RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Завод дәүләт заказдарына өҫтөнлөк бирергә тейеш

18.06.2011 Завод дәүләт заказдарына өҫтөнлөк бирергә тейеш

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа сәфәрендә хәрби техника һәм ҡоралды утилләштереү предприятиеһында булды.
«Авангард» заводында айына 120 мең снарядты утилләштерергә мөмкин. Һуңғы ике йылда бында Иглин районының Урман ҡасабаһында һаҡланған 308 мең снаряд килтерелгән.
Республика башлығы боеприпас­тарҙы зарарһыҙландырыу майҙансығын, преслау блогын һәм сәнәғәт шартлатҡысы цехын ҡараны. Уға утилләштерелгән ҡоралдың металл корпустарын һәм шартлатҡыс матдәләрҙән яһалған продукцияны − сәнәғәт зарядтарын, шашка-детанаторҙарҙы, шартлатҡыс состав­тар­ҙы күрһәттеләр. Рөстәм Зәки улы, снарядтарҙың «Авангард» ке­үек махсус завод биләмәһендә профессионалдар тарафынан утилләштерергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, предприятие эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә, дәүләт заказдарын йәлеп итергә тәҡдим итте.
«Авангард» 1943 йылда барлыҡҡа килгән. Унда хәрби техниканы утилләштереп кенә ҡалмайҙар, ә ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ эштәре лә алып барыла. Завод продукцияһы нефть табыу сәнәғәтендә ҡулланыла. 1992 йылдан алып бында утилләштерелгән дары эшкәртелә һәм сәнәғәт өсөн яңы продукция етештерелә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай