RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхет тә, ҡағиҙә лә өфөләргә ҡаршы булды…

19.03.2013 Бәхет тә, ҡағиҙә лә өфөләргә ҡаршы булды…

Бәхет тә, ҡағиҙә лә өфөләргә ҡаршы булды…
Быға тиклем ҡазанды ике рәт «алғас», «Салауат Юлаев» командаһы уйынын яйлай алмай йонсой. Бишенсе хәл иткес бәйгелә мөмкинлеге лә бар һымаҡ ине. Тик бәхет йәнә беҙгә арты менән боролдо. Иҫәп төп ваҡытта 3:3 булғанда, овертаймда хужаларҙың индергән еңеү шайбаһына күптәрҙең шиге булды. Сөнки гол офсайд мәлендә булған һымаҡ тойолдо. Әлбиттә, уны ябай күҙлектән танып булмай. Осрашыуҙан һуң, КХЛ судьялары департаменты ошо ваҡиғаны тикшереп, дөрөҫ, тигән ҡарар сығарҙы. Йәнәһе, шайба күк һыҙыҡты үткәндән һуң гол индергән уйынсы бер аяғы менән генә шул линияла була. ҡағиҙә буйынса, әгәр шайба күк линияны үтмәҫ борон хоккейсы тулыһынса күк һыҙаттан үтеп ингән булһа, офсайд һаналыр ине. Дөрө­ҫөрәге, юлаевсыларға ҡағиҙә лә ярҙамға килә алманы. Нишләй­һең, хоккей уйыны шуныһы менән көсөргәнешле бит.
Көнсығыш конференцияһының икенсе сирекфиналында «Трак­тор» командаһы тәжрибәлерәк «Авангард» хоккейсыларын еңел генә үтте. Улар, дөйөм 4:1 (5:0, 3:0, 3:0, 1:3, 4:0) иҫәбенә отоп, Конференцияның финалына сыҡ­ты. Көнбайышта ла финалсылар билдәле. СКА «Север­сталь»гә бер ниндәй өмөт ҡалдырмай, уларҙы дүрт тапҡыр еңһә, уның буласаҡ дәғүәсеһе – Мәскәүҙең «Динамо»һы ЦСКА-ға бер генә уйынды биреп, ҡалғанында еңеүсе булды.

* * *

Юғары лигала ла плей-офф уйындары дауам итә. Сирекфиналға сыҡҡан Нефтекаманың “Торос” командаһы “Лада” менән ике осрашыу уҙғарҙы ла инде. Тәүгеһендә Руслан Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарҙы өҫтәмә ваҡытта 4:3 иҫәбенә отһа, икенсеһендә иһә уларҙы 6:0 иҫәбенә ҡыйратты.
Шулай уҡ үҫмерҙәребеҙ ҙә ҡыуандырҙы. “Толпар” уйынсылары, Магнитогорскиҙың “Стальные лисы” командаһын тәүге стадияла үтеп, сирекфиналға сыҡты.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына