НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ер еләген үҫтереү


Ер еләген үҫтереү
Ер еләген ултыртыр алдынан урынды дөрөҫ һайлау талап ителә. Онотмағыҙ – был үҫемлек тура төшкән ҡояш нурҙарын ярата, ҡырҙа ла тау битләүҙәрендә генә шәп уңа. Тимәк, баҡсаның иң сағыу ҡояшлы урынын ер еләге өсөн бүлергә тура киләсәк. Еләкте бер осор ғына ашау ҡыҙыҡ түгел, йәй буйына етерлек итеп үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн бер баҡсала кәмендә биш төрлө сорт үҫтерәләр. Үрсетмәләрҙе һатып алырға ла, үҙеңә үҫтерергә лә була. Баҡсала еләк уңа икән, мыйыҡсаларын ҡулланыу ҙа етә. Мыйыҡсаларҙың беренсе һәм икенсе япраҡтарын алырға кәрәк, сөнки улар генетик яҡтан көслөрәк. Еләкте ултыртыу алдынан сирҙәрҙән арындырыу өсөн “Корневин” һәм “Превикур” иретмәләрендә тотоп алыу ярҙам итер. Үрсетмәләрҙе асыҡ тупраҡҡа ултыртҡан ваҡытта артыҡ япраҡтарын өҙөп ташлайҙар, 2 – 3 бөртөгө лә етә. Тамырҙы ла ҡыҫҡартырға мөмкин, шулай уңайлыраҡ.
Еләк ултыртыр өсөн тәғәйен соҡор 18 сантиметрҙан һайыраҡ булмаһын. Аҙ ғына ағас көлө лә һибегеҙ. Үрсетмәне соҡорға тәҫләп ултыртырға һәм өҫтөнә дымлы тупраҡ менән баҫырға кәрәк. Тамырҙары бөтөп, япраҡтары башланған урынын, йәғни үҙәген айырыу­са һаҡларға кәңәш итәбеҙ, сөнки ул үҫемлек өсөн иң мөһим өлөштәрҙең береһе.
Еләкте ултыртҡас, өҫтөнә торф йәки компост һалып, буташтырығыҙ. Бер-ике аҙна үткәс, төбөнә бесән йәки һалам һибеп сығалар. Был үҫемлекте төрлө сирҙәрҙән, бысраҡтан һаҡлай. Ер еләгенең тамырҙары әллә ни төпкә китмәй, шуға ла уға һыуҙы йыш-ҡыш ҡына һибеп торалар. Үҫемлектәрҙе яҡшылап үҫтереү һәм туҡландырыу өсөн натрий гуматы ҡулланырға була. Ҡыш сыҡҡан еләккә әлеге лә баяғы ағас көлө бик файҙалы. Уны үҫемлектең төбөнә генә түгел, тирә-яғына ла һибергә кәрәк. Бер квадрат метрға 300 грамм көл етә.

Сығыу ваҡыты 23-04-2017, 14:18 | Ҡаранылар: 210
|
  • Артыҡ оҙондар. Нимә эшләргә?
  • Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?
  • Баклажан сәсергә ваҡыт
  • Июнгә ай календары
  • Ғаилә бәхете өсөн гөл кәрәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM