған.
Шунда эшләгән менеджер менән һөйләшеп алдым.
– Шәхси мунсалар һәр ҡалала тамыр йәйгән. Тимәк, улар халыҡ өсөн кәрәк. Тотош организмға файҙаһы булыуҙан тыш, мунса инеү төрлө сир-сырхауҙан да арындыра. Бында йыуынып ҡына ҡалмайһың, буш ваҡытыңды ла күңелле итеп үткәреп була. Хужама был бизнесты асып ебәреү өсөн күп эшләргә тура килде. Саунаға башлыса йәштәр йөрөгәс, уларҙың теләк-ихтыяждарын иҫәпкә алыу зарур. Мунсаны төҙөүгә киткән аҡсаны 2 – 7 йылда кире ҡайтарып була. Шулай ҙа уны ҡарау өсөн, электр энергияһына, һыуға, ремонтҡа һәм йыһаздарҙы яңыртыуға күп сығым талап ителә. Аҡыл менән эш иткәндә, ярайһы ғына килем алып була, – ти ул.
Мунса тиеү менән, һис шикһеҙ, миндек күҙ алдына баҫа. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ уның ҡайын, имән, саған, йүкәнән булғанын ҡулланған, һәр ҡайһыһының файҙаһын яҡшы белгән. Сауналарҙа былар­ҙың барыһы ла бар. Тик бөтәһендә лә түгел. Сөнки унан ҡалған сүпте йыйыштырыусы­лар­ға оҙаҡ таҙартырға тура килә.
Элек халыҡ сиратта тороп ҡала мунсаларына йөрөнө. Хәҙер заманалар үҙгәрҙе. Аҙым һайын шәхси сауналар ҡалҡып сыҡты. Һорау булғас, был бизнес та үҫеш ала. Унда ғаилә менән дә йыш йөрөйҙәр. Тимәк, кешеләргә оҡшай.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.

Сығыу ваҡыты 3-08-2017, 14:22 | Ҡаранылар: 204
|
  • Аҡса етмәү эт итә
  • Командировка таныҡлыҡтары бөтөрөлә
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Мискә мунса ла була икән
  • Гәзит аҙнаға бер тапҡыр сығасаҡ, тип борсолмағыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM