RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙер

25.01.2013 Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙер

Баш ҡала 26 февралдән 3 мартҡа тиклем үтәсәк ҙур спорт сараһына яуаплылыҡ менән әҙерләнә һәм бөгөндән үк ҡатнашасаҡ спортсыларҙы ҡабул итеүгә әҙер. Был хаҡта Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, үткән федераль киң мәғлүмәт саралары ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит белдергән. Ул, Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш етәкселегендәге техник комиссия составында, ярыштар үтәсәк дүрт спорт объектын ҡарап сыҡҡандан һуң, шундай фекергә килгән.
Халыҡ-ара балалар уйындарының Өфөләге дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов бындай мөһим спорт форумын ҡабул итеү республикаға ҙур хөрмәт булыуын билдәләй. Ярыштарҙан тыш, балаларға ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы ла тәҡдим ителәсәк. Спортсылар йәшәйәсәк “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында йәш­тәр өсөн дискотека, төрлө уйындар ойоштороласаҡ, тренажер залы, бассейн һәм һырғалаҡ эшләйәсәк.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Ива­нюта бындай спорт саралары донъяның төрлө илдәренән үҫ­мерҙәргә дуҫлашып, артабан да аралашып йәшәргә мөмкинлек бирәсәген билдәләй.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ла, матбуғат конференцияһында ҡатнашып, әле­ге уйындарҙы физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар­ҙың да ҡарарға әҙерләнеүен әйтте.
VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ете спорт төрө ҡаралған. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 30 ҡалаһынан һәм донъяның 20 иленән йәмғеһе 800-гә яҡын спортсы ҡатнашасаҡ. Өфөлә сувенир продукцияһы һатыла башланы. ҡыҙыҡһыныусыларға өҫтәлгә ҡуя торған һәм кеҫә календарҙары, магниттар, башлыҡ, бейәләй, шарф тәҡдим ителә. Сувенирҙар һатылған магазиндарҙың адресы 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары сайтында урынлаштырыл­ған.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына