RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфө йәш спортсыларҙы ҡаршыларға әҙерләнә

18.01.2013 Өфө йәш спортсыларҙы ҡаршыларға әҙерләнә

26 февралдән 3 мартҡа тиклем баш ҡалабыҙ тағы ла бөтә донъяның иғтибары үҙәгендә буласаҡ. Өфөлә VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары уҙасаҡ. Беҙгә егерме илдән меңгә яҡын 12−15 йәшлек спортсы киләсәк. Улар тау саңғыһы, хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, сноубординг, спорт ориентиры, саңғы ярышы спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡ.
Халыҡ-ара балалар уйындары 1968 йылда ойошторол­ған. Шунан алып йәйгеһен – 45, ҡышҡыһын биш уйын үткәрелгән. Унда төрлө спорт төрө буйынса 86 илдең 411 ҡалаһынан бөтәһе 37 меңдән ашыу спортсы ҡатнашҡан.
Әлеге мәлдә республикабыҙҙа был мәртәбәле спорт сараһына әҙерлек дәррәү бара. Ярыштар үтәсәк объекттар ныҡлап тикшерелә, ҡунаҡтарҙы һәм спортсы­лар­ҙы урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Әйт­кәндәй, балалар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа ҡаралған. Уларҙы ҡала буйлап экскурсия, музейҙар менән танышыу, дискотека һәм концерт көтә. Сара спорт ярышы ғына түгел, сәйәси һәм эш бәйләнештәрен булдырыу, нығытыу мөмкинлеге лә. Һәр делегация составында мэр йәки уның урынбаҫары буласаҡ. Өфөгә алтмышлаған ҡала етәксеһе киләсәк.
Кисә Өфөгә ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары комитеты етәкселәре килде. Уның составында комитет президенты Торстен Раш, уның урынбаҫары Игор Тополь, генераль секретары Ричард Смит һәм техник комиссия ағзаһы Златко Кауран бар. Улар ярыштар үтәсәк “Өфө-Арена”, “Биатлон”, Спорт һарайы һәм “Олимпик-парк” менән, шулай уҡ йәш спортсылар һәм тренерҙар урынлаштырыласаҡ “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы менән танышты. Улар беҙҙә 20 ғинуарға тиклем буласаҡ.
ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары шаһиты булыр­ға теләүселәргә һөйөнөслө яңылыҡ – көйәрмәндәргә һәм тамашасыларға инеү бушлай.
Әле сит ил командалары өсөн Халыҡ-ара балалар уйындарының реклама ролигы сығарылған. Уны интернетта youtube.com/watch?v=PqtDVE4DldA адресы буйынса ҡарарға мөмкин.

Г. БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына