RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иғтибар! Олимпия утын йөрөтөүселәрҙе һайлау бара

01.02.2013 Иғтибар! Олимпия утын йөрөтөүселәрҙе һайлау бара

Иғтибар! Олимпия утын йөрөтөүселәрҙе һайлау бара
Республикала “Сочи – 2014” Олимпия уты эстафетаһында факел йөрөтөүселәрҙе һайлау конкурсы башланды. Ил өсөн мөһим булған ваҡиғала ҡатнашырға теләүсе сәләмәт тормош менән йәшәргә һәм Олимпияның төп ҡиммәттәре – дуҫлыҡ, ярышташыңа хөрмәт менән ҡарау һәм камиллыҡҡа ынтылыу сифаттарына эйә булырға тейеш.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан әйтеүҙәренсә, Олимпия утын йөрөтөүсенең намыҫлы хеҙмәте менән йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан лайыҡлы шәхес булыуы шарт. Иң тәүҙә спорт ярыштарының призерҙары һәм еңеүселәре, алдынғы тренерҙар, спорт ветерандары, Олимпия чемпиондары, спорт менән әүҙем шөғөлләнеүселәр, “Иң яҡшы физик культура уҡытыу­сыһы”, “Иң яҡшы тренер”, “Иң яҡшы спорт табибы” исемен йөрөтөүселәргә конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ ил һәм республика алдында юғары ҡаҙаныш яулаусылар, геройлыҡ ҡылыусылар, волонтерҙар һәм меценаттар, социаль, балалар һәм спорт ойошмаларына матди ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа Олимпия утын йөрөтөүгә дәғүә итә. Олимпия утын йөрөтөүселәр сафына физик культураны һәм спортты әүҙем пропагандалаған журналистар, предмет олимпиадаларында еңеүсе мәктәп уҡыусылары, бурысын намыҫлы үтәгән тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре лә (“Ашығыс ярҙам”, МЧС, Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте) ҡушыла ала.
“Сочи – 2014” Олимпия уты эстафетаһы факелын йөрөтөүселәр конкурсында ҡатнашыу заявкаһы www.mmpsrb.ru cайтында урынлаштырылған. Тултырылған анкетаны 10 февралгә тиклем ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 251-16-32.
Һайлап алыу турын үтеүселәр июндә билдәле буласаҡ, бөтәһе 14 мең кандидат билдәләнәсәк. Улар 123 көн дауамында Олимпия утын ил буйынса йөрөтәсәк.
Факел – Олимпия уйындарының төп символдарының береһе, ул бөтә донъя иғтибары үҙәгендә ҡала. “Сочи – 2014” факелы илебеҙҙең ҡунаҡсыллығын һәм эстафетаға хас булған шатлыҡлы атмосфераны сағылдыра.
Владимир Пирожков һәм Андрей Водяник етәкселегендәге креатив төркөм факелдың дизайнын уйлап тапҡан (һүрәттә). Өҫкө өлөшөндә Олимпия һәм Паралимпия уйындарының эмблемаһы төшөрөлгән, тотҡосо һәм үҙәк декоратив өлөшө үтә күренмәле полимерҙан ҡойолған. Деталдәр эске яҡтан сағыу төҫкә буялған: Олимпия уты эстафетаһы өсөн – ҡыҙыл, Паралимпия өсөн – зәңгәр. Дизайнерҙар факелдың конструкцияһына айырым иғтибар биргән, ҡышҡы һалҡында ла, көслө елдә лә ут һүнмәйәсәк. Факелдың һынында, урыҫ әкиәт-легендаларында әйтелгәнсә, бәхет һәм уңыш килтереүсе Жар-птица ҡошоноң ҡаурыйын танырға мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына