RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфө VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына әҙер

15.02.2013 Өфө VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына әҙер

2012 йыл мәртәбәле спорт ваҡиғаларына бай булды. Олимпия һәм Паралимпия уйындары үҙҙәре ни тора! Республикабыҙҙа уҙған йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты, билбаулы көрәш буйынса донъя кубогы һәм Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара билбаулы көрәш федерацияһының тәүге президенты Риф Ғайнанов иҫтәлегенә арналған III турнир, боҙҙа мотоуҙыш буйынса шәхси донъя чемпионаты, йәштәр хоккей лигаһының донъя чемпионаты һәм башҡа ярыштар тарихта сағыу эҙ булып ҡалды. Шаршамбыла республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта журналистар менән осрашып, үткән сараларға йомғаҡ яһаны, министрлыҡтың алдағы көндәргә пландары менән уртаҡлашты.
Әлбиттә, тәүге һүҙ бер нисә көндән башланасаҡ VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына ҡа­ғылды. Бөтә объекттар тулы­һынса тикшерелгән, уларҙа кәрәкле ҡорамалдар урынлаштырылған. Әлеге мәлдә һынау ярыштары үткәрелә, судьялар бригадаһы билдәләнгән. Күптән түгел VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит Өфөгә килгәйне, ул мөһим сараға әҙерлекте яҡшы баһалаған.
“Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы һәр мәлде ентекләп тикшерә, волонтерҙарҙың эше яйға һалынды. Йәштәр хоккей лигаһының донъя чемпионатында хаталар булды. ҡыуанысҡа күрә, волонтерҙар командаһы яҡшы эшләне, улар етешһеҙлектәрҙе шундуҡ бөтөрҙө. Ғөмүмән, был чемпионат яҡшы кимәлдә уҙҙы. Балалар уйындары тағы ла шәберәк булыр, тип өмөтләнәм”, – тине Андрей Иванюта.
“Йәш ғаилә” программаһына ҡағылышлы һорауға министр: “Был программа дәүләт төҙөлөш комитетына тапшырылды. Йәш­тәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү процесын күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡбыҙ, финанслау өлкәһен дә күҙәтеп барасаҡбыҙ. Прог­рамма министрлыҡҡа ҡарамаһа ла, тәҡдим-теләктәребеҙҙе һәр саҡ еткереп торасаҡбыҙ, сөнки эшебеҙ йәштәрҙең тормошона туранан-тура ҡағыла бит”, – тине.
Район-ҡалаларҙа төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплекстары бөгөн 31 процентҡа ғына эшләй. Һөҙөмтәлә үҙ сығымдарын ҡапларлыҡ килемдәре юҡ. Бигерәк тә йәйге осорҙа ауыр, халыҡ бөтөнләй тиерлек унда йөрөмәй. Был турала министр, комплекс етәкселәре аҡса табыу тураһында ла уйларға тейеш, тип белдерҙе.
РФ Президенты Владимир Путин 2014 йыл аҙағына тиклем Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөп бөтөрөргә ҡушҡайны. Ул ике йыл элек төҙөлә башланы, әммә аҡса булмау сәбәпле, туҡтап ҡалды. “Ошо маҡсатҡа тәғәйенләнгән 250 миллион һум аҡса төҙөлөшкә китте, 2013 йылда 100 миллион һум аҡса бүленәсәк”, – тине А. Иванюта. Паралимпия үҙәге илдәге иң ҙур махсуслаштырыл­ған спорт комплексы һаналасаҡ. Унда 50 метрлыҡ бассейн, еңел атлетика өсөн манеж, заманса медицина хеҙмәтләндереүе, уңайлы көнкүреш биналары булдырыласаҡ.
Осрашыуҙа халыҡты спортҡа ылыҡтырыу, йәштәрҙе тәрбиәләү, хоккей майҙансыҡтары, үҫмерҙәр клубы проблемалары ла ҡаралды. Сара һуңында йәштәр сәйәсәтен һәм спорт өлкәһен әүҙем сағылдырыусы киң мәғлүмәт саралары билдәләнде.

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына