RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әлиә тыуҙырған матурлыҡ

30.10.2017 Әлиә тыуҙырған матурлыҡ

Әлиә тыуҙырған матурлыҡБыл ҡыҙҙың милли биҙәүестәренә һоҡланып туймаҫлыҡ! Һәр бер йыйған өлөшөнә күпме күҙ нуры, күңел йылыһы һалынған. Ә уның тылсымлы ҡулдары күпме гүзәл затты ҡыуандырған.

– Урамда китеп барғанда үҙемдең алҡаларымды таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙы күрһәм, күңелемә шундай рәхәт булып, шатланып китәм, – ти ҡул оҫтаһы Әлиә Батраева.
Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында I курста белем алған Бишбүләк ҡыҙы милли биҙәүестәр эшләү менән өс йыл элек мауыға башлай. Тәүҙә хобби һымаҡ күрһә, тора-бара килем алыу юлына әйләнә.
– Миңә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре электән оҡшай. Һәр ваҡыт уны таҡҡандарға һоҡланып ҡарай инем. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында уҡып йөрөгәндә әсәйем эшләп ҡарарға тәҡдим иткәс, тотонорға булдым. Үҙе төрлө өлөшөн алышырға ла ярҙам итте. Тәрбиәсем Илүзә Айрат ҡыҙы Күсәрбаеванан да оҫталыҡ дәрестәре алдым, – ти ул.
Бер эшкә егелгәс, идеялар үҙҙәре үк тыуа башлай. Әлиә биҙәүестәрен бер ҙә ҡабатламай, һәр ваҡыт төрләндереп тора. Ансамблдәргә эшләгәндә генә бөтәһен дә бер иш итергә тура килә. Ҡайһыныһын 15 – 20 минутта уҡ тамамлап ҡуйһа, ҡатмарлыраҡтары менән ике сәғәткә тиклем булыша. Лекцияларҙан ҡайт­ҡас, мауығып китеп, төнгө сәғәт дүрткә, бишкә тиклем ултыр­ған саҡтары ла булғылай. Ә алҡа, балдаҡ эшләүгә кәрәкле швенза, коннектор, тәңкә кеүек өлөштәрен, таштарҙы «Барбарис», «Хобби» интернет-магазиндарынан күмәртәләп һатып ала. Шулай арзаныраҡҡа төшә икән.
Иң башта Әлиә биҙәүестәр эшләүе хаҡында интернет селтәрендә иғландар бирһә, ә хәҙер ҡуймай башлаған инде. Һатып алыусылар үҙҙәре үк таныштары, дуҫтары аша эҙләп табып, әсәй-өләсәй, апай­ҙарының тыуған көндәренә, байрамдарға бүләккә заказ бирәләр. Алҡа, балдаҡ, муйынсаҡ алыр­ға теләүселәр өсөн «Бәй­ләнештә» социаль селтәрендә «ӘминәӘминә» төркөмө лә бар. Ҡыҙҙы төрлө этно-күргәҙмәләрҙә лә йыш осратырға мөмкин. Уның эштәре менән республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаһында ғына түгел, хатта Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләрендә йәшәүселәр ҙә ҡыҙыҡһына. Уларға биҙәүестәрҙе оҫта почта аша ебәрә. Эштәрен бик оҡшатып, апай-инәйҙәр рәхмәт әйтеп, фотоларын да һала. Яратҡан шөғөлөнөң күптәргә ҡыуаныс килтереүенә ҡыҙ үҙе лә шатланып, милли биҙәүестәр эшләүгә тағы ла илһамланып, ҡатын-ҡыҙ затына матурлыҡ бүләк итеүен дауам итә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.
АВТОР фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай

Мискәнән – баҙ

13.11.2018 - Иҡтисад Мискәнән – баҙ


Раузалар өшөмәһен тиһәгеҙ...

Нимә ул реструктурлаштырыу?