НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Командировка таныҡлыҡтары бөтөрөлә

Командировка таныҡлыҡтары бөтөрөлә


Дәүләт һәм эшҡыуарлыҡ ойошмалары хеҙмәткәр­ҙәренә Рәсәй ҡалаларына сәфәргә барғанда командировка та­ныҡ­лыҡтарын алып йө­рөргә кәрәкмәйәсәк.
Хәҙер эш биреүсегә сә­фәр­ҙең датаһы һәм ваҡыты күрһәтелгән поезд йәки са­молет билеты ла етә.
Командировка таныҡлыҡтары уларҙың йөкмәткеһе хеҙмәткәрҙәрҙе эш буйынса командировкаға йүнәлтеү тураһында бойороҡтоң йөкмәткеһен ҡабатлауы һәм уны тултырыу өҫтәмә хеҙмәт талап итеүе сәбәпле бөтөрөлә. Хеҙмәткәрҙе икенсе ҡа­лаға ебәреү өсөн бойороҡ ҡына кәрәк буласаҡ.
Әгәр хеҙмәткәр сәфәргә шәхси транспортында ба­рыр­ға теләһә, бында барыһы ла бик ябай. Хеҙмәткәр ко­мандировкала булыу ва­ҡытын рәсми яҙыуҙа күрһәтергә тейеш. Шуның менән бергә сәфәрҙә шәхси транспортын файҙаланыуын дә­лилләүсе документтарҙы ла тапшырыуы зарур.
Рәсәйҙән ситкә сыҡҡанда хеҙмәткәрҙәргә командировка таныҡлыҡтары кәрәкмәй ине, сөнки сикте үтеү тураһындағы билдә сит ил паспортына ҡуйыла. Бо­йондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә эшлекле сәфәргә барғанда ла борсолорға урын юҡ: сикте уҙғанда мисәт ҡуйылмаһа, хеҙ­мәткәр­ҙең эш буйынса ба­рыуын билеттар менән дә раҫлап була.
Хөкүмәт ҡарары буйынса командировка таныҡлыҡтарын бөтөрөү бухгалтерҙарға документтар тултырыуҙы ла кәметә.

З. ХӘСӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 16-01-2015, 09:50 | Ҡаранылар: 563
|
  • Әмзә эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы түләнде
  • һорау-яуап
  • һорау-яуап
  • «Сихырсынан ҡотҡарышығыҙ!»
  • Йәшлек гәзите хеҙмәткәрҙәре Стәрлебашта ҡунаҡта!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM