RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көнсығышта хоккей «һуғышы» бара…

05.03.2013 Көнсығышта хоккей «һуғышы» бара…

Көнсығышта  хоккей «һуғышы» бара…
Бына, исмаһам, плей-офф. Көнсығыш конференцияһында ысынында хоккей һуғышы бара. Бар дәғүәселәр ҙә сирекфиналда уйнауға лайыҡ. Тик,үкенескә күрә, барыһына ла унда урын юҡ. Шул уҡ «Себер» командаһын ғына алайыҡ. Плей-офф зонаһына саҡ эләгеп, үҙенән бер башҡа көслөрәк «Авангард» хоккейсыларының хәлен ала. Унда ла хәҙер дөйөм иҫәп – 3:3 (5:0, 0:1, 1:4, 5:2, 6:3, 0:3).
ҡаҙағстандың «Барыҫ» уйынсылары ла «Трактор»ға өс тапҡыр отолғас, алтынсы хәл иткес уйында дәғүәсеһен 4:2 иҫәбенә еңеп, серияһын тигеҙләне. Ә инде өфөләр, үҙ боҙонда мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырып, еңеүсене бөгөн Магнитогорскиҙа асыҡлай. Ундай хәл булырын күптәр күҙаллағайны инде. Нишләйһең, плей-офф шуның менән ҡыҙыҡлы. Әлеге осрашыуҙа ла юлаевсылар Өфөлә уҙған уйынды хәтерләтә яҙҙы. Беҙҙекеләр нишләптер өҫтөнлөктө һаҡлай алмай ыҙалана. Ә бит һуңғы осрашыуҙа бер хатаның уйынды хәл итеүе ихтимал.
Көнбайышта бер «Локомотив» ҡына тыпырсынып маташты. Шулай ҙа Андрей Назаровтың «Северсталь» командаһы, етенсе хәл иткес осрашыуға ҡалмай, еңеүсене алтынсы осрашыуҙа асыҡланы һәм киләһе этапҡа сыҡты. Хәҙер улар сирекфиналда СКА менән сәкәләшһә, «Динамо» (Мәскәү) менән ЦСКА үҙ-ара «тешләшәсәк».

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына