НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Халҡыбыҙ лидерҙары эшҡыуарҙарҙан сығасаҡ»

«Халҡыбыҙ лидерҙары эшҡыуарҙарҙан сығасаҡ»


24 йыл буйы Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры булған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Дамир Әнүәр улы Аллаяров тап ошондай фекерҙә .

«Халҡыбыҙ лидерҙары  эшҡыуарҙарҙан  сығасаҡ»Илебеҙ кисергән төрлө үҙгәреш-реформаларҙан, ниһайәт, яңы быуын кешеһе формалаша бара тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ тап шундайҙарҙан – эш яратҡан, йүнсел, алдағы көндө уйлаған, ҡулы аҫтындағыларҙың йәшәйешен тәьмин иткән, ҡыйыу рухлы, оло йөрәкле кешеләр рәтенә инә. Беҙ Дамир ағайҙың ҙур тормош тәжрибәһе тураһында һөйләштек һәм эш­ҡыуарлыҡ, милләттәштәребеҙҙең аҡса та­быуға ҡарата битарафлығы, эшҡыуарлыҡҡа нисек өйрәнергә, тигән һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, оло тормош йөгөн тартҡан етәксенең бөгөнгө эшҡыуарлыҡҡа ҡарата фекерҙәре, моғайын, гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡ булыр.

– Дамир ағай, оло юлдың башы нисек булды?
– Мин 1980 – 1990 йылдарҙа райондың коммуналь хужалығы начальнигы булып эшләнем. Эшҡыуарлыҡҡа китеүгә күңел тартты. Вазифаһын, эшен ташлаған етәкселәр ул мәлдә булманы, минең аҙымды күптәр хупламаны. Ҡатыным да, хатта балаларым да быға ҡаршы төштө. Ҡыҙҙарыма хатта: «Ана, атаһы эшҡыуар, коммерсант», – тип мәктәптә айырып, мыҫҡыл итеп әйтеүселәр ҙә булған. Заманаһы шундай ине, совет кешеһенең булмышында эшҡыуарлыҡ спекулянтлыҡҡа, бер ерҙән алып икенсе урында арттырып һатыуға тиң ине. Хәҙер инде кеше өйрәнде, бизнесты ғәйепкә алмайҙар.
Эшҡыуарлыҡ менән тота килеп еңел генә аҡса эшләп булмай. Шулай ҙа элегерәк, 90-сы йылдарҙа, эште башлау еңелерәк ине. Һалым сәйәсәте хәҙергенән айырылды, дәүләт милке һатылды, хосусилаштырылды. Йылғыр әҙәмдәр уны урлап та һатты. Тәүге капиталды шулай йыйырға мөмкин ине.
Эшҡыуарҙарҙы ике төргә бүләм. Беренсеһе – үҙҙәре тыуған, ә икенсеһе – тыумалар. Үҙҙәре тыуғандар үҙ көсө менән производство булдыр­ҙы, эштең ҡәҙерен белә. Ә икенсеһе инде булған нәмәне алып, кире һатып, әрәм-шәрәм итте.
Хәҙер иһә эшҡыуарлыҡ өлкәһе ауырлашты. Һалым системаһы үҙгәрҙе, бөтә өлкәләр ҙә биләнгән. Интеллектуаль бизнес, башты эшләткән шөғөл заманаһы килеп етте. Ҡалала, ауылда бер-ике кеше бергәләшеп, йөк ташыу менән шөғөлләнә, юридик белеме булмаған эшҡыуар тип теркәлеп, йылылыҡ, электр, сантехника, канализация, ремонт, төҙөлөш буйынса үҫешә ала. Әлеге мәлдә ошолар буйынса аҡса йыйырға мөмкин.
Ә бына һатыу итеү менән генә алға китеп булмай. 20 йыл элек ваҡ-төйәк һатҡан киоск тотоу килем килтерһә, әлеге ваҡытта һеҙҙең һатып алыусыларығыҙ бар ерҙә бәшмәк һымаҡ үрсегән супермаркет селтәрҙәрен хуп күрәсәк. Үҙемдең миҫалдан сығып әйтәм: бер магазин тотоу файҙаһыҙ, 5 – 6 урында сауҙа нөктәһе кәрәк, шунда ғына аҙмы-күпме эш барасаҡ.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә әҙер рецепт биреп булмай. Замана ҡапыл үҙгәрә, уға ҡулайлашырға, бергә үҫешергә кәрәк.
– Ауылда эш юҡ, тигәнде күп ишетергә тура килә...
– Ауылда эш юҡ, аҡсаһыҙлыҡ бар тип әйтергә ярамай. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Кешеләрҙе бала саҡтан, мәктәптән үк эшләргә, йүнсел булырға өйрәтергә, тәрбиәләргә кәрәк. Айырыуса мәғариф системаһы быға ныҡ әһәмиәт бирергә тейеш. Элек мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә ағас, металл менән эшләргә өйрәттеләр, колхоз-совхоздарға ярҙам итеү булды. Хәҙер быларҙың береһе лә юҡ, был йүнәлеште ҡулыбыҙҙан ысҡындырҙыҡ, уҡыусылар­ҙан эш эшләтеү тыйыла. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып әйтә алам: элек ир-егеттәр тәрбиәһе көслө булды, кәрәк тип һаналды. Хәҙер был йүнәлеште оноттолар.
Шуны әйтке килә – ауылдарҙа ағинәйҙәр хәрәкәте көсәйҙе. Эйе, был кәрәк. Ләкин ағинәй­ҙәр бейеү-йырлауҙан башҡа нимәгә өйрәтһен? Хеҙмәт кешеһен, эшҡыуарҙы күрһәтергә кәрәк. Алыпһатарҙы түгел, ә производство алып барғанды йәки хеҙмәт тәҡдим итеүсене күтәреү мөһим. Үҙебеҙҙең лидерҙар­ҙы, башҡорттарҙы үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең халыҡ башҡаларҙан кәм түгел.
Бала саҡтан уҡ дөрөҫ тәрбиә биреп, юлбашсылар үҫтерәйек. Шунһыҙ башҡорт халҡының киләсәге юҡ. Ошо турала йыш уйлайым. Беҙҙе – беренсе быуын эшҡыуарҙарҙы алмаштыраһы кешеләр кәрәк. Эшҡыуарҙарҙы мәктәпкә саҡырып, уларҙы балаларға күрһәтеп, өлгө итеү мө­һим. Башҡорттар бар ерҙә лә – диндә лә, спортта ла, мәғарифта ла, мәҙәниәттә лә, сәнәғәттә лә булһын, үҫешһен ине. Ә лидерҙар эшҡыуарҙар­ҙан сыға, тимәк, был йүнәлеште үҫтерәйек.
«Әҙәбиәт йылы», «Мәҙәниәт йылы» иғлан итеп, ғәләмәт ҙур саралар ойошторабыҙ. Ә ни өсөн «Эшҡыуар йылы»н иғлан итмәҫкә?
90-сы йылдарҙа бөтәһе лә эшҡыуар булам тип китте. Ә хәҙер улай түгел, бөтәһе лә чиновник вазифаһын биләргә теләй. Йәнәһе лә, кеше эшләмәй, уның бөтә нәмәһе лә була. Быларҙың барыһы ла – замана шауҡымы. Кешенең һөнәргә, эшкә дәрте бөттө. Баҙар иҡтисады, реформа, хосусилаштырыу, көрсөк дәүләт предприятиеларын юҡҡа сығарҙы. Шәхси­ҙәренең хужалары урамдан килгән йәштәрҙе алмай, үҙенең туған-тыумасаһын урынлаштыра. Әле бына быйыл февралдә беҙ, эшҡыуарҙар, БР Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осраштыҡ. Был юғары властың эшҡыуарҙарҙы тыңлауын, ҡолаҡ һалыуын күрһәтә. Ә бына урындағы түрәләр, хакимиәт башлыҡтары быны эшләргә бер ҙә ашыҡмай.
Ауылда ни өсөн эш бармай? Элекке хужалыҡтарҙың ере буш ята, пайҙар таратып бөтөлгән. Халыҡ алданып йәшәй. Беҙҙең һымаҡ яҡшы эшләгән эшҡыуарҙарға ярҙам итһәләр, донъя ла алға китеп, барыһы ла көйләнер ине. Элек ағас менән булышыусылар хәҙер был мөмкинлектән мәхрүм. Мал аҫраусыларҙың һатыуға тигән малын Асҡарға алып барып һуйҙырыуы ла бар эшкә аяҡ саласаҡ.
Республика гәзиттәре лә эшҡыуарҙарҙы туплап, «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, алдынғы тәжрибәне бар халыҡҡа күрһәтә ала. Улар үҙ эштәренең үҙенсәлеге, башланғыс этаптар тураһында һөйләр, халыҡты ҡыҙыҡһындырыр ине. Эшҡыуарҙарҙың тауышын чиновниктарға, хөкүмәткә ишеттерергә тейешбеҙ. Көрсөк мәлендә дәүләттән ярҙам булһа, эшҡыуарҙар ҙа йырып сығыр, активтарын юғалтмаҫ ине.
– Дамир ағай, һеҙ милли эшҡыуарлыҡ яҡлы кеше. Балаларҙа, йәштәрҙә был һәләтте нисек үҫтерергә? Тәүҙә нимәгә тотонорға?
– Халҡыбыҙҙа мал табыу, аҡса эшләү һәләте үҫешмәгән. Беҙ артыҡ ышанабыҙ, сабырлыҡ етмәй, ул ҡандан күсмәгән.
Иң мөһиме – эш башлар алдынан ҡурҡырға ярамай. Беҙҙең халыҡ балаларын бәләкәйҙән үк тыйып тәрбиәләй, уларҙа ҡурҡыу тойғоһон үҫтерә. Шунан һуң ауылда үҫкәндәр ҡаланан ҡурҡа, унда йәшәгәндәр алдында баҙап ҡала. Үҙеңде тиң тойорға кәрәк. Ғөмүмән, бөтә нәмә самалы булырға тейеш – дин дә, тәрбиә тыйыу-хуплау­ҙары ла. Тәрбиәне ғаиләлә һәм мәктәптән башлау мөһим. Эшҡыуарҙарҙы тәрбиәләргә, гөлгә һыу ҡойған һымаҡ үҫтерергә кәрәк.
Дәүләт тарафынан эш асырға, үҫтерергә субсидиялар бирәләр. Нимәһе әсендерә – комиссияла булғанда аҡса артынан бер ҙә башҡорттар йөрөмәй. Күбеһенсә әрмән, тажик кеүек сит халыҡ кешеләре. Уларҙың бөтә рөхсәт ҡағыҙы, пропискаһы бар, шуға ла субсидия бирелә. Аҙаҡтан беҙҙекеләрҙе ҡараһаң, бер нәмә лә эшләмәй, буш яталар. Аҡса, кәңәш һорап килеүселәр байтаҡ. Эште, шәхси предприятиены асып, аҙаҡтан ауырлыҡ, һалымдарҙан ҡурҡып, ташлаусылар ҙа осрай. Эшҡыуарлыҡҡа китергә теләүсенең иҡтисади белеме булырға тейеш. Мәктәптә лә иҡтисад, хеҙмәт дәрестәре кәрәк. Сит илдә быны аңланылар һәм ошо юҫыҡта уҡыталар.
Ошо фекерҙәрҙе аңлаған кешеләр булһын ине. Ауылда, районда эшҡыуарлыҡҡа төшөнгән, уның менән шөғөлләнергә теләгән өс-дүрт кеше табылһа, тормош алға барасаҡ. Үҙебеҙҙең халыҡтың ҡыбырламауына йәнем көйә. Яҙғыһын бер ауыл йыйылышына барҙыҡ, халыҡ, эш юҡ, тип зарлана, әммә береһе лә көтөүсе булыр­ға риза түгел. Хәҙер былар тажиктарҙы көтөүсе итеп ялларға уйлай. Ә бит тажиктар ҙа, үзбәктәр ҙә эсмәй, донъя көтөргә әүәҫ, уларҙың балалары күп була. Бер 10 – 15 йылдан ошонан ер алып, донъя ҡороп, төпләнеп китһәләр, уларға көтөүсе булып башҡорттар үҙҙәре ялланып йөрөйәсәк. Кешеләр, исмаһам, ошо халыҡтарға ҡарап, әҙерәк уйланһа, фәһем алһа ине.
Хакимиәт отчеты менән халыҡ осрашыуында ауылдарҙан йән әсеп ҡайта. Эш юҡ, эскелек бар, тиҙәр. Ни өсөн мал аҫрамаҫҡа, баҡса, картуф ултыртмаҫҡа? Беҙҙең райондың үҙенсәлеге – яҡында Магнитогорск ҡалаһы урынлашҡан. Бер яҡтан, был яҡшы. Ауыл халҡы мал аҫрарға, уны йыйып, ҡалаға иткә тапшыра ала. Ни өсөн беҙҙең башҡорт эшләйһе урын­ға, был эштә тажик, үзбәк йәки башҡа кешеләр йөрөй? Малсылыҡты үҫтерә алмайбыҙ, сабырлыҡ, тырышлыҡ етмәй. Картуф үҫтереп һатырға ла мөмкин – ләкин эшләмәйбеҙ.
– Әле һеҙ етәкләгән предприятие тарихын байҡайыҡ...
– Эште тәүҙә шлак блоктары эшләүҙән, төҙөлөштән, ағас әҙерләүҙән башланыҡ. Аҙаҡ, 2000 йылда, газ үткәреү әүҙемләшкәс, ошо йүнәлеште һайланыҡ. Әле был юҫыҡта иң эре ойошма булып торабыҙ, үҙебеҙҙә, Белорет ра­йонында, Магнитогорск ҡалаһында эшләйбеҙ. Ауылдарға барабыҙ, документ әҙерләйбеҙ, трассалар һалабыҙ, линияға тоташтырабыҙ.
Иң мөһиме – кешене алдамаҫҡа, үҙеңдең әйткәнеңә яуап тота белергә кәрәк. Газ үткәреү менән әллә нисәмә йыл шөғөлләнгәс, даими клиенттар ҙа барлыҡҡа килде.
Асҡарҙан Магнитогорск яғына сыҡҡан урында «Асҡар уттары» тигән кафебыҙ бар. Унда 15 ҡатын-ҡыҙ эшләй, ҡатыным – Шәүрә апайығыҙ уның менән етәкселек итә. Бизнеста бер йүнәлештә генә булһаң, үҫешеүе, табыш алыуы ҡыйын. Шуға күрә лә һәр ваҡыт үҙгәрергә кәрәк.
Беҙҙә эшләгән 56 кеше менән туғандар һымаҡ мөнәсәбәт булдырылған. Эш алдынан донъя яңылыҡтарын һөйләйем. Егеттәр минең исемде лә рәсмиләп әйтмәй, «Дамир ағай» ти ҙә ҡуялар. Был алым нисектер тәртипкә өйрәтә. Электән эшләп килгәндәргә йәштәр эйәрә. Бындай туғандарса мөнәсәбәт башҡорт халҡында электән килгән, үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә. Эш хаҡын үҙ ҡулдарым менән таратам һәм аңлатып бирәм: «Ҡустым, бына һин үткән айҙа ошолай эшләнең, бына ошо күләмдә аҡса сыҡты». Үҙем күҙәтәм – теге барыбер ҡәнәғәт булып ҡала.
1991 йылда эшҡыуарлыҡты башлағанда хәҙергегә ҡарағанда еңелерәк ине. Һалым системаһы башҡа булды, бөтә эшләгән аҡса үҙеңә була, тип уйланыҡ. Аҙаҡтан ғына аптырауға ҡалдыҡ. Ул мәлдәрҙә беҙ нығынып ҡалдыҡ. Атап әйткәндә, шул 90-сы йылдар башында РФ Президенты Борис Ельцин эшҡыуарҙарҙы 28 процентлыҡ хаҡ өҫтәмәһенә һалымдан (НДС) өс йылға азат итте. 1998 һәм 2008 йылғы иҡтисади көрсөктө сағыштырғанда ла, улар барыбер еңелерәк үтте. Халыҡты ҡурҡытыу, шиккә һалыу булманы.
Бөгөнгөһө менән сағыштырғанда, әлеге көрсөк ауырыраҡ үтә. Рөстәм Зәки улы менән осраш­ҡанда, ул беҙҙең менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште. Республикала барлығы 40 мең эшҡыуар иҫәпләнә, шуға ла ҡыҫҡартыуҙар булдырмау, эште һаҡлап алыу мөһим, тигән теманы күтәрҙек. Беҙҙең эшкә көрсөктөң аяҡ салыуын булдырмаҫҡа – шул беҙҙең бөгөнгө үтәйһе бурыс булып тора. Бының өсөн эш хаҡын түләргә һәм, иң мөһиме, коллективты тоторға, кешеләрҙе ҡыҫҡартмаҫҡа кәрәк.
– Эш арбаһы тәгәрмәсенә таяҡ тығыусылар осранымы?
– 1990 йылда әле эш башлап ҡына торған саҡта Магнитогорск ҡалаһы рэкетирҙары беҙгә янай торғайны. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға әйтеүҙән файҙа юҡ, сөнки улар ҙа шул криминалға бәйле булды. Киләләр, аҡса һорайҙар, ә милиция быны белә, ләкин ярҙам итмәй.
Таныштарым араһында аҡса алып, уны бирә алмағас, «счетчик»ка ҡуйылғандары осраны. Һыйырын, өйөн һатып түләүселәр булды. Ентекләберәк ҡараһаң, уларҙың сделка-фәләнгә бер ниндәй ҙә килешеү йәки башҡа документтары булмаған, рэкетирҙар бары тик ҡурҡытып ҡына аҡсаны тартып алған.
Нимәһе йәнде көйҙөрә торғайны – ауылдар­ға ике-өс машинала «разборка»ға килгән кешеләр­ҙе күрә тороп та, бер кем дә яҡлауға сыҡмай. Йәшенеп-боҫоп, тәҙрәнән генә ҡарап хушһыналар. Кавказда шулай итеп берәйһен баҫып барып ҡара. Ә башҡорттар үҙҙәрен-үҙҙәре түпәләттерә.
Эшҡыуарҙар араһында ла рэкет булды, бер-береһенән бурыстарҙы ҡайтарыу йәки башҡа операциялар шунһыҙ үтмәне. Бер мәл газ үткәреү өсөн йөкләмәне минең өҫкә ауҙарҙылар. Аҡса таптырып, кеше килеп йөрөнө. Милицияға барырға ҡурҡам, уларҙың алымдары детектив китаптарҙа яҙылғандан һис тә айырылманы. Аптырап, Магнитогорск ҡалаһындағы иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлегендә эшләгән иптәшемә барҙым. «Бер ҡайҙа ла йөрөмә, хәҙер улар бикләп ҡуясаҡ», – тип кәңәш бирҙе. Аҙаҡ ул үҙенең дуҫтары менән тегеләр менән осрашҡан, низағты хәл иткән.
Әлеге ваҡытта ундай талаусылар юҡ, әммә эшҡыуарҙар административ яуаплылыҡтан яфалана.
Партнерҙар араһында ла һүҙгә килешеүҙәр йыш була. Кеше юҡлыҡҡа сыҙай, рәхәтлеккә түҙә алмай – аҡса әйләнеше булһа, һин миңә ҡарағанда насар эшләнең, мин күберәк алырға тейешмен, тигән һүҙҙәр сыға, тарҡалыу була. Ошонан ҡасырға кәрәк. Әле мин үҙем генә ойошманың ойош­тороу­сыһы булып торам.
– Әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлау йәһәтенән, әйҙәгеҙ, бизнес буйынса кәңәштәрегеҙҙе тыңлайыҡ.
– Бөтә нәмә көстө ярата, шулай ҙа ул бер яҡлы булырға тейеш түгел. Башҡорт эшҡыуарҙары күберәк булһын, улар халыҡты алға әйҙәһен ине. Балаларҙы йүнсел итеп үҫтерергә кәрәк. Эшҡыуарҙар булһа, улар эшләгән аҡса мәҙәниәтте, рухты, әҙәбиәтте, спортты ла үҫтерәсәк. Йырсылар, композиторҙар аҡсаһыҙ, тимәк, беҙһеҙ була алмай.
Кеше ҡапыл ғына байып китмәй. Бизнеста баҫҡыслап, яйлап күтәрелергә кәрәк. Шул уҡ мәлдә тормошҡа ҡарашты, рухты ла үҙгәртергә, уның өҫтөндә эшләү зарур.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Айбулат ИШНАЗАРОВ әңгәмәләште.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 12-06-2015, 13:09 | Ҡаранылар: 582
|
  • Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
  • Әҙәбиәт – мәҙәниәттең нигеҙе
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ
  • “Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә беҙҙең милләт юғалып ҡалмаһа ине”,
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM