RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ

12.07.2013 Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ

Әбйәлил районының Байым ауылы халҡы балалар һабантуйы үткәрҙе
Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ
Йәй − иң күңелле, балалар һағынып көтөп алған осор, сөнки ҡайнар ҡояш ҡыҙҙырғанда рәхәтләнеп һыу инергә, ҡыҙынырға, ләззәтләнеп еләк-емеш ашап, ҡорһаҡ тултырыр­ға, урамда хәлдән тайғансы уйнарға мөмкин. Әбйәлил райо­нының Байым ауылында йәшәүсе ҡыҙ һәм малайҙар өсөн иһә быйылғы йәй уртаһы айырыуса иҫтәлекле булды − каникулдарын яңы яҡты тойғоларға байытып, балалар һабантуйы уҙҙы. Ауылыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ старостаһы Ғәҙел Моратовтың тәҡдиме менән, урындағы депутаттар ярҙамында үткәрелгән сара шул тиклем шәп килеп сыҡты! Уҡыусылар Руслан һәм Данил Толонғужиндар, Фәнил Моратов, Илдар Вәлитов, Динис Әхмәтов һәм башҡалар иртә менән майҙансыҡ әҙерләне. Приздар, бүләктәр уҡыусылар йыйып тапшыр­ған металл һыныҡтары аҡсаһына алынды. Төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа балалар ихлас ҡатнашты. Һәм иң мөһиме, тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ҡул көрәштереү, футбол һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы! Етмәһә, эшҡыуар Лидар Әхтәмов бәләкәстәргә батут алып килеп ҡыуандырҙы: кескәйҙәрҙең ҡулдарын болғай-болғай һикереп-тәгәрәүен күҙәткән һәр кемдең кәйефе күтәрелде. Ғаилә көнө алдынан үткәрелгән байрамдан атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Дәртләнеп киткән атай-әсәйҙәр командаһы хатта балалар менән бергә пейнтбол уйнаны!
Уйнап, йүгереп арыған бәләкәстәрҙе Гөлсөм Йәһүҙина, Әлфиә Балхина һут һәм тәмлекәстәр менән һыйланы. Көнө буйы барған байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт таралышты. Һәм шул саҡта балаларҙың, өлкәндәрҙең ҡыуанысын уртаҡ­лашыр­ға ашыҡҡандай, зарыҡтырып оҙаҡ көттөргән ямғыр килеп етте – шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өйөлдө!

Әмилиә ҒӘЛИКӘЙЕВА.

Әбйәлил районы,
Байым ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына