RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

20.09.2013 ҙур спорт тирәләй

Исеме есеменә әлегә тап килмәй шул...
ҙур спорт тирәләй«Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙендәге тәүге уйында «Амур»ға өҫтәмә ваҡытта 3:4 иҫәбенә еңелгәс, икенсеһендә көйәрмәндәрен ҡыуандырырға булды.
Улар беренселек дебютанты, Влади­востоктың «Адмирал» клубы менән сәкәләште. Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре тәүге осор­ҙа уҡ дүрт яуапһыҙ шайба индереп, осрашыуҙы алдан уҡ хәл итергә булды, буғай. Сөнки ҡалған икәүһендә һаҡланыбыраҡ уйнаны. Өфөләрҙә дебютын яһаған ҡапҡасыбыҙ Алексей Волков та һаҡта уңышлы торҙо. Бөгөн юлаевсылар «Себер»гә һынау тотасаҡ.
Әлегә Салауат Юлаев командаһы, алты уйындан һуң 10 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында дүртенсе урын биләй. Дөйөм алғанда, СКА клубына етеүсе юҡ. Улар алты уйында алты еңеү яулап, юғалтыу­һыҙ килә. Мәскәүҙең «Динамо»һы, СКА-нан өс мәрәйгә ҡалышып, икенсе баҫҡыста булһа, «Спартак» 14 мәрәйе менән – өсөнсө. 13-шәр мәрәй яулап, дүртенсе – бишенсе урындарҙы «Аҡ барс» менән «Динамо» /Рига/ хоккейсылары бүлешә. Иң аҫта – «Слован» /2 мәрәй/. «Атлант» тренерын ебәргәс тә тәүге яңеүен яуланы.

КХЛ-дың ике «башы» осто
КХЛ беренселеге башланыуға ете тур ҙа үтмәне, унда сығыш яһаған ике клубтың «башы» осто.
Мәскәү өлкәһенең «Атлант» клубы менән «Авангард» командаһы етәкселеге, баш тренерҙарының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, уларҙы эшенән бушатты. Шулай итеп, «Атлант»тың баш тренеры Сергей Светлов менән «Авангард»ты етәкләгән Финляндия белгесе Петри Матикайнен отставкаға китте. Быға тиклем «Атлант» биш уйында бер генә мәрәй яулаһа, «Авангард» алты осрашыуҙан һуң һигеҙ мәрәй менән үҙ дивизионында икенсе була. Күп тә үтмәй, «Авангард» етәкселеге күптән эшһеҙ йонсоған, Рәсәйгә билдәле Чехия белгесе Милош Ржиганы үҙенә саҡырып алды.

Лидерҙан һигеҙ мәрәйгә ҡалыша
«Өфө» футболсылары Рәсәй беренселегенең 13-сө осрашыуын Ырымбурҙа урындағы «Газовик» командаһы менән уҙғарҙы.
Дәғүәселәр тупты күпме генә ҡыумаһын, ике яҡтың да ҡапҡаһы уйын бөткәнсе «ҡоро» ҡалды. Хәҙер улар 6 – 7-се урындарҙы бүлешә. Юғарыла «Мордовия» клубы (28 мәрәй) килә. Улар «Өфө»нән һигеҙ мәрәйгә өҫтөнлөк итә.

Европаға етмәҫбеҙ шул…
Европаның иң көслө футбол командалары чемпиондар лигаһының сираттағы төркөм осрашыуҙарын башланы.
Тәүге уйында ЦСКА командаһы уҙған миҙгел еңеүсеһе – Германияның «Бавария» клубы менән осрашты һәм, уларға ҡаршы бер ни ҡыла алмай, 3:0 иҫәбенә еңелде. Әгәр ҡапҡасы Акинфеев күп осраҡта командаһын ҡотҡармаһа, иҫәп тағы ла ҙурыраҡ булыр ине. Бындай кимәл менән ЦСКА-ға икенсе яуап уйынына ла өмөт юҡ тиерлек. Уларға тағы, «Бавария»нан тыш, Чехияның «Виктория» һәм Англияның «Манчестер Сити» клубтары менән осрашырға тура киләсәк. Шулай уҡ «Зенит» футболсылары ла Испаниянан «йөкһөҙ» ҡайтты. Улар урындағы «Атлетико» клубына 3:1 иҫәбенә еңелде.
Башҡа төркөмдән Швей­ца­рияның «Базель» командаһы билдәле «Челси» уйын­сыларын ҡунаҡта 2:1 иҫәбенә еңеп, үҙенсә бәләкәй генә сенсация яһаны.

«Томь» тәүге мәрәйен яуланы
Футбол буйынса Премьер-лига командалары һигеҙенсе турын уҙғарҙы.
Чемпионат лидеры – ЦСКА футболсылары «Рос­тов»­ты 1:0 иҫәбенә еңһә, «Зенит» клубы «Терек»тан 2:0 иҫәбенә өҫтөнлөк итте. «Спартак» та, «Волга» командаһын 1:0 иҫәбенә еңеп, кәрәкле өс мәрәй яуланы. Хәҙер ЦСКА иҫәбендә 20 мәрәй булһа, «Зенит» менән «Спартак» 17-шәр мәрәй менән икенсе-өсөнсө баҫҡыс­та урынлашты. Лидерҙар рәтенә шулай уҡ «Локомотив» та һыйынды. Ул, «Кубань» футболсыларын 1:0 иҫәбенә еңеп, 16 мәрәй менән дүртенсе урында. Ниһайәт, «Томь» клубы үҙ иҫәбенә тәүге мәрәй яҙҙы. Улар «Анжи» менән 2:2 иҫәбенә таралышты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына