RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшәү – ул алыш

13.11.2012 Йәшәү – ул алыш

Йәшәү – ул алыш
Өфөлә билбаулы көрәш буйынса донъя кубогы уҙҙы
Бер нисә ай элек Өфөлә үткән Халыҡ-ара ҡышҡы спорт, туризм һәм әүҙем ял конгресында Тыва Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Биче-ол Буян менән танышырға насип булғайны. Төҫ-ҡиәфәте менән бер аҙ башҡортҡа тартым ағай ирекле алыш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Тыва һәм Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы, 2010 йылда мастер-ветерандар араһында донъя чемпионы булып сыҡты. Биче-ол Буян Башҡортостан тураһындағы тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты, мәҙәниәтебеҙ һәм телебеҙ менән һоҡланды. Дин темаһынан һуң әңгәмәбеҙ спортҡа барып туҡталғас, ул башҡорт спортсыларын маҡтаны. “Һеҙҙәге милли көрәш беҙҙә хуреш тип атала. Билбаулы көрәштән талаптары һәм баһалау тәртибе менән айырыла, әммә асылы шул көйө ҡала”, – тигәйне баш ҡала ҡунағы.
Республикабыҙҙың гүзәл баш ҡалаһы өс көнгә донъя баһадирҙарының алыш майҙанына әүерелде. 7 − 9 ноябрҙә “Динамо” cпорт комплексында билбаулы көрәш буйынса донъя кубогы үтте. Унда 22 илдән 120 cпортсы ҡатнашты. Ир-егеттәр араһында алыш классик һәм ирекле стилдә ете ауырлыҡ категорияһында уҙҙы, ә ҡатын-ҡыҙҙар тик ирекле стилдә көс һынашты. Шәхси беренселектәр олимпия системаһы буйынса уҙғарылды.
Йәшәү – ул алыш
“Динамо” спорт комплексында өс көн буйы көйәрмәндәрҙең дәртләндереү ауазы, уфтаныуы һәм алҡышы тынманы. Ике улы менән килгән атай бәйгеләрҙе йотлоғоп ҡараны. 11 һәм 13 йәшлек малайҙар икенсе йыл грек-рим алышы менән шөғөлләнә икән. Балаларҙың хыялдары – донъя кимәлендәге майҙанға сығыу. Әйткәндәй, спорт ярышы интернет аша он-лайн режимында ла күрһәтелде.
Спорт сараһының өсөнсө көнөндә Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара билбаулы көрәш федерацияһының тәүге президенты Риф Фәтхелбаян улы Ғайнанов иҫтәлегенә арнап, III халыҡ-ара билбаулы көрәш турниры асылды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, РФ Дәүләт думаһы депутаты, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты ағзаһы Рима Баталова, Билбаулы көрәш федерацияһы президенты Людмила Ғайнанова, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, грек-рим алышы буйынса СССР чемпионы Дмитрий Задверняк, грек-рим алышы буйынса Олимпия чемпионы Морат Карданов һәм башҡалар булды.
Андрей Иванюта сығышында халҡыбыҙҙың милли көрәшенең Азия, БДБ илдәрендә генә түгел, Швеция, АҡШ һәм башҡа бик күп төбәктә лә популярлаша барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғайнановтар ғаиләһенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Заманында Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара билбаулы көрәш федерацияһы президенты, спорт мастеры Риф Ғайнанов был спортты үҫтереүгә, уны бар донъяла танытыуға күп көс һалған (Риф Ғайнанов 1958 йылда тыуған. Татарстандың Әлмәт ҡалаһында физкультура техникумын тамамлағас, ошо йүнәлештә Мәскәүҙә белем ала. Ул грек-рим алышы буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, СССР һәм донъя кубоктарына эйә булған. 1985 − 1992 йылдарҙа грек-рим алышы буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы тренеры була. Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһында бик күп йылдар эшләй, 2003 йылдан Билбаулы көрәш федерацияһы президенты була. 2009 йылда уның ғүмере фажиғәле өҙөлә).
Йәшәү – ул алыш
Алыш бармы? Көрәш бармы? Алыш та, көрәш тә булыр, ныҡлы биллеләргә даны ла тәтер, тигәндән, өсөнсө көнгә еңеүселәрҙең исемдәре асыҡланды. Дөйөм иҫәп буйынса Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урынды алды. Бында яҡташтарыбыҙ тос өлөш индерҙе. Башҡорт спортсылары ике алтын, ике көмөш һәм ике бронза миҙалға лайыҡ булды. Шәхси беренселектә Ғәбдейәлил Сөләймәнов (62 кг, Татарстан), Ринат Еникеев (68 кг, Башҡортостан), Шамил Моҡаев (75 кг, Рәсәй, ҡабарҙа-Балҡар), Евгений Строганов (82 кг, Мордовия), Рөстәм Исламов (90 кг, Башҡортостан), Нурбәк Аканов (100 кг, ҡырғыҙстан), Бовир Тухтасинов (100 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһы, Үзбәкстан) еңеү яуланы.
Классик стилдә Азамат Тхагалелов (62 кг), Харис Мөсәлиев (82 кг), Рөстәм Исламов (90 кг); ирекле стилдә – Ғәбдейәлил Сөләймәнов (62 кг), Денис Мортазин (68 кг), Рәсүл Бостанов (75 кг), Рашид Такеев (82 кг), Илдар Билалетдинов (90 кг) (барыһы ла Рәсәйҙән), Махмуд Миров (100 кг, Тажикстан), Рөстәм Агаев (100 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында, Рәсәй) чемпион булды.
ҡатын-ҡыҙҙар араһында Яржаник Карапетян (52 кг, Әрмәнстан), Сюзанна Жевондян (58 кг, Украина), Марина Гатсаюнеева (66 кг, Әзербайжан), Таисия Киреева (76 кг, Рәсәй), Ирина Лодковская (76 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында, Белоруссия) иң көслө булып сыҡты.
Донъя кубогы тамамланды. Кемгәлер ул яңы офоҡтар асты, ҡайһыларға һабаҡ бирҙе. Бер аҙҙан бил бирмәҫ батырҙар йәнә майҙандар­ға йыйылыр. Риф Ғайнанов әйткәнсә, алышаһың икән, тимәк, йәшәйһең. Тормош – ул үҙе алыш.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына