RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Этә-төртә торғаc, СКА-ны еңеүсе иттеләр…

05.02.2013 Этә-төртә торғаc, СКА-ны еңеүсе иттеләр…

Этә-төртә торғаc, СКА-ны еңеүсе иттеләр…
КХЛ-дың даими беренселегенең быйылғы миҙгелдәге өйҙәге һуңғы осрашыуын «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһы лидер­ҙарының береһе – «Аҡ барс» хоккейсылары менән уҙғарҙы. Шулай ҙа ҡазан уйынсылары, плей-офф алдынан йомшарҙымы инде, быға тиклем өс уйында мәрәйҙәрен юғалтты. Башта улар үҙендә «Авангард»ҡа буллит серияһында 1:2 иҫәбенә отол­һа, һуңынан «Барыҫ» командаһына – 2:4 һәм «Югра»ға 4:5 иҫәбенә еңелде. Хәҙер бына өфөләрҙән бөтөнләй 5:0 иҫәбенә ҡыйратылып ҡайтты. Баш тренеры ғәйепте үҙенә алһа ла, тәрбиәләнеүселәре, моғайын, төп бәйге алдынан әҙерәк ял итеп алыр­ға булғандыр. Хужалар ҙа һәр яҡлап өҫтөнлөк итте һәм үткәндәге еңелеүе өсөн уларға елле яуап ҡайтар­ҙы. Башта Глухов иҫәпте асыу­ға өлгәште. Икенсе осорҙа Зиновьев йәнә мәргәнлеген иҫбатланы һәм һуңғыһында өс минут эсендә өс гол индереп, «Аҡ барс»ты нокдаунға ебәр­ҙе. Сле­пышев, Филатов һәм Пильстрем да уңышҡа иреште. Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы, 82 мәрәй яулап, үҙ конференцияһының бишенсе баҫҡысында урын алды. «Барыҫ» менән «Себер» ҙә, еңеү яулап, юлаевсыларҙан өс кенә мәрәйгә ҡалыша. Бәхетле һигеҙенсе баҫҡыста «Неф­техимик» нығынды. Улар хәҙер «Югра»нан дүрт мәрәйгә өҫтөнлөк итә.
Әлеге ваҡытта беренселек ҡыҫҡа ғына тәнәфескә туҡтаны. Әммә уның еңеүсеһе әле үк билдәле. Этә-төртә торғас, СКА командаһы өс тур алдынан мәрәйҙәр һаны буйынса алға китеп, ниһайәт, даими беренселектең еңеүсеһе булды. Быға тиклем КХЛ чемпионаты барлыҡҡа килгәндән бирле «Салауат Юлаев» хоккейсылары даими беренселектең ике тапҡыр еңеүсеһе булһа, «Авангард» менән «Трактор» берәр тапҡыр ошо уңыш­ҡа ҡаҙанды.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына