RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

01.02.2013 ҙур спорт тирәләй

ҙур спорт тирәләй
Плей-офф яҡынайған һайын көрәш ҡыҙа…
Бына быныһы, исмаһам, юлаевсыларса булды…
Өфөлә уҙған осрашыуҙа «Салауат Юлаев» командаһы беренселек лидеры – Омскиҙың «Авангард» хоккейсыларын 6:1 иҫәбенә ҡыйратып, көйәрмәндәрендә плей-офф алдынан өмөт уятты. Тағы шуныһы ҡыуандыра, ниһайәт, билдәле үҙәк һөжүмсе Сергей Зиновьев оҙаҡ ваҡыттан һуң голдар иҫәбен асты, һаҡсы Мирослав Блатяк та мәргәнлеген йәнә иҫбатланы. Ғөмүмән, өфөләрҙән уңышҡа, улар­ҙан тыш, Слепышев, Ружичка һәм Кайгородов иреште. Ошо һөҙөмтәле уйындан һуң, «Салауат Юлаев» уйынсылары 79 мәрәй менән йәнә Көн­сығыш конференцияһының бишенсе баҫҡысына күтәрелде. Хәҙер юлаевсыларға даими беренселектә ни бары дүрт кенә осрашыу үткәрәһе ҡалды. Бөгөн улар үҙ майҙанында ут күршебеҙ Татарстандың «Аҡ барс» командаһын ҡабул иткәндән һуң, ҡалған өс уйынын ситтә уҙғарып, даими беренселекте тамамлаясаҡ. ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң, өфөләр 13 февралдә «Нефтехимик»та ҡунаҡ булһа, 15-ендә – Череповецта һәм 17 февралдә Минскиҙа урындағы «Динамо» менән сәкәләшәсәк.
«Аҡ барс» тигәндән, юлаевсылар­ҙың улар алдында бурысы бар. Берҙән, беҙгә мәрәй кәрәк, икенсенән, улар өфөләрҙе үҙендә 9:3 иҫәбенә ҡыйратҡайны. Әлеге турҙа ҡазан хоккейсылары үҙендә «Югра»ға 4:5 иҫәбенә еңелде. Ә бына беҙҙең принципиаль дәғүәселәребеҙ – «Нефте­химик» менән «Барыҫ» командалары үҙ-ара «тешләшеп», тәүгеһе 2:1 иҫәбенә отоп, өс мәрәй яуланы. Шулай уҡ «Себер» ҙә, Риганың «Динамо»һын 2:0 иҫәбенә еңеп, кәрәкле өс мәрәйгә иреште.
Көнбайыш конференцияһында ла плей-оффҡа эләгеү өсөн көрәш ҡыҙыу бара. Унда хатта әлегә тиклем ике урын өсөн биш команда дәғүә итә.

* * *
«Салауат Юлаев» клубы етәкселеге плей-офф алдынан команданы йәнә бер уйынсы менән нығытмаҡсы булды. Новокузнецкиҙың «Металлург» командаһында ике миҙгел уҙғарған һаҡсы-легионер Брент Сопел (һүрәттә) өфөләр составында карьераһын дауам итәсәк.

Свитов менән Зубарев швед уйындарында ҡатнашасаҡ

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Зи­нәтулла Биләлетдинов Евротурҙың сираттағы этабында ҡатнашыр өсөн команда составын билдәләне.
Унда был юлы «Салауат Юлаев»тан ике уйынсы саҡырыу алған – донъя чемпионы, билдәле һөжүмсе Александр Свитов һәм һаҡсы Андрей Зубарев. Швед уйындары 7 февралдән 10-на тиклем барасаҡ.


Төп дәғүәселәр кем-кемлеген асыҡлаясаҡ

Швецияла барған туплы хоккей буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы төркөм уйындарында рәттән дүрт еңеү яулап, бәйге хужалары менән беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә.
Башта улар ҡаҙағстан спортсыларын – 6:4, һуңынан Норвегияны – 12:0, Финляндияны – 6:3 һәм Беларусь хоккейсыларын бөтөнләй 28:1 иҫәбенә ҡыйратып ташланы. Һуңғы төркөм осрашыуын Рәсәй командаһы Швеция менән уҙғарасаҡ. Уҙған чемпионатта Швеция чемпион булғайны.

«Өфө»ләр «Зенит»тан кәм түгел…

Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең беренсе дивизионында дебют яһап, уртансылар рәтендә нығынған «Өфө» командаһы ҡышҡы тәнәфес ваҡытында составын яртылаш тиерлек нығытмаҡсы булды.
Улар әле Төркиәлә күнекмәләр үткәреп, яңы уйынсылар менән килешеү төҙөй. Әле яңыраҡ «Өфө» клубы етәкселеге Влади­кавказдың «Алания»­һында уйнап йөрөгән һөжүмсе Дмитрий Голубов менән йыл ярымға килешеү төҙөнө. Шулай уҡ ошо команданың һаҡсыһы Дмитрий Гранев та республикабыҙ командаһын тулыландырҙы. Икенсе дивизиондың «Текс­тильщик» клубы ярымһаҡсыһы Конс­тантин Подкорытов менән «Өфө» командаһы етәкселеге ике йыл ярымға һөйләшкән. Ул Көнбайыш зонаһының бомбардиры булып һанала. Мәскәүҙең «Спартак» клубында һаналып, уның төп составында бары тик бер генә осрашыу үткәргән һаҡсы Илья Гультяев та «Өфө» составында үҙен һынамаҡсы. Рәсәй уйынсыларынан тыш, сит илдекеләргә лә беҙҙә урын бар. Латвияның «Вентспилс» командаһында сығыш яһаған Япония легионеры Йосуке Сапто ла ошо арала килешеү төҙөргә тейеш. «Өфө»ләр ҡапҡа линияһын да онотманы. «Ротор» ҡапҡаһын һаҡлаған 29 йәшлек Михаил Барановский хәҙер «Өфө»нөкөн һаҡлаясаҡ.
Килеүселәр менән, китеүселәр ҙә бар. Үҙәк һаҡсы Сергей Путилин, ярым­һаҡсылар Алексей Васильев менән Евгений Духнов «Өфө» менән хушлашты. Әле ҡышҡы ял алдынан «Өфө» командаһы 21 уйындан һуң 31 мәрәй яулап, турнир таблицаһында өс команда менән 7 – 9-сы урындарҙы бүлешә. Юғарыла −– «Томь» (49 мәрәй). «Урал» иҫәбендә – 45, СКА-Энергия 36 мәрәй яулаған.

Ете йылдан һуң…

Хорватияла конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Европа беренселеге үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы фигурис­тары, ике алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, ярайһы ғына уңышҡа өлгәште. Бигерәк тә ҡыҙҙарыбыҙ призерҙар исемлегенә инеп, ете йылдан һуң, ниһайәт, подиум­ға күтәрелде. Йәш, өмөтлө спортсы Аделина Сотникова көмөш миҙал яулаһа, Елизавета Туҡтамы­шева өсөнсө булды. Ә бына билдәле спортсы Евгений Плющенко, һаулығына зарланып, ярыштан баш тартҡас, уның командалаш иптәштәре һөҙөмтәгә ирешә алманы. Улар миҙалһыҙ ҡалды. Ә инде конькиҙа бейеүҙән Екатерина Боброва менән Дмитрий Соловьев (һүрәттә) Европа чемпиондары булһа, спорт парҙарынан Татьяна Волосожар менән Максим Траньков уҙған йылғы уңышын йәнә ҡабатлап, юғары урынға күтәрелде.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына