RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Тәбиғәтебеҙҙе һөйөргә, һаҡларға өйрәтәбеҙ», –

17.05.2013 «Тәбиғәтебеҙҙе һөйөргә, һаҡларға өйрәтәбеҙ», –

ти Күгәрсен районының йәш туристар станцияһында өҫтәмә белем биреү инструктор-педагогы Зариф Йәрмөхәмәтов
«Тәбиғәтебеҙҙе  һөйөргә, һаҡларға өйрәтәбеҙ», – Һәр кеше үҙ тормошонда ниндәй ҙә булһа бер шөғөлдө үҙ итеп, шуның менән мауығып, шунда ҡайнап йәшәй. Әгәр инде яйы төшһә, шул өлкәлә үҙен һынап, булмышын йәшәйешкә әйләндерә. Туплаған тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлашып, үҫеп килгән быуынға ла еткереүҙе талап итеп ҡуя.
Күгәрсен районы үҙәгендә йәш туристар станцияһында өҫтәмә белем биреү педагогы, йәш турис­тар инструкторы, туризм өлкәһендә янып йәшәгән, 27 йылдан ашыу педагогик стажы булған Башкортостан мәғариф алдынғыһы Зариф Йәрмөхәмәтов хаҡында ине һүҙем. Ул бер мәл гәзитебеҙ «Йәшлек»те тотоп, Алтай тауҙарынан сәләмен еткергән булған.

− Зариф, ҡалай шәп һөнәр тапҡан­һың ул. Тәбиғәт ҡосағында, уның матурлығында ғына ҡайнайһың…
− Уныһы шулай инде, бер уйлаһаң. Ана шул матурлыҡты һаҡлап ҡалыр өсөн үҫеп килгән быуын­ға, аңлатыу эшенән тыш, туризм ҡанундарын да өйрәтәбеҙ.
Етәксем, Башҡор­тостан мәғариф алдынғы­һы бер туған Зәкир ағайым, балалар менән өс тиҫтә йыл инде ошо өлкәлә эшләй. Мин дә уның уҡыу­сыһы.

− Турист ял итеп кенә йөрөй түгелме?
− Ял итеп ятыу өсөн дә нимәлер эшләргә кәрәк бит. Шул уҡ тамаҡ ялғау өсөн урманда аш бешерергә, йоҡлар өсөн урын әҙерләргә һәм башҡаһы. Тик беҙ ял итеп йөрөүсе турист түгел, ә спорт туризмы өлкә­һенә ҡарайбыҙ. Беҙҙең һөнәр физик яҡтан сыҙамлылыҡҡа ҡоролған. Ауырлыҡтарҙы тәбиғи шарттарҙа йырып сығыр өсөн төрлө ысулдар ҡулланыу ҙа беҙҙең төп шарт. Балаларҙы психологик яҡтан да ҡыйынлыҡтарға өйрәтәбеҙ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, универсаль кеше үҫтерәбеҙ. Бына ябай ғына бер миҫал: епте йәки бауҙы күптәр ысҡынмаҫлыҡ итеп бәйләй белмәй, бәйләһә, ҡабаттан ысҡындыра алмай. Ана шул тормошта осраған ябай ғына һәр ауырлыҡҡа әҙер булһын өсөн, беҙ үҫеп килгән быуынға уларҙан сығыу юлдарын өйрәтәбеҙ. Турист булырға хыялланған үҫмер иң башта кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә, ҡотҡарыу алымдарын белергә тейеш. Уның техник үҙенсәлектәре − йәйәү үткән ерҙә осраған ауырлыҡтарҙы еңеү, кәрәк ерҙә бау менән эш итә белеү, ашарға бешереү, ғөмүмән, бар йәһәттән дә оҫта һәм физик яҡтан көслө булыу мотлаҡ. Шөғөлөбөҙ тормошта иң кәрәкле­ләр­ҙең береһе тип һанаһам да, яңылышмам. Беҙҙең районда ошо өлкәлә эшләгән биш филиал бар. Мораҡта, мәҫәлән, спорт туризмы менән 360-ҡа яҡын бала шөғөлләнә. Барыһы ла ихлас йөрөй. Уңыш­тарыбыҙ ҙа бар. Район кимәлендә генә түгел, республикабыҙҙа ла даныбыҙ бар. Биш йыл элек Урал һәм Волга буйы федераль округтарының асыҡ беренселегендә беренсе урын яулауға өлгәштек. Былтыр призерҙар исемлегенә индек. Башҡортос­тандың ауыл райондары араһында уҙғарылған «Иң яҡшы туристик станция» тигән конкурста 14 йыл рәттән алдынғылыҡты биргәнебеҙ юҡ.

− Бына беҙ Инйәр йылғаһы буйында үҫтек. Яҙ етеү менән йылға буйы туристар менән тулыр ине. Улар кәмәгә ултырып, аға торғайны. Беҙ, бала-саға, яр буйында һоҡланып ҡарап ҡала инек. Өлкәндәр, эшһеҙҙәрҙең эше генә ул, тиер ине. Бер яҡтан, дөрөҫ тә һымаҡ, сөнки аға бирәләр ҙә, палатка ҡороп, гитара ҡылдарын сиртеп, ял итә торғайнылар. Эшһеҙлек бит инде…
− (Йылмая). Уларса дөрөҫ һымаҡ. Сөнки, ысынлап та, ауыл ерендә эш күп. Фекерләү ҙә ул ваҡытта самалы булғандыр инде. Ә инде йырлап ятҡас, бигерәк тә. Эйе, бөгөн ойошмаған туристар күбәйҙе. Белер-белмәҫтән рюкзак йөкмәйҙәр ҙә, ике-өс көнлөк сәйәхәткә сығалар. Тәбиғәтте сүп-сарға күмеп, ятҡан ерҙәрен кеше үткеһеҙ итәләр. Улар турист түгел, тырнаҡ эсендәге ял итеүселәр. Ундайҙар аҙ булһын ине лә, юҡ шул, йылдан-йыл күбәйә.
Ана шуға бит иң башта балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү уятырға тырышабыҙ. Спорт туризмы бөтөнләй ял итеүгә ҡоролмаған. Туристик маршруттар буйлап сәйәхәттә осраған бар ҡыйынлыҡтарҙы үтеү төп маҡсат булып һанала. Уның төрҙәре йәйәү, саңғы, тау, һыу һәм башҡа туризмға бүленә. Шулай уҡ улар, ауырлыҡтарына ҡарап, өс дәрәжәгә һәм алты категорияға айырыла. Тәүге дәрәжә иң ябайы йәки бер ниндәй әҙерлекһеҙе ҡарай. Ул 30 саҡрым арауыҡтағы ябай 3 – 4 көнлөк маршрутҡа тәғәйенләнгән. Ҡалған­дарына иһә айырым әҙерлек кәрәк. Иң ҡатмарлыһы − алтынсы категория. 250 саҡрым арауыҡтағы ауыр, кеше үткеһеҙ маршрутты 20 көн буйына үтеү, йә бейек тауға үрмәләү. Башҡортос­танда географик йүнәлештә булған ҡыйынлыҡтарҙы күҙаллағанда, туристар беҙҙә дүртенсе категориялы йүнәлеште генә үтәй ала. 12 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр биш көнлөк бер нисә туристик походта булһа, уларҙы «Рәсәй турисы» тигән билдә менән баһалайҙар. Аҙаҡтан инде, категорияларҙы үтә бара, разрядтар ҙа бирелә.

− Ай-һай, ауыр икән… Хәҙерге балаларға ҡарағанда, уларҙың елкәһе йоҡа һымаҡ тойола. Түҙәләрме һуң? Ташлап киткән осраҡтар ҙа барҙыр…
− Төрлөһө була. Былай, улар менән уртаҡ тел табып, ҡыҙыҡһындыра белһәң, баш тартыусылар юҡ тиерлек. Һәйбәт психолог та булырға кәрәк. Алда әйткәнебеҙсә, беҙҙең һөнәр һәр өлкәне үҙенә ала. Ҡабатлап әйтһәм дә, зыян булмаҫ, кешебеҙ универсал булып үҫә, сыныға. Тағы килеп беҙҙең һөнәр ҙә аҡсаға бәйле. Әлбиттә, походтарға аҡса бүленә, тик ул аҙ. Шуның өсөн балаларҙың ата-әсәләре лә беҙҙе хуплап, ярҙам итеп тора. Эшләргә була, тырышабыҙ. Тик ятырға ваҡыт юҡ. Бына йәй ҙә етеп килә. Походтар миҙгеле. Йылғалар буйлап ағыу, велосипед походтары ҡаралған. Һеҙгә лә тәҡдим итәм.

− Эшһеҙҙәр эше бит ул…
− Эшһеҙҙәр ҡыуаҡ төбөндә ята ул, ә беҙ, киреһенсә, эшһөйәрлеккә өйрәтәбеҙ. Тәбиғәт шундай матурлыҡ бүләк иткән, ә беҙ һаман шуны күрә белмәйбеҙ. Киләсәк быуынға ла шуны һаҡлап еткерәһе ине.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына