RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Салауат Юлаев» Конференцияның түгел, Кубоктың финалына лайыҡ ине

22.03.2013 «Салауат Юлаев» Конференцияның түгел, Кубоктың финалына лайыҡ ине

Нишләйһең, ҡыҙғаныс… Өсөнсө хәл иткес осорҙа ҡапҡасыбыҙ һәм уйынсыларыбыҙҙың бер хатаһы уйындың яҙмышын хәл итте лә ҡуйҙы.
Судьялар ҙа иғтибарлыраҡ булырға тейеш ине лә, юҡ шул, боҙҙоң уртаһына күрһәтте. Ә бит дүртенсе гол ингәндә, ҡапҡасыбыҙға һөжүм итеп, уны йыҡтылар һәм ҡараусыһыҙ ҡалған Терещенко буш ҡапҡаға шайбаны этеп индерҙе. Бәйгене ҡотҡарып ҡалырға ваҡыт та бар һымаҡ ине, тик плей-оффта уны хәл итеүе икеләтә, юҡ, өсләтә ауыр. Ә бит өфөләр уйын буйына тиерлек өҫтөнлөк итеп, һәр ваҡыт алға сыҡты. ҡапҡасыбыҙ Ииро Тарккиҙың еңел шайбаларҙы тота алмауы ла ошо һөҙөмтәгә килтерҙе. Әлбиттә, уны ғына ла ғәйепләп булмай, сөнки һаҡсыларыбыҙ дәғүәсегә шайбаны һуғырға ирек бирмәҫкә тейеш ине.
Ғөмүмән, «Салауат Юлаев» командаһы плей-оффта лайыҡлы сығыш яһап, миллионлаған көйәрмәнгә хоккей байрамы бүләк итте. Улар дәғүәсеһенән бер нәмәһе менән дә кәм булманы, хатта ҡайһы бер осраҡта өҫтөнлөк итте. Юлаевсылар даими беренселектә бәүелә-бәүелә килеп, плей-оффта чемпиондарса уйын күрһәтеп, беҙҙе ҡыуандырҙы. Уйынсылар юғарыраҡ һөҙөмтә өсөн көрәшергә әҙер ине. Улар Конференцияның сирекфиналында ла Магнитогорскиҙың «Метал­лург»ына 3:2 иҫәбенә отола килеп, алтынсы хәл иткес бәйгелә иҫәпте тигеҙләне һәм һуңғыһында уларҙы ялға ебәрҙе. Әле лә шул уҡ сценарий ҡабатлана яҙҙы. Әгәр өфөләр еңә ҡалһа, уларға, ысынлап та, айырым бер приз бирергә булыр ине. Был серияла ете уйын да аҙ һымаҡ тойола. Сөнки КХЛ-дың күптән бындай мауыҡтырғыс алыш күргәне булманы. Был бәйге финалға торош ине. Шуға күрә «Салауат Юлаев» командаһын бер нисек тә ғәйепләп булмай. Улар – ысын көрәшселәр. Беҙҙекеләр, шул уҡ дәғүәсеһе һымаҡ, Конференцияның финалына лайыҡ ине. Һеҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ, юлаевсылар. Барыһы өсөн дә рәхмәт кенә әйтке килә. Афарин!

Виталий ПРОШКИН, «СЮ» командаһы капитаны:
– Йәл, әлбиттә. Был юлы ла бәхет «Аҡ барс» яғында булды. ҡапҡасыбыҙҙы ла ғәйепләп булмай, поезд китте бит инде…

Олег ГРОСС, «СЮ» командаһының генераль менеджеры:
– Команда хәленән килгәнсә уйнаны. Уларға бер дәғүәм дә юҡ. Еңеү бына-бына беҙҙең ҡулда һымаҡ ине, тик бер хата яҙмышты хәл итте. Көслө «Металлург»ты үткәс, Башҡортостанда байрам булды. Әле лә шулай булырға тейеш ине лә… Бер нәмәгә ҡарамай, командаға ныҡлы «дүртле» билдәһен ҡуйырға була. Әммә барыбер ҡыҙғаныс…

«Торос» бер аяғы менән ярымфиналда

Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары Братина кубогы өсөн сирекфиналда Тольяттиҙың «Лада» командаһы менән дүртенсө осрашыуын үткәрҙе.
Быға тиклем өс еңеү яулаған «Торос» уйынсылары был юлы дәғүәсеһен ота алманы һәм уларға көсөргәнешле бәйгелә 1:3 иҫәбенә еңелде. Шулай итеп, Нефтекама клубына ярымфиналға сығыр өсөн бер генә еңеү яулай­һы ҡалды.

«Өфө» аутсайдерҙы 1:0 иҫәбенә отто

Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең беренсе лига командалары 24-се турын башланы.
«Өфө» командаһы ситтә чемпионат аутсайдеры − «Химки» футболсылары менән осрашты һәм уны 1:0 иҫәбенә отоп, кәрәкле өс мәрәй менән ҡайтты. Хәҙер яҡташтарыбыҙ, 35 мәрәй яулап, дүрт команда менән бергә 5 – 8-се урындарҙы бүлешә. Киләһе уйынын «Өфө»ләр 25 мартта үҙ майҙанында Калининградтың «Балтика» уйынсылары менән уҙғарасаҡ.

Билдәле белгес китте…

«Салауат Юлаев» Конференцияның түгел,  Кубоктың финалына лайыҡ ине
Яңыраҡ хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, 2000 − 2003 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһын етәкләгән Сергей Николаев оҙаҡ ваҡыт ауырығандан һуң 68 йәшендә вафат булды. Ул 1948 йылдың 27 ғинуарында Силәбелә тыуа. Хоккейсы булараҡ «Трактор», «Химик» һәм «Салауат Юлаев» клубтарында сығыш яһай. Тренер вазифаһын үтәй башлағандан һуң, «Салауат Юлаев»тан тыш, «Северсталь», «Металлург» (Нк.) һәм «Кристалл» командалары менән етәкселек итә.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына