НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Тырыштарға эш ҡарышмай

Тырыштарға эш ҡарышмай


Илеш районының Куйбышев исемендәге хужалыҡҡа бына 23 йыл инде Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, республиканың күп һанлы Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған Рәзиф Ихсанов етәкселек итә. Хужалыҡ игенселек һәм малсылыҡ буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Малсылыҡ продукттарын етештереүҙәге уңыштары өсөн кооператив 2004 йылда УАЗ автомобиле менән бүләкләнгән. 2005 йылда иһә БР Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булғандар. Былтыр Рәзиф Хәтмулла улына Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
– Беҙ йыл һайын 34 – 35 миллион һум табыш алмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Федераль һәм республика бюджетынан алын­ған дотация ла беҙгә бик ҙур ярҙам булып тора, техника паркын яңыртабыҙ, Белоруссияла эшләнгән мал аҙығы таратҡысын эшкә ҡуштыҡ, – ти хужалыҡ етәксеһе.
Хужалыҡта бына шулай ихтыяждарын кредит-фәлән алмайынса ҡаплап баралар. Һөт һатыуҙан көндәлек табыш йөҙ мең һум тәшкил итә. Хужалыҡ эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы айыныҡы-айына түләп барыла. Керемдәр һәм сығымдарҙы хисапсы Лариса Мортазина ла теүәл иҫәпләй.
Һуңғы ике йылда ла ауыл хужалығы буйынса диплом алып, бик өмөтлө йәш белгестәр эшкә ҡайтҡан.
– Наил Әхмәтов, Вадим Авзалов, Илнур Шәйхетдинов, Руслан Сәйетгәрәев, Раил Ситдиҡов кеүек йәштәребеҙ ауылда төпләнде. Урта махсус белем алып, беҙгә эшкә ҡайтыусылар бөгөн БДАУ-ҙа ситтән тороп уҡый, – ти кооперативтың баш инженеры, рәйес урынбаҫары Әфҡә Аҡмалов.
Ауыл халҡы өсөн дробилка, пилорама, тирмән эшләй. Яҙ көнө шәхси хужалыҡтағы баҡсаларҙы һөрөү өсөн эшселәргә техника бирелә. Ауыл биләмәһе территорияһындағы эштәрҙән, уҙғарыл­ған сараларҙан кооператив ситтә ҡалмай.
Ауыл хакимиәтендәге ике фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡты хеҙмәтләндерә.
Мәҙәниәт усаҡтарында бер китапханасы, өс мәҙәниәт хеҙмәткәре эшләй. Бында эш алдан төҙөлгән план буйынса ойошторола. Мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһы ныҡлы. Төрлө йолаларға арналған байрам саралары үткәрелә. Йәштәр эше буйынса белгес үҙ бүлегенең эшен йәштәр үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә ойоштора. Ауылда йыл һайын береһенән-береһе тырыш ғаиләләр ҡорола, яңы йорттар ҡалҡып сыға. Йорт һалған йәш ғаиләләргә хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтелә.
Районда һәр йыл һайын ауылдар, хужалыҡтар араһында спорт ярыштары уҙғарыла. Куйбышевтар уларҙа әүҙем ҡатнашып, төрлө призлы урындар яулай. Был уңыштарҙа бында эшләп килгән төрлө спорт түңәрәктәренең өлөшө ҙур.
Ауылдарҙы йәшелләндереү, төҙөкләндереү буйынса бик күп эш эшләнгән – һыу колонкалары ремонтланған, ағастар ултыртылған һ.б. Бөгөн бында бәләкәй эшҡыуарлыҡ киң ҡолас менән үҫешә. Ауыл халҡын хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләргә теләге булғандарға ярҙам ҡулы һуҙыла. Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға халыҡ үҙ өлөшөн индерә. Мал һарай­ҙары төҙөү, мал аҫрау өсөн кредит алыусылар йылдан-йыл арта.
– Тырышҡанға эш ҡарышмай. Ә беҙҙә халыҡ һынатмаҫҡа тырышып йәшәй, – ти хакимиәт башлығы Хәлит Хәмит улы Авзалов, уңыштары менән ғорурланып.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.

Сығыу ваҡыты 8-01-2011, 14:01 | Ҡаранылар: 2646
|
  • 500 ферманы төҙөкләндерергә теләүселәр арта
  • Етәксе булғас таһыллы, эштәре бара ырамлы
  • Министр нуримандар менән танышты
  • Халыҡҡа – үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек
  • Илеш өлгө булырға тейеш
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM