RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йылы урынға көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа…

22.01.2013 Йылы урынға көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа…

«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге сәфәрен уңышлы башлағандан һуң, Силәбегә юл тотто. Өфөләр Магни­тогорскиҙа урындағы «Металлург» командаһын 4:1 иҫәбенә отҡайны. Ғөмүмән, ундағы осрашыу башта тигеҙ темпта үтеп, уйын аҙағында ғына ҡунаҡтар, хужаларҙың буш ҡапҡаһына шайба сойорғотоп кинәнде. Иҫәп 1:1 булғанда, төп ваҡыт тамамланыуға дүрт минут тирәһе ҡалғанда, һөжүмсебеҙ Свитов юлаевсыларҙы алға сығара. Һәм шул мәл тәжрибәле һаҡсыбыҙ Виталий Прошкин тәртип боҙоп, командаһын ҡурҡыныс хәлгә ҡалдыра. Хужалар ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы уйынсыға алмаштыра. ҡыҫырыҡлайҙар… Өфөләр һаҡлана һәм Глухов йығылып тиерлек шайбаны буш ҡапҡаға йүнәлтә. Гол! Тик «Металлург» бирешмәй, һаман да уйынды ҡотҡарып ҡалыу ниәтендә, алты хоккейсыһы менән ҡапҡабыҙға ябырыла. Һәм йәнә уңышлы мәл. Сергей Зиновьев ырғытҡан шайба «Ме­тал­лург»тың буш ҡап­ҡаһына барып ҡу­наҡ­лай. Бик кәрәкле өс мәрәй юлаевсылар ҡумтаһына барып ятты.
Сиратта − «Трактор». Тик был юлы ҡылыс һелтәп анау тиклем «тимер»ҙе йығып булманы. Беҙҙекеләрҙең мөмкинлеге лә бар ине һымаҡ. Әммә хәл етмәне, буғай. Хәҙер «Салауат Юлаев» уйынсылары 67 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһының етенсе баҫҡысын биләй. «Себер» беҙҙе ике мәрәйгә уҙып китте. «Барыҫ» иҫәбендә иһә 70 мәрәй. Бәхетле һигеҙенсе урында «Нефтехи­мик» командаһы урынлашҡан. Улар өфөләрҙән дүрт мәрәйгә ҡалыша. «Югра» ла тырыша. Улар ҙа өмөтөн әле юғалтмаған.
Ә бына «Металлург» (Нк.), «Амур» һәм «Автомобилист» кеүек командаларға быйылғы миҙгел тамам тиһәк тә була. Улар плей-офф зонаһынан алыҫ. Шулай ҙа ишекте шартлатып япмаҡсылар. Әле бына һуңғы урында килгән «Авто­мобилист» «Аҡ барс»ҡа тик буллит серияһында отола. Кисә кис улар юлаевсыларға ҡаршы һынау тотто.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына