RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кумирҙар үҙебеҙҙең ауылдан!

26.03.2013 Кумирҙар үҙебеҙҙең ауылдан!

Кумирҙар үҙебеҙҙең ауылдан!
Әбйәлил районының «Аҡбуҙат» командаһы Саҡмағошта үткән республика турнирында бронза миҙал яуланы
Яңыраҡ Башҡортостан Рес­публикаһының муниципаль райондары араһында шайбалы хоккей буйынса 21-се спорт уйындары үтте. Быйыл был ярыштарҙа 38 команда ҡатнашты. Саҡмағош районы үҙәгендә үҙҙәренең төбәк ярыштарында еңеп сыҡҡан иң көслө һигеҙ команда ҡатнашлығында республика финалы уҙҙы.
Уйындарҙы тантаналы асҡандан һуң Саҡмағош командаһы Миәкә районы хоккейсылары менән осрашты. Майҙан хужаһы булған саҡмағоштар, ҙур фиҙакәрлек күрһәтеп, улар­ҙы еңде. Икенсе уйынға килгәндә, әбйәлилдәр былтыр республика турнирында көмөш миҙал яулаусы Өфө районы командаһын 10:2 иҫәбенә ҡыйратты.
Республика финалы райондан, ауылдан килгән ир-егеттәр өсөн генә мөһим түгел. Быға ҡариҙел районы командаһының «Салауат Юлаев»тың хоккей мәктәбендә тәрбиәләнгән уйынсыларҙан тупланыуы үҙе бер миҫал. Әлбиттә, ошо сәбәпле улар саҡмағоштарҙы финалда еңеп, беренсе урынды алды.
Әбйәлил районының Әлмө­хәмәт һәм Атауҙы ауылдарының йәш хоккей һөйөүселәренән төҙөлгән «Аҡбуҙат» командаһы Әлшәй районының күпселекте Раевка ҡасабаһы егеттәре тәшкил иткән командаһын өсөнсө урын өсөн көсөргәнешле алышта 4:2 иҫәбе менән еңде. Шуны әйтергә кәрәк, әлшәйҙәр 2012 йылда республика чемпионы исемен яулағайны.
Хәҙер йәштәрҙе ауылда тотоп булмай, сөнки эш юҡ. Әлмөхәмәт һәм Атауҙы мәктәптәре базаһында тәрбиәләнгән йәш хоккейсылар Себерҙә, күрше Магнитогорск ҡала­һында эшләй, уҡый. Был егеттәр­ҙең үҙҙәренең ял көндәрен республиканың финал уйындарына бағышлауы күптәр өсөн яҡшы өлгө. Әбйәлил менән Саҡмағош араһы яҡын түгел. ҡарлы-боҙло оҙон юлдың ауыр­лыҡтарына ҡарамай, Әб­йәлил көйәрмәндәренең ко­манда менән бергә булыуы ҡыуандырҙы. Ә инде беҙҙең ауыл командаһы боҙға сыҡҡанда саҡмағоштарҙың да улар өсөн янып-көйөүенә хайран ҡалдыҡ. Йыйылған халыҡты Рус­лан ҡужин, Марат Йосопов, Рәфил Усманов кеүек уйынсыларҙың оҫталыҡтары айырыуса һоҡландырҙы. Ошондай осрашыуҙар алыҫ араларҙы яҡынайта, хоккей беҙҙе генә түгел, төрлө район йәштәрен дә берләштерә.
Беҙ аҡсалы командалар өсөн уйнаған Овечкин, Радулов кеүек хоккейсыларға ҡарап һоҡланабыҙ. Бындай «йондоҙҙар» булһын ул. Алыҫтағы ҡояш яҡтыраҡ, тиҙәр. Үҙебеҙҙең райондарыбыҙҙағы кумирҙарыбыҙ үҫеп килгән йәш быуын өсөн өлгө түгелме ни! Әбйәлил районы хоккейсыларының республика кимәлендә танылыуына һәм уңыштарға өлгәшеүенә муниципаль район хакимиәте башлығы ҙур ярҙам күрһәтте. Рим Һатыбал улы Сыңғыҙовҡа һәм райондың «Аҡбуҙат» командаһына көйәрмәндәр исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Алдағы уйындарҙа ла еңеүҙәр теләйбеҙ

Р. ҒӘЛИЕВ.
Әбйәлил районы.
М. Хәмитов фотоhы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына