RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көрәшселәр бил һынаны

12.03.2013 Көрәшселәр бил һынаны

Көрәшселәр бил һынаны
– Советтар Союзы Геройы Жәү­ҙәт Сөнәғәтуллиндың иҫтәлегенә 1995 – 1998 йылғы үҫмер­ҙәр араһында көрәш буйынса XXIII зона турнирын асыҡ тип иғлан итәм, – ошо һүҙҙәрҙән һуң Учалы районы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Марсель Йосопов ярышсыларға әҙерләнергә ваҡыт бирҙе. “Таусы” боҙ аренаһының көрәш залында үткән был сара шулай уҡ ҡаланың 50 йыллығына ла арнал­ғайны.
Ярыштарҙа Учалы, Салауат, Йы­лайыр райондары, Учалы һәм Белорет ҡалалары, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы һәм Меж­озерный ҡасабаһы көрәшселәре ҡатнашты. Тәүҙә һалҡынса тойол­ған залдағы келәм бер аҙҙан ҡыҙған табаға оҡшай башланы, хатта унан быу күтәрелгәндәй ине: еңергә ашҡынған көрәшселәр бер-береһе менән ҡосаҡлашып оҙаҡ өйрөлмәне – тиҙерәк бер-береһен арҡаһына һалырға ты­рышты. Үкенескә күрә, батыр яраһыҙ булмай, тигәндәй, ҡайһы бер алыш ауыртыныуҙар менән тамамланды.
– Етте, етте, туҡтатырға кәрәк көрәште! Хәҙер ҡулын һындыра бит! – Тимур Әғзәмов менән икенсе урын өсөн бил һынашҡан Азамат Ғайсин ҡул суғын имгәткәндән һуң яңынан майҙанға сыҡты, ләкин улар­ға оҙаҡ көрәшергә ирек бирмәнеләр – ярышты туҡтаттылар. Һәм мәрәй буйынса Учалы егете еңеүсе тип танылды.
– Их, икенсе урын өсөн көрәшкәйнем, булманы, – тип ҡара көйҙө Салауат районы көрәшсеһе Азамат. Ул дүртенсе синыфтан алып Нияз Ишбирҙин, Роберт Нурмөхәмәтов кеүек тренерҙарҙа шөғөлләнеп, ете йыл майҙандарҙа үҙ көсөн һынай, шуға ла уңыштың инде ҡойроғонан тоттом тигәндә лә сығып ысҡынғанын яҡшы белә. Ә шулай ҙа... көйә! Сәфәр ауылынан спортсы Айнур Сөнәғәтул­линдың да танауы йәрәхәтләнеп ҡуйҙы. Ул быға, була торған хәл, тип фәйләсүфтәрсә ҡараны, артыҡ иҫе китмәне. Шөкөр, башҡалар сираттағы көрәш-һынау­ҙы имен-аман үтте. Тирләп-бешеп, яндырайланып, йән асыуынан ҡыс­ҡырып бер-береһен атып бәрергә тырышҡан көрәшселәр өсөн көйөп, уларҙың милли көрәшкә битараф булмағанына һөйөндөк. Учалы егете Булат Кейекбаев та фекеребеҙҙе раҫланы: “Көрәш миңә бик оҡшай – ул физик йәһәттән ныҡ булырға ярҙам итә, холоҡто ла тәрбиәләй. Өс йыл шөғөлләнмәгәйнем, хәҙер яңынан секцияға килдем, башҡаса китеү юҡ инде”.
– Ошондай шәп егеттәребеҙ бар саҡта милли көрәш йәшәй әле, – тип ҡыуанды турнирҙың баш судья­һы, РФ-ның атҡаҙанған тренеры Жә­лил Йосопов. Әйткәндәй, Р. Ға­рипов исемендәге гимназия-интернатының Жәлил Динмөхәмәт улы етәкләгән командаһы Баймаҡта үткән көрәш буйынса республика беренселегендә беренсе урын алды. Былтыр Ж. Сөнәғәтуллин иҫтәлегенә арнап үткәрелгән турнирҙа призлы урындар яулаған Айгиз Яҡшыбаев, Алмас Хужин, Ридан Хажиморатов Баймаҡ­та ла беренсе урынға сығып, Баш­ҡор­тостандың йыйылма командаһына эләккән икән. Хәҙер улар апрелдә Төмәндә үтәсәк Рәсәй беренселегендә республика данын яҡлаясаҡ. Ә Учалыла ярышта еңеүселәр кем, тиһегеҙме? Үҙҙәренең ауырлыҡтарында Алмас Баһауетдинов, Артур Нурмөхәмәтов (Салауат районы), Булат Кейекбаев, Азамат Дауытов (Учалы ҡалаһы), Владислав Шварев (Златоуст ҡалаһы), Камил Сибә­ғәтуллин (Учалы районы) “алтын” яуланы. Рәмзис Ғәбиҙуллин, Ай­булат Лотфуллин, Тимур Әғзәмов, Мар­сель Ғәзизов (Учалы районы), Тимур Эгамов, Дамир Ғафаров (Учалы) өлөштәренә төшкән “кө­мөш”тө ситкә ебәрмәне. Өсөнсө урынды Заһит Фәйзуллин (Белорет ҡалаһы), Аза­мат Ғайсин (Салауат районы), Шамил Низамов, Азамат Буран­ғолов, Айнур Сөнәғәтуллин һәм Рифат Сөләймәнов (Учалы райо­ны) алды.
“Таһыллыҡ өсөн” призы менән Марсель Ғәзизов, Денис Сәләхов билдәләнде. Еңеүселәрҙе РФ-ның атҡаҙанған тренеры Жәлил Йо­сопов, БР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әхмәтйәнов, донъя чемпионы Рус­лан Йосопов, физкультура уҡытыусыһы, көрәш секцияһы тренеры Раян Әхтәмов, БДУ-ның Учалы филиалы деканы Зилә Рәх­мә­­туллина, Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһы хакимиәте башлығы Ринат Ғилманов бүләкләне. Пьедесталға күтәрелеүселәргә “Зәй­нулла ишан” мәсете диндарҙары ла үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың ба­рыһы өсөн дә көтөлмәгән ҡыуаныс – Рәсәйҙең иң көслө ке­шеһе Эльбрус Ниғмә­тул­линдың уларҙы тәбрикләүе булғандыр, ахыры, сөнки һәр кем билдәле стронгмен менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашҡынды. Бәлки, тап шул мәлдә кемгәлер Эльбрустың “ене” лә йоҡҡандыр әле, һәм ошо балалар араһынан Рәсәйҙең генә түгел, тотош донъяның иң көслө кешеһе тигән титулға эйә буласаҡ баһадир ҙа үҫеп сығыр, кем белә...

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына