НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Терәлерлек булмаған терәк кәрәкме?

Терәлерлек булмаған терәк кәрәкме?


Терәлерлек булмаған терәк кәрәкме?Декабрь айы беҙҙең Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн “конституцион“ ай булып иҫәпләнә: 5 декабрь – СССР, йәғни Сталин Конституцияһы, 12-һе – Рәсәй, 24-е Башҡортостан Конституцияһы көнө булып тора. Ошо өс Конституция көнөнөң тик беренсеһе генә ысын кимәлдә байрам итеп ҡабул ителде. РФ Дәүләт Думаһы рәсми байрам тип һаналған Рәсәй Конституцияһы көнөн календарҙың ҡыҙыл битенән төшөрөп ҡалдырҙы. Бынан 20 йыл элек халыҡ референдумында ҡабул ителгән Конституцияны Борис Ельцин күп йылдарға иҫәпләнгән Төп Закон итергә тырышты. Президент булған сағында ул Законға үҙгәрештәр индереүҙе ҡырҡа рәүештә тыя килде. Тик Дмитрий Медведев ҡына бер үҙгәреш индерҙе – президент мөҙҙәтен – 4 йылдан 6 йылға, Дәүләт Думаһыныҡын 4 йылдан 5 йылға тиклем оҙайтты. Башҡортостан Конституцияһы тураһында әйтеп тороу кәрәкмәй – власть вертикале төҙөү һылтауы менән уны аяҡ аҫтына һалып тапанылар тиерлек.
Бына сират Рәсәй Конституцияһына ла килеп етте шикелле. Төрлө кимәлдә уның киләсәге тикшерелә – һүҙ документҡа тейергә ярамауҙан алып бөтөнләй икенсе закон ҡабул итеүгә тиклем ҡуйыртыла. 7 декабрҙә юридик вуздарҙың конституцион хоҡуҡ кафедраһы мөдирҙәре менән осрашыуҙа Владимир Путин: “Төп Закон иң тотороҡло закон булырға тейеш“, – тине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең Юғары һәм Арбитраж судтарын берләштереү эше башланды. Ә бының өсөн Конституцияны үҙгәртеү талап ителә. Дәүләт идеологияһы тураһындағы статья­ның да Конституцияла урын табырға тейеш икәне асыҡланды.
Ә сентябрь башында хөкүмәт етәксеһе Дмитрий Медведев, Рәсәй Конституция­һына үҙгәрештәр индереләсәк, тип белдер­ҙе. Бындай күренеш халыҡ өсөн әллә ни аңлашылып бөтмәгән һымаҡ булһа ла, бер нәмә асыҡ: уның Конституцияла иғлан ителгән хоҡуҡтарының күбеһе көн дә тиерлек ҡыҫырыҡланып килә. Конституцияны үҙгәртмәй генә яңы закондар аша бушлай медицина хеҙмәтен, белем, лайыҡлы социаль тәьминәт алыу хоҡуғын юғалта барабыҙ. Оптималләш­тереү маҡсатында ябылған мәктәптәр, дауаханалар һәм стационарҙар, пенсияға сығыу йәшен арттырыу һ.б. – быға асыҡ миҫал. Рәсәй дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йылдан алып илебеҙҙә мәктәптәрҙең иҫәбе 1,5 тапҡыр­ға кәмене. Власть быны насар демографик күрһәткестәр менән аҡларға маташа. Йәнәһе, халыҡ үҙе ғәйепле. Пенсия өлкәһендә реаль аҡсаны ниндәйҙер абстракт балдарға әйләндереү ҙә ошо рәттә тора. Яңы пенсия формулаһы буйынса уртаса эш хаҡының 40 процентын тәшкил иткән пенсия алыу өсөн хәҙер элеккесә 5 йыл түгел, ә 35 йыл стаж кәрәк. Минималь эш хаҡы ошо йылдарҙа гел генә йәшәү минимумынан күпкә ҡалышып килде (бөгөн ул тик 65 процент ҡына тәшкил итә). Был Конституцияла бирелгән кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоуҙы аңлата. Дәүләт етәкселәре был күренеште асыҡтан-асыҡ халыҡҡа әйтергә ҡурҡһа ла, ябай кешене алдап булмай шул. Конституция биргән хоҡуҡтарының үтәлмәүен күргән халыҡтың дәүләт алдында булған үҙ бурыс­тарын үтәмәү өсөн мораль хоҡуғы барлыҡҡа килгәнен власть нишләптер аңлап етмәй. Бындай миҫалдар бихисап. Нишләп мин бушлай белем, дауа бирмәгән, минең тыныслығымды һаҡламаған дәүләткә һалым түләргә, армияға баламды ебәрергә тейешмен, тигән һорауҙар ҡуйған кешеләрҙең һаны артыуы юҡҡа түгелдер. Фотоларҙа күрһәтелгән рекламаның барлыҡҡа килеүен аңлап ҡарағыҙ: бында ысынында “дәүләт мине алдағас, мин дә дәүләтте алдай алам“ тигән нәмә асыҡтан-асыҡ яҙылған түгелме ни? Был законға һыймаған белдереүҙәргә ҡаршы полицияның ҡыл да ҡыбырлатмауы ла бөтәһенә лә көн кеүек асыҡтыр. Бынан егерме йыл элек “тура көскә эйә булырлыҡ закон“ тип ҡабул ителгән Конституцияның үтәлмәүе – аяныс күренеш. Юҡҡа ғына: “Ҡаҙағы сереһә, ситән ауа“, – тип әйтмәй­ҙәр. Ә ныҡ тапалған ситәнде ашатлап сығалар.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙең илдә Конституция власть тарафынан да, халыҡ күҙлегенән дә Төп Закон тип ҡабул ителмәй. Бәлки, шунлыҡтан да кешелә байрам кәйефе тойолмай. Шул уҡ Сталин Конституцияһын алып ҡарайыҡ. Ул 1936 йылда 1918 йылда ҡабул ителгән Конституцияға алмашҡа килеп, “еңгән социализм Конституцияһы“ тип ҡабул ителә. Рәсәйҙе ВТО-ға ҡабул итеүҙе беҙҙә баҙар иҡтисады “тамам еңде“ тип ҡабул иткәндә, беҙгә лә яңы Төп Закон кәрәк тип иҫәпләргә булалыр. Тик “еңгән капитализм”дың өр-яңы Конституцияһын халыҡ референдумында ҡабул итеп булырмы икән?

Илдар ҒӘБИТОВ.

Сығыу ваҡыты 13-12-2013, 04:28 | Ҡаранылар: 621
|
  • Башҡортостан Хөкүмәте йыл эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк
  • Өй төҙөргә тип алған ағасты һатып булмаясаҡ
  • Социаль пенсия күләме арттырылды
  • “Мәғариф тураһында” закон проекты ҡабул ителде
  • Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM