НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Илһөйәр тауар етештереүселәр арта

Илһөйәр тауар етештереүселәр арта


Республикала урындағы тауар етештереүселәрҙе дәртләндереү һәм уларға булышлыҡ итеү өсөн күп эш башҡарыла. Әлбиттә, үҙебеҙҙең тауар­ҙы таратыуға ла иғтибар бирелә. Республика етәкселеге тарафынан “Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән саҡырыу ҙа иғлан ителгәйне.
Йәнә бер яңылыҡ – “Башҡортостан продукты” (“Продукт Башкортостана”) билдәһе. Уны булдырыу идеяһын БР Сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим иткәйне. Бындай сара республика тауар етештереүселәре продукцияһының урындағы баҙарҙа киң файҙаланылыуына йүнәлтелгән. Бөгөн 31 предприятие үҙ продукцияһын ошо билдә аҫтында һатыу хоҡуғына эйә. Уларҙың күбеһе һөт, икмәк-булка продукцияһы, ит һәм кондитер изделиелары, эсәр һыу етештереүҙә махсуслашҡан.
Әле “Башҡортостан продукты” билдәһен алыуға БР Сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына төбәктең тауар етештереүселәренән йәмғеһе 46 заявка ҡабул ителгән. Был эш дауам итә.
Дөйөм алғанда, “Башҡортостан продукты” билдәһе аҫтында 700 төр продукция һатыла башлаясаҡ.

Сығыу ваҡыты 17-05-2013, 12:26 | Ҡаранылар: 663
|
  • Сифатлы аҙыҡ ҡайҙа һатыла?
  • Төп иғтибар – иҡтисадҡа
  • “Башҡортостан продукты” билдәһен ҡулланыусылар арта
  • “Бәләкәй” эшҡыуарҙар, ярҙам һорарға мөмкин
  • Тауарыңа «үҙебеҙҙеке» билдәһен ҡуй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM