RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡар көрәргә – 1,5 миллиард һум

16.01.2015 Ҡар көрәргә – 1,5 миллиард һум

Ҡар  көрәргә –  1,5  миллиард  һумҠыштың бер тиҫкәре яғы бар – ҡары йәнде көйҙөрә. Һыуығына аптырамайбыҙ, йыш ҡына иретеп тә ята әле. Ҡар ҡамасаулай, тинек. Тиҙҙән, ҡалаларҙа ҡар ваҡытында көрәлмәһә, мэрҙарҙы эштән бушатырға мөмкин булыуы ихтимал. Рәсәй Йәмәғәт палатаһының социаль ин­фраструктура, урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор шуны тәҡдим итә. Халыҡтың ышанысын юғалт­һа, етәксене төбәк башлығы отставкаға ебәрәсәк. Тик былай булырмы икән?
Шпектор әфәнде белдереүенсә, бер нисә мэр эштән бушатылһа, башҡаларға фәһем буласаҡ. Ҡар баҫҡан ҡалалар етәксенең насар эшләүенән барлыҡҡа килә, ти ул. Түрәләр урам таҙартыуҙа байый ҙа әле. Тәүҙә бер төрлө сумма бүленә лә, һуңынан арзан­ға ғына гастарбайтерҙарҙы яллап эшләтәләр, һөҙөмтәлә арыу ғына аҡса кеҫәгә төшә.
Торлаҡ ойошмалары берлеге рәйесе Константин Крохин ҡар көрәү нормативтарын теүәлләргә ҡуша. Уныңса, урамдан ҡарҙы дүрт көндә таҙартырға тейештәр. Асфальтҡа тиклем ҡырмаһалар ҙа ярай, 5 – 10 см ҡар ҡалһа ла, хилафлыҡ юҡ. Ҡар ни, була инде ул, Рәсәй бит ҡарлы ил. Ҡыш дүрт-биш айға һуҙыла.
Ә дөйөм алғанда, ҡар көрәүгә бик күп аҡса бүленә. Мәскәү хөкүмәте, мәҫәлән, быйыл магистралдәрҙе таҙартыуға 1,5 миллиард һум аҡса бүленә, тип тендер иғлан иткән.

“Известия” гәзите сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай