RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Венер «башҡорт» Ғәлиев!

29.03.2013 Венер «башҡорт» Ғәлиев!

Венер «башҡорт» Ғәлиев!
Алышҡа сыҡҡанда башҡорт батырын тап шулай иғлан итәләр
– Мөмкин булһа, Таһир улымды ҡулыма алып ултырайым әле, тымаулап тора, шуға тынғы­һыҙ­лана, – тип, универсаль көрәш һәм самбо буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы һәм тағы ла әллә күпме титул эйәһе Венер Ғәлиев ике айлыҡ сабыйын наҙлап ҡосағына алғас та, бәпес шунда уҡ тынысланып йоҡлап китте. Үҙенең бик ышаныслы ҡулдарҙа ятыуын белмәй­ҙер ҙә әле ул, мышнай-мышнай йылынып йоҡлауын белә... Спортҡа һуң булһа ла, бик уң килеп, ҙур уңыштар яулаған, ҡарамаҡҡа ҡаты күренгән Венерҙың улы өсөн өҙөлөп торғанын күргәс, минең алда абруйы бермә-бер артып китте. Кескәй Таһирҙы иркәләп кенә бәүеткән атай кешенең тауышы ла йомшағыраҡ яңғырағандай, ҡарашы ла яғымлыраҡ тойолдо. ҡаршымда алтмыш биш алыштың илле етеһендә еңгән ғәййәр көрәшсе түгел, ә донъя хәстәр­ҙәренә күмелгән ғәҙәти кеше, ике бала атаһы ултыра ине.
Әле Өфөлә йәшәгән Венер Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Әсәһе Рәйфә Фәйзулла ҡыҙы ла (ул сығышы менән Белорет райо­нының Береш ауылынан), атаһы Зәйнулла Ярулла улы ла (Миәкә районынан) спортсы түгел, ябай эшселәр. Ғәлиевтарҙың кесе улдары Дамир ҙа спортҡа битараф ҡала, ә бына Венер бала саҡтан үҙен төрлө спорт төрҙәрендә һынап ҡарай: дзюдоға йөрөп ала, йөҙөү ҙә уға оҡшай, ә футбол тиһәң донъя­һын онота...
Иптәштәре менән бергә грек-рим көрәшенә килеп, бер аҙ шөғөлләнгәс, улар ыңғайына секциянан китәм тигәс, атаһы Зәйнул­ла Ярулла улы ҡәтғи рәүештә, юҡ, башҡа бер ҡайҙа ла бармайһың, шунда шөғөлләнәһең, тип ҡырт киҫә: «Бер туҡтауһыҙ секциянан секцияға сабыу буламы?! Башла­ғанһың икән, дауам ит! Әгәр был секциянан да китһәң, башҡаса спорт тип ауыҙыңды ла асмай­һың». Шулай итеп, Венерға грек-рим көрәше менән ныҡлап шөғөлләнеүҙән башҡа сара ҡалмай. «Ата­йымдың үҙ һүҙендә ҡаты тороуы миңә тик файҙаға ғына булды», – ти бөгөн Венер. Мәктәпте яҡшы билдәләр менән тамамлағас, ул физкультура техникумына уҡырға бара. Һуңынан «ҡыҙыл» дипломлы йәш белгес, спорт ротаһында хеҙмәт итеп ҡайт­ҡас, Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй башлай. Тик үҙе өсөн генә спорт менән шөғөлләнгән егет егерме биш йәшендә беренсе тапҡыр рингыға сығырға йөрьәт итә. Тағы биш йылдан ул оло спортҡа аяҡ баҫа. Беренсе тапҡыр ҙур ярышҡа килгән билдәһеҙ «ҡарт» спортсыны бер кем дә етди ҡабул итмәй. Ә ул, барыһын да аптыратып, береһенән-береһе тәжрибәлерәк көслө дәғүәселәрен еңеп, беренсе урынға лайыҡ була. «Кем ул? ҡайҙан килгән?» – тигән һорауҙарға «Ул – башҡорт, Башҡортостан­дан!» – була яуап. Шунан алып уны барыһы ла «башҡорт» исеме менән белә. Алышҡа сыҡҡанда уны «Венер «башҡорт» Ғәлиев!» тип иғлан итәләр (яңыраҡ ҡына уға башҡорт милли кейемен дә бүләк иткәндәр, һәм ул декабрҙә үткән ярышҡа сыҡҡанда иңендә елән булды).
– Мин һәр алышты иҫемдә тотам, – ти Венер. – Һәр алыш та, һәр ярышташым да үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ.
Ярышта ла, тормоштағы кеүек үк, бар нәмә лә гел генә ал да гөл булмай, кәйефте ҡырған хәлдәр ҙә була. Еңелеп ҡайтыуҙы ғына күҙ уңында тотмайым, ойоштороу ҙа түбән кимәлдә булыуы ихтимал. Әйтәйек, Дағстанда, Махачка­лала үткән турнир бик бәләкәй генә залда ойошторолғайны. Ә алышты ҡарарға теләүселәр – бихисап! Унда алыштар футболға ҡарағанда ла хәтәр ныҡ популяр. Зал күҙ асып йомған арала халыҡ менән тулды. Кейенеп-сисенеү бүлмәһендә беҙ алыш алдынан тәнде яҙыр­ға тейеш инек, ләкин кешеләр ундағы тәҙрәләрҙе ватып залға ағылды. Бындай шарттарҙа нисек күнекмә эшләй­һең?! Залға хатта икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙе ватып инделәр. Мине иғлан иткәс тә биш минут самаһы залға үтеп инә алмай торҙом – халыҡ шығырым тулғайны. Мине саҡ рингыға үткәрҙеләр... 2007 йылда Киевта үткән «Пересвит йондоҙо» исемле ярыш күңелдә, киреһенсә, тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҙур, яҡты зал, ойоштороу кимәле иҫ киткес юғары. Ярым­финалда һәм финалда мин урындағы спортсыларға ҡар­шы алышҡайным. Ярыш башланыу менән тамашасылар үҙҙәренеке өсөн көйһә, бер аҙҙан барыһы ла минең өсөн көйә башланы. «Венер, Дон­басс һинең менән!» – тип ҡыс­ҡырыуҙары миңә көс өҫтәгәндәй булды, һәм мин турнирҙа еңеу яуланым.
Панкратион (тергеҙелгән боронғо Олимпия алыш төрө) буйынса ярыш­ҡа Астанаға Венер кәләшен Аленаны ла алып бара. Алыш ваҡытында ярышташы башҡорт спортсыһын нокаутҡа ебәрә. Шул мәлдә Алена, ринг ситенә йүгереп килеп, көс-хәл менән аяғына баҫырға ынтылған иренә, ташла һин был спортты, башҡа алышма, тип илай. Һөйгәненең тауышын ишетеп, Венер аяғына баҫа... һәм алға ташланып, ярышташын еңеп ҡуя.
– Мин бөтөнләй ауыртыуға түҙмәйем, – тип көлдө әңгәмәсем. – Шуға ла туҡмаҡтарҙан етеҙ генә ҡасып, янтайып ҡалырға тырышам. Етеҙ­легем, күп төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүем миңә алыш­тар­ҙа ныҡ ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта Венер ярыштарҙан ситтә ҡала, сөнки ҡатынына бәпес ҡарашырға ярҙам итә. Ярты йылдан күҙ күрер, ти. Өфөләге «ISIMOTSU» клубында көрәшселәр тәрбиәләгән спортсы-тренер киләһе йыл туғыҙ йәшлек улы Тимурҙы ла үҙенең ҡанаты аҫтына алмаҡсы.
– Һәр бала спортсы булһын тимәйем, әммә тик спорт менән генә шөғөлләнеп, физик яҡтан көслө, рухи яҡтан сыҙамлы булып үҫергә мөмкин, шуны ҡыҙҙар һәм малай­ҙар ҡолаҡтарына киртеп ҡуйһын ине, – тине һөйләшеү һуңында танылған чемпион. – Футбол, волейбол, баскетбол кеүек уйындар ҙа, самбо, дзюдо кеүек спорт төрҙәре лә бик кәрәк. Уларҙың барыһы ла башты шәп эшләргә өйрәтә, хәрәкәттәр координацияһын яҡшырта, ныҡлыҡ, ышаныс бирә. Иң мөһиме, һалдат булған осраҡта ла генерал булырға хыялланырға, шуға ынтылырға кәрәк. Мин дә бала саҡта, яңы ғына грек-рим көрәше менән шөғөлләнә башлағанда, профессиональ футбол йүнәлеше буйынса китә ала инем. Ләкин футболда һин башҡаларҙың да уйынына бәйлеһең, ә көрәштә бар нәмә үҙеңдән тора, тырыш­һаң, донъя кимәленә күтәрелә алаһың. Шулай фекер йөрөтөп, грек-рим көрәшенә бар ваҡытты, көстө һалдым һәм, ваҡыттың күрһәтеүенсә, яңылышмағанмын.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына