RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәскәләр батшабикәһе

23.05.2014 Сәскәләр батшабикәһе

Сәскәләр  батшабикәһеЙылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фәниә Айытҡолова гөлдәр үҫтереүҙән рухи ләззәт кенә түгел, килем дә ала.
Шау сәскәгә күмелеп ултырған йортҡа таң ҡалдым да, хужабикәһе күренмәйме икән, тип тәҙрәләренә ҡарайым. Ай-һай, тәҙрә төптәре лә гөл менән тулы икән дә баһа! Гөлдәр батшалығының хужаһы менән танышмай тороп артабан бер аҙым да яһарға ҡыймай, йорт ҡапҡаһын асмай булдыра алманым инде. Йортон сәскәле-гөллө иткән хужабикә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фәниә Айытҡолова булып сыҡты. Төрлө гөл үҫтереүе менән ауылдаштарын күптән һоҡландыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ошо матур шөғөлөн бәләкәй генә килем сығанағына ла әйләндереп алған әле ул – гөлдәр әленән-әле сәскә ата, яңы ботаҡтар ебәрә. Уларҙы артабан да үҫтерергә кәрәк.

– Артығын сығарып ташлап буламы ни, таныштарыңа таратаһың. Айырыуса матурҙарын матур һауыттарға ултыртып, үҫтереп алам да, сәскә аттырып, һатам. Халыҡ яратып ала, минең дә күңелем була. Аҡса эшләү ысулы түгел инде ул, нигеҙҙә. Балаларым, ҡунаҡтар йәй көндәрендә килә лә, иртән тороу менән тәҙрәгә ябырыла – ниндәй сәскә күҙен асты икән, тип күҙәтәләр, – ти үҙе лә гөл кеүек балҡып торған Фәниә апай.

Сәскәле йортто былтырғы йәйҙә күргәйнем. Әле нимәләр менән мәшғүл икән был апай тип, үҙе менән телефон аша һөйләшеп алдым. Әлбиттә, бирелеп китеп сәскәләр ултыртыу, ҡайҙандыр ҡыҙыҡлы орлоҡтар табырға тырышыу мәшәҡәттәре баҫып алған уны. Яҙ бит! Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел – әле Фәниә Айытҡолова ләләләре менән ғорурлана. Улары ла күп икән. Сәскә орлоҡтарын төрлө ерҙән яҙҙырып та ала, йәрминкәләргә лә барып һайлай. Иң яратып үҫтергәне – георгин. Уларҙың ниндәй төрөн генә, ниндәй төҫөн генә күрһә лә, шундуҡ һатып ала. Дөйөмләштереп әйткәндә, бер йылда 50 тирәһе төп георгин үҫтерә. Бынан тыш, 15-ләгән төрлө башҡа сәскәләре лә бар. Ә инде өйҙәге гөлдәре – 60 төп тирәһе. Баҡсанан яҡшы уңыш алыу, сәскәләр үҫтереү тураһындағы тапшы­рыу­ҙар ҡарай, журналдар уҡый, радио аша яңғыраған кәңәштәрҙе лә теркәп ҡуя ул. Үҫтергән йәшелсәләре лә бик күп.

– Шөғөлөмдө, артабан да киңәйтеп, сәскәләрҙе тағы ла күберәк үҫтерер инем – мөмкинлек сыҡмай тора. Һыу проблемаһы бар. Колонкалар булмағас, һыуҙы ташып һибеү үтә лә ҡыйынға төшә. Насип булып, был яйға һалынһа, еңел һулар, тағы ла киңерәк ҡолас алып эшләр инем. Ямғыр яуһа, ҡыуанабыҙ инде, ләкин һуңғы арала ҡоро йылдар йышайҙы, – тип проблемалары менән дә бүлеште хужабикә.

Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай бәхетле булырға теләгән, һәр көндөң йәмен табырға тырышҡан кеше тормошонан тәм алыу юлын таба. Фәниә апай 17 йәшлек кенә улы мәрхүм булғандан һуң сәскәләр үҫтерергә тотонған. Матур, күңелде баҫырлыҡ шөғөл, шулай бит? Тормош – һикәлтәле генә ул. Ләкин унда ла гөл-сәскәләргә күмелеп йәшәргә була. Һоҡланам шундай ҡатындарға!

Лилиә СИРАЕВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе