RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс быуын ярышты

05.04.2013 Өс быуын ярышты

Өс быуын ярышты
Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында тәүге тап­­ҡыр Владимир Мар­тенс исемендәге кубокка баскетбол ярыштары үткәрелде. Уйындар гимназияның элекке уҡыусылары тарафынан ойошторолдо.
Владимир Мартенс – 1970 йылда асылған гимназияның беренсе физкультура уҡы­тыу­сыһы. Ошо мәктәптә ул 22 йыл эшләй. Уҡыусылар өсөн Павловка һыу һаҡлағысында спорт-һауыҡтырыу лагеры ойоштора. Уның тәрбиәләнеүселәре күп тапҡыр еңел атлетика, саңғы, баскетбол, футбол, волейбол буйынса район-ҡала ярыштарында еңеү яулай. Әлеге көндә В. Мартенс Германияла йәшәй. Ярыштарҙы үткәреүгә мәктәптә белем алған, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев етәкселегендәге «Амантай» ижад үҙәге ҙур өлөш индерҙе, шулай уҡ кубок, миҙалдарҙы ла ошо үҙәк яһаны. Командалар өсөн рәссам Азат ҡужин дизайны менән махсус уйын формалары әҙерләнде.
Кубок өсөн өс команда көрәште: мәктәп уҡыусыларының «Шатлыҡ» йы­йыл­ма командаһы, 2000 – 2012 йылдарҙағы сығарылыш уҡыусыларынан туп­ланған «Вәзих бөркөттәре» һәм 1978 − 1990 йыл­дар­ҙа уҡып сығыусылар – В. Мартенстың тәрбиәләнеүселәренең «MARTENS BOYS» командаһы. Финал­ға һуңғы ике коллектив сыҡты, үҙ-ара ике уйын үткәреп, берешәр еңеү яуланылар. Шулай итеп, ярышта дуҫлыҡ еңде.
Көтөп алынған бүләкләү минуттары ла килеп етте. Мәктәп уҡыусылары өл­кәндәрҙең ярышыуын күреп, матур өлгө алды. ойоштороусылар ярышты даими үткәрергә ниәтләй.

М. МОРАТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына