RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр ҡор йыйҙы

02.04.2013 Йәштәр ҡор йыйҙы

Яңыраҡ Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда ведомство тарафынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар ҡоролдо. Ултырышҡа республиканың бөтә район-ҡалаларынан вәкилдәр, шулай уҡ әүҙем йәштәр килде.
Коллегияла төп доклад менән сығыш яһаусы БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта билдәләүенсә, республикала спорт менән ҡыҙыҡһыныусы, кешеләр һаны артҡандан-арта. Һандар шуны һөйләй: 2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан халҡының 23 проценты даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Халыҡты әүҙем тормош алып барыу­ға нығыраҡ ылыҡтырыу өсөн бик күп спорт объекты төҙөлә. Мәҫәлән, былтыр республикала 22 спорт объектын төҙөү эштәре барған, бының өсөн 7 миллиард 125 миллион һум аҡса бүленгән. Был һандарға ҡарап, шуны ғына билдәләргә ҡала – республикала теләгән һәр кемдең спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Йәштәрҙән ни бары теләк кенә кәрәк.
Спорт менән юғары кимәлдә шөғөлләнеүселәребеҙ ҙә һынатмай – 4439 спортсыбыҙ Бөтә Рәсәй, Европа һәм донъя кимәлендәге рәсми чемпионаттарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнашҡан. Лондонда үткән Йәйге Олипиада уйындарындағы уңышлы сығыштар менән бөтәбеҙ ҙә таныш. Рәсәй кимәлендә Башҡортостан спортсылары һәр ваҡыт ҙур уңыштар яулай һәм илебеҙҙең йыйылма командалары составының йөҙөк ҡашы булып тора. Былтыр беҙҙә 797 спорт мастерлығына кандидат һәм 210 спорт мастеры тәрбиәләнгән. Республикала тәрбиәләнгән Олипиада һәм Параолимпиада уйындарының призерҙары сифатлы торлаҡ менән тәьмин ителде. Бында Башҡортостан Республи­каһы Президенты Рөстәм Хәми­товтың спортсыларға булған иғтибарын билдәләп үтергә кәрәк.
Шулай уҡ коллегияла йәштәр эшҡыуарлығына ҙур иғтибар бүленде. 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикала 4000 тирәһе кеше уртаса һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Улар араһында проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн грант алыусылар, дәүләт тарафынан башҡа төрлө ярҙам менән ҡулланыусылар күп. Йәшерен-батырыны юҡ – бөгөн эшҡыуарлыҡ тармағында проблемалар бик күп. Шулай ҙа был перспективалы йүнәлеш дәүләт ярҙамы, йәштәрҙең әүҙемлеге, идеялары менән алға китер, тип ышанғы килә. Йәштәр араһында эшҡыуарлыҡҡа ылығыусылар оло йәштәгеләрҙән күберәк. Ошо факт та йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп һайлау өсөн нигеҙ булып торорға тейеш.
Студенттарҙан төҙөлгән хеҙмәт лагерҙары өлкәһендә лә ыңғай күренештәр күҙгә салына. Былтыр Башҡортостанда студенттарҙың 110 хеҙмәт отряды ойошторолған, унда алты меңдән ашыу кеше эшләгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына