RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәнәфес, бәлки, файҙаға булыр

09.11.2010 Тәнәфес, бәлки, файҙаға булыр

Тәнәфес, бәлки, файҙаға булырДә-ә, инде нисәнсе уйын бер еңеп, бер еңелеп килә торғас, «Салауат Юлаев» хоккейсылары турнир таблицаһының 11-се баҫҡысына барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Беҙ, әлбиттә, көйәрмәндәр, командабыҙҙан тик еңеү генә көтөүгә өйрәнеп бөттөк. Дөрөҫөрәге, улар үҙҙәре ғәйепле. Хәҙер юлаевсылар тотороҡһоҙ уйын күрһәтә башлағас, урын тапмай, баш тренерынан алып һәр береһен һүгәбеҙ. Еңелеүһеҙ ҙә булмай. Тик уйынсыларыбыҙ лайыҡлы рәүештә еңелһен ине. Һуңғыһы тураһында һүҙебеҙ. «Барыҫ» инде юлаевсылар эргәһендә берәүгә түгел, ике башҡа түбәнерәк. Уйын өфөләрҙең тулыһынса өҫтөнлөгө менән башланды. Улар беренсе осорҙа, урам малайҙарын ҡыуалаған һымаҡ, боҙҙа йәне теләгәнен эшләне. Тегеләре тәгәрмәстәге тейен кеүек күренде. Аптырап, тәртип боҙоп, хужаларҙы туҡтатмаҡсы булғайнылар ҙа, өфөләр һөҙөмтәне арттырырға ашыҡманы. Йәнәһе, алда ваҡыт күп, өлгөрөрҙәр. Юҡ, шул... Икенсе осорға ике төрлө команда сыҡты. Күрше ил уйынсылары, бар көсөн йоҙроҡҡа төйнәп, тәжрибәле ағайҙарына мастер-класс үткәрҙе. «Барыҫ» командаһының сойорғот­ҡан бар шайбаһы инде Швециянан килгән ҡапҡасыбыҙҙың «артына» оялап ҡына торҙо. Иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына – 2:5. Әле алда бер осор бар. Беҙҙеке кеүек состав менән, Еременко менән Твердовский әйтмешләй, КХЛ-дағы бар дәғүәселәрҙе туҙҙырырға була. Уйынды рәтләргә өмөт бар һымаҡ тойола. ҡапҡа һағына ла Еременко үҙе сығып баҫа. Тик бәхет булмаһа – булмай икән шул. Өфөләр был уйынға әҙерлекһеҙ сыҡҡан, буғай. Улар, нисек тә булһа ошо осрашыуҙы тамамлап, тиҙерәк ял итергә ашыҡты шикелле. Сөнки Рәсәй йыйылма командаһы йыл да уҙғарылған Евротурҙың беренсе этабы – Карьяла кубогы өсөн турнирҙа ҡатнашасаҡ. Бәйге 11 – 14 ноябрҙә үтәсәк.
Шулай итеп, КХЛ беренселеге бер аҙ ялға туҡталды. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа бөгөнгө көнгә ҡарата турнир таблицаһын тәҡдим итәбеҙ.

1. «Металлург» /Мг./ 24 13 0 4 0 3 4 88 – 66 60
2. «Динамо» /Мәскәү/ 23 15 1 0 1 1 5 71 – 44 49
3. «Аҡ барс» 23 12 2 1 1 1 6 76 – 62 44
4. «Себер» 25 12 1 2 0 2 8 62 – 54 44
5. «Локомотив» 23 13 1 0 2 0 7 78 – 68 43
6. «Барыҫ» 25 12 1 0 2 2 8 83 – 76 42
7. «Авангард» 23 11 2 1 1 1 7 73 – 59 41
8. СКА 25 9 0 5 1 3 7 81 – 72 41
9. «Северсталь» 24 12 1 0 0 2 9 61 – 61 40
10. «Динамо» /Минск/ 25 10 2 2 1 1 9 76 – 69 40
11. «Салауат Юлаев» 23 9 2 3 2 0 7 89 – 74 39
12. «Югра» 22 9 0 3 4 1 5 64 – 65 38
13. «Торпедо» 22 8 4 1 0 1 8 52 – 48 35
14. «Динамо» /Рига/ 23 8 1 3 2 0 9 72 – 64 34
15. «Нефтехимик» 22 9 1 1 0 0 11 66 – 66 31
16. «Атлант» 22 7 1 1 4 1 8 44 – 47 30
17. ЦСКА 22 7 0 2 2 2 9 58 – 62 29
18. «Спартак» 25 7 1 0 2 2 13 53 – 71 27
19. «Амур» 25 7 1 0 1 2 14 51 – 76 26
20. «Трактор» 23 4 5 0 0 1 13 53 – 69 23
21. «Автомобилист» 21 4 3 1 1 1 11 50 – 66 22
22. «Витязь» 23 5 0 0 3 2 13 49 – 75 20
23. «Металлург» /Нк./ 25 3 1 2 2 2 15 48 – 82 19

*Овт. е-ү (овертаймда еңеү), бул. е-ү (буллит буйынса еңеү), бул. е-леү (буллит буйынса еңелеү), овт. е-леү (овертаймда еңелеү).
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына