НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп була

Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп була


Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп булаБаймаҡ егете Әлфир Иҫәнбаев тимерсымдан селтәр үрә

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләп килә. Илфат Сәфәрғәлин, Радик Арғынбаев, Фәрит Ниғмәтуллин ҡырсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнһә, яңы ғына үҙ эшен башлап торған Флүр Мырҙаханов бөтә көсөн баҡсасылыҡҡа һалырға иҫәп тота. Ҙур булмаған ауылда етештереү менән булышҡан шәхси эшҡыуар ҙа бар. Бөгөнгө һүҙебеҙ – нәҡ уның хаҡында.

Стәрлетамаҡ педагогия академияһының физика-математика факультетын тамамлаған Әлфир Иҫәнбаев төбәктә ҙур һорау менән ҡулланған әйбер­ҙәрҙе тәрәндән өйрәнеп, бынан өс йыл элек тимерсымдан изделиелар етештереүгә тотонған. 2014 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тәғәйенләнгән грант аҡсаһына махсус станок һатып алып, төрлө төҫтәге тимерсыбыҡтарҙан ра­бица селтәре үреп һата. Хужалыҡта кәрәкле селтәрҙәр келәттә оҙаҡ ятмай, шунда уҡ һатылып бөтә. Әҙер материалды эргә-тирәләге ауылдарҙан, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, хатта Хәйбулла районынан да килеп алалар.
Тырыш егет ошо көндәрҙә сөй етештереүсе станок та һатып алған. Әлеге көндә уны урынлаштырыу менән мәшғүл. Апрель аҙағына эшҡыуар 30-ҙан алып 120 сантиметр оҙонлоғондағы ҡаҙау етештереүгә тотонмаҡсы. Әлфир Зәбир улы әйтеүенсә, беҙҙең тарафтарҙы сөй менән Өфө, Орск ҡалалары эшҡыуарҙары тәьмин итә. Шуға күрә яҡташтарына сеймалды урында ла етештереп булғанын раҫларға теләй.
Ауылда ата-әсәһе менән йәшәгән Әлфир Иҫәнбаев Әбйәлил районынан кәләш әйттергән. Киләсәктә баш ҡалала төпләнергә өмөт итә. «Ә ул саҡта эшҡыуарлыҡ менән нисек шөғөлләнәһең?» – тигән һорауға ул:
– Әлбиттә, дауам итәм. Ошоғаса бер станокта үҙем генә эшләй инем, хәҙер улар икәү булғанлыҡтан, ярҙамсы алырға тура килер. Ышаныслы кешегә шөғөлдө тапшырғанда, әллә ҡайҙан тороп та бизнес алып барырға була, – тине ул, йылмайып.

Гөлдәр ҠАДАЕВА.

Сығыу ваҡыты 29-04-2016, 13:25 | Ҡаранылар: 552
|
  • Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?
  • Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәй
  • Үҫеш бар, әммә әле эшләргә лә эшләргә кәрәк
  • Бетерәнең ағас продукцияһы бик үтемле
  • Маҡсатлы программалар ысынбарлыҡмы, әллә хыял ғынамы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM