RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

02.11.2012 ҙур спорт тирәләй

Этә торғас, плей-оффҡа еткереп барабыҙ…
Һуңғы арала «Салауат Юлаев» командаһын тәнҡитләй торғас, Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре, тырышып-тырмашып аҙаҡҡы өс осрашыуҙа рәттән еңеү яулап, турнир таблицаһындағы хәлен бер аҙ яҡшыртты. Тик әле тынысланырға иртәрәк. Сөнки башҡалар ҙа тик ятмай, плей-офф зонаһына теше-тырнағы менән йәбешеп маташа. Алда уйындар ҙа күп. Шуға ла һәр мәрәй барыһына ла ҡәҙерле.
Әлеге осрашыуға ла өфөләргә ҡаршы яралы «Атлант» хоккейсылары сыҡты. Яралы, сөнки был команда быға тиклем туғыҙ уйын рәттән дәғүәселәренә отолоп, баш тренерын отставкаға ла ебәреп ҡараны. Әммә уның урынына ваҡытлыса тәғәйенләнгән Смирнов та әлегә тәрбиәләнеүселәре менән уйындарын яйлай алмай йонсой. Шулай ҙа осрашыу уларҙың уңышлы һөжүме менән башланды, һәм шуның менән тамамланды, тиһәк тә, яңылышмабыҙ. Юлаевсылар уйын буйына тиерлек өҫтөнлөк итте һәм лайыҡлы рәүештә өс мәрәй яуланы. Голдарҙы икешәр тапҡыр Степанов, Паршин һәм өфөләрҙең бомбардиры Мирнов индерҙе. Бөгөнгө көнгә «Салауат Юлаев» командаһы 36 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһының етенсе баҫҡысына күтәрелде.

«Автомобилист», «Лев», «Спартак». Сиратта кем?..

Хоккей буйынса КХЛ беренселеге башланыуға ике ай ваҡыт үтеүгә, ундағы биш клуб етәкселеге, үҙ командаларының сығышына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, баш тренерҙарын отставкаға ебәрҙе. Башта Минскиҙың «Динамо»һы Кари Хейккиляны эшенән бушатһа, «Атлант» командаһы Янис Карлссондан баш тартты. Әле бына яңыраҡ «Автомобилист» Андрей Шаяновтан ғәйеп табып, уны эшһеҙ ҡалдырҙы. Шулай уҡ Чехияның «Лев» клубы ла һигеҙ уйында рәттән отолғас, баш тренеры Йозеф Яндачҡа ишеккә күрһәтте. Хәҙер килеп «Спартак» хоккей командаһы ла Андрей Сидо­ренконан баш тартты.

Премьер-лигала икенсе лидер

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига чемпионатында лидер алмашынды. 13-сө турҙа ЦСКА футболсылары Грозныйҙа быйылғы миҙгелдә уңышлы уйнаған «Терек» командаһын 2:1 иҫәбенә отоп, 30 мәрәй менән турнир таблицаһының үренә менде. Ә бына «Анжи», ҡаҙанда урындағы «Рубин»ға ҡаршы тора алмай, 2:1 иҫәбенә еңелергә мәжбүр булып, икенсе баҫҡысҡа шылды. Ошо мөмкинлекте «Зенит» уйынсылары ла хөкөм итеүсе ярҙамында булһа ла оҫта файҙаланды. Улар Владикавказда «Алания»ны 3:2 иҫәбенә еңеп, өсөнсө урынға күтәрелде. Иҫәп 2:2 булғанда, судьяның хатаһы арҡаһында, ҡунаҡтар еңеү тубын индереп, һис тә уңайһыҙланмай, өс мәрәйҙе үҙ ҡумтаһына һалып ҡуйҙы. «Спартак» чемпионат аутсайдеры − «Мордовия» командаһын 2:0 иҫәбенә отһа, «Динамо» клубы «Крылья Советов»ты 1:0 иҫәбенә еңде. «Локомотив» үҙендә «Амкар»ға 1:2 иҫәбенә бирелеп, өс мәрәй юғалтты.

Туғыҙ урынына – өсәү…

«Өфө»ләргә нимәлер етмәй кеүек. Инде өсөнсө осрашыу рәттән улар дәғүәселәре менән тигеҙ иҫәпкә уйнай. Шуныһы мөһим: өсөнсөһөндә лә осрашыу буйына тиерлек өҫтөнлөк итеп, һуңғы мәлдә генә еңеүен ҡулынан ысҡындыра… Әлеге бәйгелә лә, үҙ майҙанында Әстерхандың «Волгарь» командаһын 1:0 иҫәбенә ота килеп, төп ваҡыт тамамла­ныу­ға өс минут ҡалғанда, уйламаған ерҙән иҫәпте тигеҙләтә һәм йәнә мәрәйҙәрен юғалта. Моғайын, кимәле шул тәжрибәһеҙлектән киләлер инде. Хәҙер Колывановтың тәрбиәләнеүселәре, 18 осрашыуҙан һуң 26 мәрәй яулап, «Нефтехимик» менән 7 − 8-се урындарҙы бүлешә. Ә бит өс мәрәй яулағанда, беҙҙекеләр бишенсе баҫҡысҡа үрмәләй ине.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына