НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Европа кимәленә тиң

Европа кимәленә тиң


Һуңғы йылдарҙа элемтә технологиялары иҡтисад структураһының иң етеҙ һәм йылдам үҫеүсе тармаҡтарының береһенә әүерелде. Беҙҙең республикала ла элемтә өлкәһендәге үҙгәрештәргә таң ҡалырлыҡ. Ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, хатта төпкөл ауылдарҙа ла заманса элемтә хеҙмәтенең барлыҡ төрҙәре лә күрһәтелә, йәғни халыҡҡа телекоммуникацияларҙан файҙаланыу өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырыла. Ә инде элемтәнең көйлө һәм сифатлы эшләүе иҡтисади-социаль тотороҡлоҡто, халыҡтың тормош кимәлен билдәләй, интеллектуаль ҡеүәтебеҙҙе үҫтерә. Шундай уңышҡа ирешеүебеҙ менән беҙ, иң беренсе сиратта, элемтәселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтенә рәхмәтле. Рәсәйҙә иң эре һәм лидер булып торған элемтә операторҙарының береһе – «Башинформсвязь» акцио­нерҙар йәмғиәте мәғлүмәт һәм телекоммуникациялар инфраструктураһын үҫтереүҙә ваҡыт менән ярышып атлай, тип әйтә алабыҙ. Компания һәм уның етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте, фиҙакәр хеҙмәте тормошобоҙға мәғлүмәти технологияларҙы әүҙем индерергә һәм был йүнәлештә яңынан-яңы үрҙәр яуларға булышлыҡ итә.
Йәмғиәт өсөн әһәмиәтле һәм халыҡ өсөн бик тә кәрәкле эш башҡарыу һәр бер элемтәсе өсөн ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та.
«Башинформсвязь» йәмғиәтенең Шишмә район элемтә узелы начальнигы Рәмил Уразмәтов менән әңгәмәбеҙ ана шул хаҡта һөйләшеүҙән башланды. Ул элемтә өлкәһендә 1977 йылдан эшләй. Шуның 31 йылы – элемтә узелы етәксеһе вазифаһында. Респуб­ликала, үҙенең тыуған төбәгендә элемтә тармағын үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалған шәхес ул.
Европа кимәленә тиң
– Мин эшләгән осорҙа телефон станцияларының алты быуыны алмашынды. Уларҙың һәр береһендә элемтә тармағының үҫеш баҫ­ҡыстары сағыла, – ти Рәмил Ислахетдин улы.
Яңы эшләй башлаған саҡтары бөгөнгөләй хәтерендә уның: телефонлаштырыуға ихтыяж мөмкинлектәрҙән күпкә ҙур, төп фондтар иҫкергән, элемтә тармағына иғтибар түбән, ә күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең даирәһе лә, сифаты ла яҡшыртыуҙы талап итә ине.
– Тотош республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла бөтә төр элемтәнең, мәғлүмәти технологияларҙың бөгөнгө үҫеш кимәлен хаҡлы рәүештә 1992 йылда предприятиены акционерлаштырыу һәм «Башинформсвязь» акционер­ҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Мөхтәр улы Ғайсиндың алдан күрә белеүсәнлеге, ныҡышмалылығы, талантлы етәксе булыуы менән аңлатырға кәрәк. Элемтә өлкәһендә һынылыш, ыңғай үҙгәрештәр тап шул осорҙан башланды, – тип һөйләй Рәмил Ислахетдин улы. – Был үҙгәрештәр, үҙ сиратында, иҡтисади мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итеү мөмкинлеген бирҙе, яңы ҡорамалдар һатып алыуға, техник яңырыуға юл асты, коллективтың мәнфәғәттәрен алғы планға сығарҙы.
Ә Шишмә элемтәселәре был мөмкинлектәрҙән һөҙөмтәле файҙалана, һәр эштә алдынғы булырға тырыша. Ғөмүмән, был күркәм ғәҙәт – коллективтың айырылғыһыҙ сифаты. Әйтәйек, райондың Горный ауылында тәү башлап урынлашты­рылған электрон-һанлы станция республикала тәүгеләрҙең береһе була. Элемтә эшмәкәрлеген компьютерлаштырыуға, уникаль үткәреү һәләтенә эйә булған оптик-сүс линиялар һуҙыуға ла улар тәүгеләрҙән булып тотона. Бөгөн дә заманса технологияларҙы индереүҙә өлгөрлөк күрһәтәләр. Әлбиттә, был «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәтенең тотороҡло үҫеше шарттарында һәм уның ҡеүәтле ҡанаты аҫтында ғына мөмкин булыуы көн кеүек асыҡ. Компания һәр ваҡыт ауыл мәнфәғәттәрен иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы. Ә бит ҡасан ғына ауыл кешеһенә телефон үткәреү хыял кеүек ине. Ауылдарҙы телефонлаштырыуҙы тиҙләтеү маҡсатында үткән быуаттың 90-сы йылдарында йәмғиәт «Халыҡ телефоны» акцияһын башланы. Уның сиктәрендә районда телефон селтәрен үҫтереү бығаса күрелмәгән ҡолас алды.
– Шул осорҙа йыл һайын 250 – 300 абонент номеры урынлаштыр­ҙыҡ, 15 яңы телефон станцияһын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, – тип барлай башҡарған эштәрҙе Рәмил Уразмәтов.
Әлбиттә, бының өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Шулай ҙа, ниндәй генә мөһим эш башлаһалар ҙа, йәмғиәт етәкселегендә улар аңлау һәм яҡлау таба. Элемтәселәр үҙҙәре эшләп тапҡан аҡсаны, ҡулла­ныусыларҙың средстволарын һө­ҙөм­тәле файҙалана.
Бөгөн район ауылдары иң сифатлы телефон бәйләнеше, заманса технологияларға ҡорол­ған элемтә хеҙмәттәре, шул иҫәптән юғары тиҙлекле интернет менән файҙалана. Районда һанлы 41 АТС эшләй. Элемтә селтәрен киңәйтеү буйынса эш дауам итә, анығыраҡ әйткәндә, АТС-тарҙы өҫтәмә һыйҙырышлы итеү, яңы линиялар һалыу ғәмәлгә ашырыла. Быйыл, мәҫәлән, Сәлих ауылына оптик-сүс линияһын һуҙып, 40 номерға иҫәпләнгән яңы АТС-ты сафҡа ебәргәндәр. Күптән түгел Яңы Сәфәр ауылында шулай уҡ яңы АТС файҙаланыуға тапшы­рыл­ған. Әлегә тиклем улар Шишмә ҡасабаһындағы АТС-тан файҙаланғандар. Хәҙер был ауылдарҙа элемтә сифаты тағы ла яҡшырған, иң мөһиме, интерактив lР-телевидение хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеге тыуған, абоненттар һаны артҡандан-арта.
Аҡманай ауылында ла яңыртылған АТС эшләй башлаясаҡ. Унда оптик-сүс линияһы һуҙылған һәм дөйөм селтәргә тоташ­тырыл­ған, тиҙҙән йыһаздар ҡайтарыласаҡ. Яңы Муса ауылына, шулай уҡ оптик-сүс линия үткәреп, яңы электрон станция ҡуйылған. Был ауыл халҡы ла заманса телефон хеҙмәтенән файҙалана.
Европа кимәленә тиң
2-се Алкин ҡасабаһында ла 27 саҡрым оҙонлоҡтағы оптик-сүс линияһы үткәргәндәр. Ул райондың элемтә системаһында мөһим роль үтәйәсәк, йәғни был линияға яҡын тирәләге Баҡса, Сәлих, Ураҙбаҡты, Арыҫлан ауылдары тоташтырылған. Әлбиттә, район тулыһынса телефонлаштырылған. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡала телефон селтәре (ГТС) менән берлектә эшләй башлағас, йәнә байтаҡ ауылдарҙа электрон телефон станциялары ҡуйылған. Был элемтә сифатын яңы дәрәжәгә күтәрә. Хәҙер линияларҙы яңыртыу йүнәлешендә эш дауам итә. Ҡараяҡуп ауылынан башлап Иҫке Мусаға һәм артабан Сыуалкип, Бүләкбаш, Дурасов ауылдарына ҡәҙәр булған кабелде яңыртып, Шөңгәккүл – Шишмә линияһына тоташтырыу маҡсаты ҡу­йыл­ған. Шул рәүешле Шишмә ҡасабаһын урап, ярты районды уратып алған ҡулса хасил буласаҡ. Бының әһәмиәте ҙур, ти район элемтәселәре. Линияла ғәҙәттән тыш осраҡтар, әйтәйек, авария хәле тыуһа, икенсе яҡлап та инеү мөмкинлеге буласаҡ. Билдәләнгән эш күләменең күпселек өлөшө үтәлгән, уны тиҙерәк тамамлау хәстәрлеге күрелә, йәғни 27 саҡрым кабелде алмаштыраһы бар.
Әйткәндәй, элемтәселәр селтәр­ҙәрҙе яңыр­тыу­ҙы үҙ сығымдары иҫәбенә башҡара. Был инде уларҙың иҡтисади ҡеүәтен, булдыҡлылығын асыҡ раҫлай. Был күрһәткестәрҙә лә асыҡ сағыла. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында шишмәләр элемтә хеҙмәттәре буйынса 18 миллион 670 мең һумдан ашыуыраҡ табыш алған. Үткән йылдың шул осорона ҡарата 126,5 процент тәшкил итә был. Абоненттар һаны үҫә. Быға телефон урынлаштырыуға хаҡтарҙың һығылмалы булыуы ла булышлыҡ итә. Әле «Башинформсвязь» компанияһы иғлан иткән акция сиктәрендә район халҡы ни бары 500 һумға телефон үткәрә. Интернеттан ҡулланыусылар һаны 3250-гә еткән. Киң һыҙатлы интернет технологияһынан, lР телевидение хеҙмәтенән халыҡ бик теләп файҙалана. Был яңылыҡ ауылдарҙа 100-гә яҡын телеканалды ҡарау мөмкинлеген бирә. Або­ненттар һаны артҡандан арта.
– Хәҙерге осорҙо информация технологиялары быуаты тип хаҡлы әйтәләр. Халыҡтың элемтә хеҙмәттәренә ихтыяжын да заман, осор билдәләй. Ә бына шул ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә ҡоролған коммуникацияларҙы көнө-сәғәте менән генә башҡарып булмай. Шуға ла беҙ, элемтәселәр, ваҡытты уҙып, йәғни киләсәкте күҙаллап эшләргә тейеш, – тип фекере менән уртаҡлаша Рәмил Уразмәтов.
Был осраҡта элемтә коммуникацияларының тиҫтәләрсә йылдарға, йәғни килер быуындарға хеҙмәт итергә тейешле ҡорамалдар булыуын күҙ уңында тота етәксе. Шуға улар һәр эште юғары сифатлы итеп башҡара. Тырышлыҡ үҙен аҡлай. Мәҫәлән, үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында «Башинформ­связь» акционерҙар йәмғиәте ҙур сығымдар тотоноп, Өфө – Шишмә оптик-сүс линияһын һуҙған. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, линия бөгөн дә ышаныслы хеҙмәт итә, уның буйынса кабелле телевидение ҡабул ителә.
Коллективтың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге унда эшләүселәрҙең һөнәри оҫталығына бәйле. Бында кадр­ҙарға талаптар һәр саҡ юғары. Рәмил Уразмәтов был традицияға өлкән быуын элемтәселәре нигеҙ һалыуын әйтеп үтте. Заманында баш инженер булып эшләгән Башҡор­тостандың атҡаҙанған элемтәсеһе Петр Ильминский һәм район элемтә узелы начальнигы Зөфәр Хәйруллин, үҙәк телефон станцияһының элекке инженеры Алексей Сафроновтың исемдәрен айырыуса ихтирам менән иҫкә ала ул. Әле элемтә узелында 57 кеше эшләй. Намыҫлы хеҙмәт менән абруй яулаған белгестәр күп. Инженер-электрониктар Филүз Вахитов, Айрат Заманов, йәш белгес Илмир Сабаев, электромеханиктар Рәзит Уразмәтов, Фәнилә Байкова, Лениза Әхмәтова, Илшат Бикмәев, Рәжәп Шәрипов, тракторсы-машинистар Михаил Михайлов, Александр Губанов үҙ вазифаһын айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Һуңғы ваҡытта эшкә заманса әҙерлекле йәштәр килә.
– Уларҙың белемен, һәләтен инновацион технологияларҙы үҙләштереүгә тулыһынса йәлеп итергә, бар яҡлап та ярҙам итергә тырышабыҙ. Сөнки заманса элемтә, телекоммуникациялар менән киләсәктә улар идара итәсәк, – ти Рәмил Уразмәтов йәштәргә ҙур ышаныс белдереп.

Лира КӘРИМОВА.
Шишмә районы.

Автор фотолары.

Сығыу ваҡыты 21-08-2010, 16:00 | Ҡаранылар: 1423
|
  • Элемтә үҫешә
  • Рәсәй почтаһын акционерҙар үҫтерәсәк
  • Элемтә һәр кемгә кәрәк
  • Элемтә хеҙмәтенең сифаты тағы ла артасаҡ
  • Хеҙмәттәре юғары социаль баһаға лайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM