НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡарабойҙай табылманы

Ҡарабойҙай табылманы


Ҡарабойҙай табылманыЯңы йыл байрамдары үтеү менән халыҡты хаҡтар артыуы борсой башланы. Уларҙың аҙыҡ-түлеккә генә түгел, ут, һыу, газ өсөн дә һиҙелерлек күтәрелеүе – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Баҙарҙа, магазиндарҙа йөрөгәндә иғтибарлап тыңлаһаң, халыҡтың тап ошо проблемалар менән ҡыҙыҡһыныуын асыҡ күрергә була.
Әлбиттә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы арттырыуға нигеҙ итеп 2010 йылда төбәкте бөлгөнлөккә төшөргән ҡоролоҡто атай­ҙар. Был турала ентекләп яҙып тороу ҙа артыҡ. Тик шуныһы: беҙҙе белгестәр, бесән булмау сәбәпле халыҡ малын күпләп һуясаҡ һәм иткә хаҡ төшәсәк, тип өмөтләндерҙе. Тик был өмөттәр аҡланды тип әйтеп булмай. Улай ғына ла түгел, Яңы йыл алдынан иткә хаҡ күтәрелде һәм ул төшөргә йыйынмай ҙа шикелле. Баҡтиһәң, ауыл халҡы артыҡ малын йәй көндәрендә үк һуйып бөткән һәм хәҙер һатырлыҡ мал ҡалмаған икән. Ә бына тауыҡ итенең хаҡы саҡ ҡына булһа ла төшкәндәй тойола. Баш ҡалабыҙҙағы «Тәбиғәт байлыҡтары» сауҙа комплексы һатыусылары әйтеүенсә, ошо аҙна эсендә йомортҡаға хаҡ ике тапҡыр кәметелгән (ике тапҡырға түгел – Л. С.).
Ә бына ҡарабойҙай ярмаһы торғаны бер сер ояһына әүерелде. Уның бер килоһының хаҡы 85 һум тирәһенә етеп (ҡайһы бер супермаркеттарҙа 800 грамлыҡ ҡаптарҙа 95 һумға ла һатылды), аптыратып та өлгөрмәне, ул магазиндарҙан серле генә итеп юҡҡа сыҡты. Һәр хәлдә, ошо аҙна уртаһында инеп сыҡҡан «Монетка», «Байрам» селтәрҙәренә ҡараған магазиндарҙа ҡарабойҙай бөтөнләй юҡ ине. Хатта: «Хәҙер ҡарабойҙай ҡара ыуылдырыҡ кеүек касса эргәһенә генә ҡуйып һатыламы икән әллә?» – тип аптырап, был ярманы оҙаҡ ҡына эҙләп тә ҡараным. Юҡ, табылманы. Бәләкәйерәк сауҙа комплекстарында ла ҡарабойҙай күренмәне.
Түбәндәге таблицала хаҡтар, аҙнаның шаршамбы, кесе йома көндәрен иҫәпкә алып, бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелгән.
Хаҡтар – һумда
«Байрам» магазиндары селтәре
Кишер 28,50
Кәбеҫтә 29,90
Картуф 39,80
Мандарин 69,80
Аҡ май 110,90
Тауыҡ боттары 78,90
Тауыҡ түшкәһе 58,80 – 98,30
10 дана йомортҡа 17,77 – 32,90
Дөгө ярмаһы 33,90 – 39
Манный ярмаһы 18
Макарон изделиелары 22
Шәкәр 38,90
800 грамлыҡ ҡапта
тары ярмаһы 37,80
«Макфа» оно 22,70
1 литр һөт 25,50 – 49,80

«Монетка» магазиндары селтәре
Кәбеҫтә 29,90
Һуған 29,90
Ҡыҙыл сөгөлдөр 25,50
Мандарин 49,90 – 59,90
Ҡыяр 149
Көнбағыш майы 49,50 – 73,50
1 литр һөт 23,50 – 37
Тауыҡ түшкәһе 74,90 – 85
Тауыҡ боттары 79,90
Минтай балығы 59,90
Скумбрия балығы 85
10 дана йомортҡа 33 – 34
Макарон изделиелары 25 – 29
Тары ярмаһы (800 г.) 33
Дөгө ярмаһы (800 г.) 34,50
Шәкәр 40 – 41

«Тәбиғәт байлыҡтары» сауҙа комплексы
Кәбеҫтә 36 – 40
Һуған 40 – 50
Картуф 47 – 50
Ҡыяр 190
Помидор 160
Мандарин 90 – 120
Кишер 37 – 40
Ҡыҙыл сөгөлдөр 43
Аҡ май 100 – 136
10 дана йомортҡа 18,50 – 36
Һыйыр ите 180 – 280
Тауыҡ түшкәһе 69 – 103
Макарон изделиелары 24 – 45
Минтай балығы 72 – 101
Скумбрия балығы 99
Он 17

Л. СОЛТАНОВА.

Сығыу ваҡыты 15-01-2011, 16:05 | Ҡаранылар: 1773
|
  • Кеүәҫ заманы
  • Бутҡа урынына банан
  • БАҘАРМЫ, СУПЕРМАРКЕТМЫ?
  • Бер күтәрелгәс, ҡабат төшөрмө икән?
  • Сиратта – тары ярмаһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM