RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҫәргән батырына – ҡамсат бүрек

07.05.2013 Үҫәргән батырына – ҡамсат бүрек

Үҫәргән батырына – ҡамсат бүрекАпрель аҙағында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында «Салауат» спорт-һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса «Үҫәргән батыры – 2013» беренселеге үтте
Сараны «Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы» Бөтә Рәсәй физкультура һәм спорт йәмәғәт ойошмаһы, Ейәнсура райо­ны хакимиәте Рәсәй Федерацияһы­ның Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов ярҙамында ойошторҙо. Ярышта Ейәнсура, Күгәрсен, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан һигеҙ команда һәм 79 көрәшсе ҡатнашты.
Беренселекте тантаналы асыуҙа Рәсәй парламенты депутаты Марсель Йосопов­тың ярҙамсыһы, Бөтә Рәсәй физкультура һәм спорт йәмәғәт ойошмаһының баш­ҡарма директоры Гөлнур Ҡолһарина милли көрәште үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, тренер­ҙарҙы, муниципаль хеҙмәткәр­ҙәрҙе Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты Морис Харис улы Йосопов исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
«Һеҙ көслө һәм ҡыйыу батырҙар, ил һаҡлаусылары, ғаилә яҡлаусылары булып үҫергә тейешһегеҙ!» – тине ул.
Республикала «Үҫәргән батыры − 2013» ярышы түңәрәк системаһы буйынса үткәрелде. Беренселектә «Үҫәргән батыры – 2013» Наил Хәмиҙуллин һәм «Табын батыры − 2013» исемен яулаусы Айгиз Зәйнетдинов ҡатнашты.
− Көрәш – ул быуындан-быуынға күскән йола, башҡорт халҡының милли үҙенсәлеге! – тине Наил. – Ярыш беҙгә көс бирә, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтыра.
− Келәмгә сығыу миңә рухи көс, дәрт бирә, − тип яуап бирҙе Табын ырыуы батыры. – Был сара Бөтә донъя көрәш чемпионатына әҙерлек этабы ла булып тора.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосо­пов, данлыҡлы көрәшсе, атҡаҙанған тренер һәм физкультура хеҙмәткәре Харис Йосоповтың улы булараҡ, милли көрәште үҫтереүҙе, халыҡ араһында спортты пропагандалауҙы тормошоноң төп маҡсаттарының береһе тип күрә. Ул бер туған ағаһы Морис Йосопов менән Башҡортостанда үткән милли көрәш һәм башҡа спорт ярыштарының инициаторы булып, республикабыҙҙа милли көрәште үҫтереү, спорт-һауыҡтырыу үҙәктәрен келәмдәр, тейешле йыһаздар менән тәьмин итеү өсөн күп көс түгә. Төрлө райондарға 250 келәм бүләк ителде, тренерҙарҙы уҡытыу, уларҙың тәжрибәһен үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды.
Еңеүселәр йәш һәм ауырлыҡ категориялары буйынса билдәләнде: 2000 – 2001 йылдарҙа тыуғандарҙан 30 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Алмас Вахитов (Күгәрсен районы) − 1-се, Рушан Солтанов (Баймаҡ районы) − 2-се, Ильяр Әбделғужин (Ейәнсура районы) − 3-сө, 35 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Динис Әлибаев (Баймаҡ районы) − 1-се, Бәхтиәр Һыртланов (Баймаҡ районы) − 2-се, Айгиз Абдуллин (Ейәнсура районы) 3-сө урын алды. 1995 йылғы һәм йәшерәктәр араһында: 40 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Илсур Яубаҫаров (Ейәнсура райо­ны) − 1-се, Илдус Байсарин (Күгәрсен райо­ны) − 2-се, Айтуған Рыҫҡолов (Күгәрсен ра­йо­ны) − 3-сө, 45 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Данис Хәлитов (Ейәнсура районы) − 1-се, Дим Абдуллин (Баймаҡ райо­ны) − 2-се, Илнар Ҡолдәүләтов (Күгәрсен районы) 3-сө баҫҡысҡа күтәрелде. 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Ғайсар Байрамғолов (Ейәнсура районы) − 1-се, Иҙел Әбдрәхимов (Баймаҡ районы) − 2-се, Билал Хәмиҙуллин (Ейәнсура районы) 3-сө урындарҙы бүлеште, 55 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Артур Мәжитовҡа (Күгәрсен районы) − 1-се, Самат Әбделғужинға (Ейәнсура районы) − 2-се, Ирәндек Байгилдинға (Ейәнсура районы) 3-сө урын бирелде. 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Айҙар Дәүләтов (Баймаҡ районы) – 1-се, Вилдан Әминев (Ейәнсура районы) – 2-се, Илнур Рәмиев (Баймаҡ районы) – 3-сө, 65 ккилограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Айгиз Суфиянов (Баймаҡ районы) − 1-се, Наил Ҡансурин (Хәйбулла районы) − 2-се, Тимур Мәжитов (Күгәрсен районы) 3-сө урынды яуланы. 65 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында Илназ Йәғәфәров (Ейәнсура райо­ны) − 1-се, Дим Ҡуланбаев (Баймаҡ райо­ны) − 2-се, Ғәҙел Ғәлин (Баймаҡ районы) 3-сө урынға сыҡты.
1994 йылда тыуғандар һәм олораҡтар араһында: 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Динис Дәүләтбәков (Ейән­сура районы) −1-се, Айрат Шәрипов (Күгәрсен районы) − 2-се, Шәфҡәт Сын­булатов (Хәйбулла районы) − 3-сө, 70 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Венер Нәбиев (Баймаҡ районы) − 1-се, Илнур Әбделғужин (Ейәнсура районы) − 2-се, Ришат Вәлитов (Күгәрсен районы) − 3-сө, 80 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Айгиз Зәйнетдинов (Күгәрсен районы) − 1-се, Рәфис Ғайсин (Ейәнсура районы) − 2-се, Хөрмәт Исмәғилев (Ейәнсура районы) − 3-сө, 80 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында Наил Хәмиҙуллин (Ейәнсура райо­ны) − 1-се, Тимур Өмөтбаев (Баймаҡ районы) − 2-се, Филүс Рыҫҡолов (Күгәрсен районы) 3-сө урын яуланы.
Абсолют беренселекте балалар араһында − Айгиз Суфиянов (Баймаҡ районы), ололар араһында Наил Хәмиҙуллин (Ейәнсура райо­ны) алды.
Командалар араһында 1-се урынды − Ейәнсура районы, 2-се урынды − Баймаҡ районы, өсөнсөнө Күгәрсен районы яуланы.
Ярыштың еңеүселәре һәм ҡатнашыусылары кубоктар, миҙалдар, ҡиммәтле приздар, дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ «Иң йәш батыр» − Айбулат Аслаев (Баймаҡ райо­ны), «Иң тиҙ еңеүсе» − Сыңғыҙ Ишмөхәмәтов һәм Наил Хәмиҙуллин (Ейәнсура райо­ны), «Иң һәйбәт техника» − Хәсән Әбсәләмов һәм Айгиз Зәйнетдинов (Күгәрсен районы), «Еңеү ихтыяры» − Ғәҙел Ғәлин (Баймаҡ районы) һәм Хөрмәтулла Исмәғилев (Ейәнсура районы), «Тамашасы һөйөүе» − Бәхтиәр Һыртланов (Баймаҡ районы) һәм Динис Дәүләтбәков (Ейәнсура районы) номинацияһын яулаусылар Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Абсолют еңеүсе – «Үҫәргән батыры − 2013» исемен яулаусы Наил Хәмиҙуллин ҡамсат бүрек менән бүләкләнде.
Иң кескәй көрәшсе Айбулат Аслаевты (Баймаҡ районы) «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Айнар Байбулатов − логотиплы футболка, ә Фидарис Юлсановты һәм Айгиз Абдуллинды (Ейәнсура районы) Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
− Бындай ярыштар дуҫлыҡты нығыта, бик күп спортсы өсөн яңы уңыштарға өлгәшеүҙә мөһим аҙым булып тора. Беренселектә ҡатнашыусылар башҡа йәштәр өсөн өлгө, – тип билдәләне район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р. Иҙрисов һәм Марсель Йосопов менән уның ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһаринаға милли көрәште үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе.
А. БАЙБУЛАТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына