RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » зур спорт тирәләй

08.02.2013 зур спорт тирәләй

Таланттар юҡ, тип баш ватҡан булалар…
Рәсәй – хоккей иле, ә футбол иле булмауын күптәр беләлер.
Юҡ, шул… Аҡса күп булғас, ҡайҙа итергә белмәй, аптырап, ситтән футбол вундеркиндтарын йәлеп итеп, футбол илен төҙөмәкселәр. Улары нимә?.. Оҙон аҡса эшләү маҡсатында, исем өсөн генә киләләр ҙә, кеҫәләрен ҡалынайтып, тыныс күңел менән ҡайта ла китәләр. Ә беҙҙә үҙгәреш юҡ. Футбол элек нисек булды, һаман шулай ҡала килә. Шул футбол һөйөүселәр генә «тере йондоҙ»ҙарҙы күреп, күңелен йыуата. Сит ил легионерҙарына түккән аҡсаға ҡала һайын футбол майҙансыҡтарын күберәк төҙөп, үҫеп килгән быуындан алмаш әҙерләү эше яйға һалынһа, моғайын, файҙа күберәк булыр ине. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең ҡайһы бер клубтары һаман шаша. Санкт-Петербургтың «Зенит»ы­нан ҡалмай, Махачкаланың «Анжи» командаһы етәкселеге йәнә бер ҡиммәтле уйынсы менән тулыланды. Улар Бразилия легионеры Виллианды (һүрәттә) 35 млн евроға һатып алды. Быға тиклем Камерун иленән Самюэль Это’оға 27 млн евроһын һалып, Рәсәй халҡын аптыратҡайны. Ысынлап та, ул шуға торошло ине. Сөнки донъя футболында иң көслөләренән һаналды. Әлеге ваҡытта Самюэль «Амкар»ҙың дөйөм йыллыҡ бюджет аҡсаһын бер үҙе йылына эшләп ала. Аптырарлыҡмы? ҡот осҡос бит. Чемпион булыр өсөн ниндәй генә сығымдарға бармайҙар. Шунан тағы бер ҡара тәнле уйынсы – Ласина Траоре килә. Ул «Анжи»ға 18 млн евроға төшкән. Рәсәй һаҡсыһы Юрий Жирков та Махачкала клубы өсөн 15 млн евроға уйнарға ризалаша. Кристофер Самба ла Англияның «Блэкберн» командаһынан 14 млн евроға «Анжи»ға күсә. Шул уҡ суммаға Балош Джуджак Голландияны ташлап китә. Йәнә бер Бразилия легионеры – Жусилей кеҫәһен 10 млн евроға ҡалынайтасаҡ. Мубарак Буссуфа 8 млн евроға килһә, Мехди Карсела-Гонсалес 6 млн евроға риза була. Ә Эвертон Алмейда «Анжи»ға 5,5 млн евроға төшә. Инде хәҙер бына ошо уйынсыларҙың бөтәһе бергә күпмегә төшкәнен һанап ҡарайыҡ. 152,5 млн евро була. Әгәр Самюэлдең бер йыллыҡ килеме «Амкар» клубының йыллыҡ сығымы булғас, тимәк, «Амкар» һымаҡ алты команда төҙөп була түгелме?!. Шунан, таланттар юҡ, тип баш ваталар. Улар бит аяҡ аҫтында, тик уйнарға, үҫергә урындары ғына юҡ. Булыр ине лә, тик беҙҙең бай ағай­ҙар бөгөнгө көн менән генә йәшәй шул…

Биатлонсылар Чехияны яуларға юл тотто

Кисә Чехияла биатлон буйынса донъя беренселеге старт алды.
Унда Рәсәй йыйылма командаһынан Ольга Зайцева, Ольга Вилухина, Екатерина Глазырина, Екатерина Шумилова, Екатерина Юрлова, Светлана Слепцова, Евгений Устюгов, Антон Шипулин, Дмитрий Малышко, Евгений Гараничев, Андрей Маковеев һәм Алексей Волков ҡатнаша. Быға тиклем дөйөм составта шөғөлләнгән Александр Печенкин, Ирина Старых һәм Ольга Подчуфароваға унда урын табылманы. Тәүге ҡатнаш эстафетала Ольга Зайцева, Ольга Вилухина, Антон Шипулин менән Дмитрий Малышко йүгерә. Шулай уҡ спринт бәйгеһенә лә состав билдәләнгән. Унда Шипулин, Малышко, Гараничев, Устюгов, ҡыҙҙарҙан Зайцева, Вилухина, Глазырина һәм Шумилованың стартҡа сығыуы ихтимал. Ә бына оҙаҡ ваҡыт төп составтан айырым шөғөлләнгән Светлана Слепцова белгестәрҙең ризалығы менән чемпионатҡа алынды. Һәм ул, моғайын, шәхси беренселектә ҡатнашыр.

Армстронг килемен ҡайтарырға уйламай…

Билдәле АҡШ велоуҙышсыһы Лэнс Армстронгты допинг ҡулланыу­ҙа ғәйепләп, бөтә титулынан мәхрүм итеп, шул арала эшләп алған 12 млн долларға яҡын килемен кире ҡайтарттырыу тураһында ҡарар сығар­ғайнылар.
Әммә уның адвокаты ошо ҡарарға ҡәтғи ҡаршы сыҡты. Ул әйтмешләй, бер ғәйепле спортсының да гонорарын ҡайтарғаны булмай. Ә велоуҙышсы: «Допинг элек-электән булды һәм буласаҡ. Спортсылар бер-береһенән өҫтөнлөк итер өсөн бар ысулдарҙы ҡулланырға әҙер. Быға тиклем берәүҙең дә «таҙа еңеү» яулағаны булманы», – тип белдерә.

Ярымфиналға бер аҙым

Өфөнөң «Урал» волейболсылары «Кубок вызова» турнирының сирекфиналында Төркиәнең «Глатасарай» командаһы менән тәүге осрашыуын үткәрҙе.
Улар үҙ майҙанында сит ил ҡунаҡтарын өс партияла (25:22, 25:13, 25:22) иҫәбенә отоп, төп бәйгенең ярымфиналына тәүге аҙымын яһаны. Киләһе осрашыу 14 февралдә Төркиәлә уҙасаҡ.

«Торос» тулы багаж менән ҡайтты

Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары һуңғы арала көйәрмәндәрен һөҙөмтәле уйыны менән ҡыуандыра.
Улар ситтә өс осрашыу үткәреп, туғыҙ мәрәй менән әйләнеп ҡайтты. Башта «Локомотив» командаһын 6:3 иҫәбенә отһа, һуңынан «Юность-Минск» уйынсыларын – 7:0 һәм Тверь клубын 7:1 иҫәбенә ҡыйратты. Әлеге ваҡытта улар, 46 уйындан һуң 90 мәрәй яулап, турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысын биләй. Юғарыла «Сарыарка» менән «Рубин» килә. Улар иҫәбендә – 103-шәр мәрәй.
Нефтекама командаһы киләһе осрашыуын ҡаҙағстандың «Са­рыарка» уйынсылары менән уҙғарасаҡ.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына