RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

26.07.2013 ҙур спорт тирәләй

Рәсәй хоккейсылары Сочиға әҙерлек башлай
ҙур спорт тирәләй
Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы етәкселеге Сочиҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ уйын­сылар­ҙың яҡынса исемлеген теркәне.
Унда биш ҡапҡасы, ун ике һаҡсы һәм ун һигеҙ һөжүмсе саҡырыу алған.
Ҡапҡасылар: К. Баруллин, С. Бобровский, С. Варламов, В. Кошечкин, Н. Набоков.
Һаҡсылар: Е. Бирюков, А. Волченков, Е. Рясенский, И. Никулин, Ф. Тютин, А. Марков, А. Емелин, В. Войнов, С. Гончар, Е. Медведев, Д. Денисов, Н. Никитин.
Һөжүмселәр: И. Ковальчук, А. Овечкин, А. Анисимов, Л. Да­цюк, М. Варнаков, Д. Кокарев, Н. Кулемин, Е. Кузнецов, А. Ра­­дулов. А. Пережогин, Е. Мал­кин, А. По­пов, А. Семин, В. Тара­сен­ко, А.Терещенко, В.Ти­хо­­нов, Н. Яку­пов, В. Ши­пачев.

«Өфө»ләр аутсайдерға мәрәй бүләк итте

«Өфө» футболсылары Рәсәй беренселегенең сираттағы ту­рын­да Владивостокта урындағы «Луи‒Энергия» клубы менән осрашты.
Быға тиклем өс уйында бер мәрәй ҙә яуламаған хужалар, ҡунаҡтар ҡапҡаһына бер туп индереп, көйәрмәндәрен ҡыуан­дырҙы, ә бына «Өфө»ләр өс баҫҡысҡа түбән тәгәрәне. Хәҙер улар иҫәбендә – алты мәрәй һәм алтынсы урын.

Был юлы ла Густың эше бешмәне…

Рәсәй беренселегенең Премь­­­­­­ер-лига командалары яңы миҙгелде башлап, икешәр уйын үт­кәр­ҙе лә инде.
«Спартак» футболсылары, ике осрашыуҙа алты мәрәй яулап, берҙән-бер юғалтыуһыҙ клуб булып чемпионатты башланы. Тағы ете команда 4-әр мәрәй менән 2 – 8-се урындарҙы бүлешә. Уҙған беренселек призеры – Махачкаланың «Анжи» командаһы турҙы уңышһыҙ башлап, уның билдәле баш тренеры Гус Хид­динк клуб етәкселегенә, отставка һорап, мөрәжәғәт иткән. Теге­ләре риза булып, уның менән килешеүҙе өҙгән.

Роман Павлюченко Рәсәй өсөн сығыш яһамаясаҡ

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы һөжүмсеһе, билдәле футболсы Роман Павлюченко Рәсәй командаһы менән мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйырға булды.
Ул үҙе башҡаса йыйылма командаға саҡырылмаясағына ышанып, ошо хаҡта белдерҙе. Роман Рәсәй командаһы өсөн бары 51 осрашыуҙа ҡатнашып, дәғүәсенең ҡапҡаһына 21 гол ин­дергән.

Елена Иҫәнбаева ҡолғаһын һөйәргә булды

Ҡолға менән бейеклеккә һикереү буйынса донъя рекордсменкаһы, билдәле спортсы Елена Иҫәнбаева яратҡан шөғөлөн ҡалдырырға булды.
Олимпия уйындарының ике тапҡыр еңеүсеһе, бейеклеккә һикереүҙә 30-ға яҡын донъя рекорды ҡуйған 31 йәшлек Иҫәнбаева августа Мәскәүҙә үтәсәк донъя беренселегенән һуң ҡолғаһын һөйәмәксе. Ул, кейәүгә сығып, балалар үҫтереү хаҡында хыяллана.

«Ванкувер» клубы 10 һанын буреға ҡалдырҙы

НХЛ-дың «Ванкувер» клубы заманында улар өсөн һигеҙ йыл уңышлы сығыш яһаған Рәсәйҙең билдәле хоккейсыһы Павел Буреның10-сы һанын үҙендә мәңгеләштерергә булған.
Быға тиклем Канада командаһы шулай уҡ Стэн Смил (12), Тревор Линден (16) һәм Маркус Нэслунд (19) уйнаған һандарҙы мәңгеләштергән.
«Йыл минең өсөн уңышлы булмаҡсы. Улым тыуҙы, Дан залы исемлегенә индерҙеләр, хәҙер килеп ғүмеремдә лә уйламаған хыялды тормошҡа ашырҙылар. Был минең иң бәхетле көнөм буласаҡ », – ти П. Буре.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына