RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

19.10.2012 Ҙур спорт тирәләй

Ыҙалыҡ менән яуланған еңеү
Ҙур спорт тирәләй
Дә-ә… Ошо хәтлем мөмкинлектәре булып та, күпкә көсһөҙөрәк дәғүәсенең ҡапҡаһына юл таба алмай ыҙаландылар.
Рәсәй менән Әзербайжан командалары араһында уҙған осрашыуҙы күҙәткәндән һуң, Фабио Капеллоның тәрбиәләнеүселәрен «Салауат Юлаев» хоккейсылары менән сағыштырырға була. ҡунаҡтарҙы ҡыҫырыҡлап, күпме генә һөжүм итмәһендәр, Әзербайжан уйынсылары һәр ваҡыт дөрөҫ позиция һайлап хужаларға иркенлек бирмәне. Сойорғотҡан туптары ла ҡапҡанан йә яҙа үтте, йә ҡапҡасының үҙенә осоп ҡунаҡланы. Осрашыу буйынса өҫтөнлөк Рәсәй командаһы яғында булһа ла, тигеҙ иҫәп әллә нимәгә өмөт итмәгән ҡунаҡтар өсөн уңай ине. Ваҡыт үтә бара иҫәп «ҡоро» ҡалыр һымаҡ тойолдо. Һәм икенсе осорҙоң урталарында Самедовты алмаштырған етеҙ Быстров төп ваҡыттың 84-се минутында ныҡышлығы менән ҡунаҡтарҙы үҙен тәртип боҙоп туҡтатыр­ға мәжбүр итә. Баш судья Рәсәй командаһы егеттәренә бәхет асҡысы − пенальти тибергә күрһәтә. Һәм Роман Широков илебеҙ командаһына рәттән дүртенсе еңеү килтерә. Шулай итеп, Рәсәй йыйылма командаһы, 12 мәрәй яулап, ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдырып, үҙ төркөмөндә лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө. Киләһе осрашыуын улар 2013 йылдың 22 мартында Төньяҡ Ирландия уйынсылары менән үткәрәсәк. Ирландия тигәндән, улар Португалияға барып, хужаларҙан бер мәрәй тартып алды һәм Рәсәйгә бик ҙур файҙалы эш эшләне. Хатта, тәүге осор уртаһында иҫәпте асып, 80-се минутҡа тиклем өҫтөнлөк итте. Хужалар иҫәпте тигеҙләп кенә еңелеүҙән ҡотолдо һәм йәнә мәрәйҙәрен юғалтты. Ә бына Израиль футболсылары беҙҙең төркөмдәге Люксем­бург командаһын 3:0 иҫәбенә отоп, мәрәйҙәр һаны буйынса Пор­туга­лия менән тиңләште.
«Ғ» төркөмө
У. Е - ү Т. п. Е - леү Т М .
1. Рәсәй 4 4 0 0 8-0 12
2. Израиль 4 2 1 1 10-5 7
3. Португалия 4 2 1 1 6-3 7
4. Т. Ирландия 3 0 2 1 2-4 2
5. Әзербайжан 3 0 1 2 1-5 1
6. Люксембург 4 0 1 3 2-12 1

Башҡа төркөмдәрҙәге осрашыуҙар ҙа бик ҡыҙыҡлы үтте. «С» төркөмөндәге лидер − Германия командаһы үҙендә Швеция футболсыларын 4:0 иҫәбенә ота килеп, һөҙөмтәлә саҡ еңелмәй ҡала. Осрашыу 4:4 иҫәбенә тамамлана. Украина уйынсылары, үҙ майҙанында Черногорияға 0:1 иҫәбенә еңелеп, буласаҡ донъя беренселеге менән хушлашты тиһәк тә була. Испания менән Франция футболсылары үҙ-ара 1:1 иҫәбенә уйнап, мәрәйҙәр бүлеште. Белорустар грузиндарҙы 2:0 иҫәбенә отто. Заманында Рәсәй командаһын донъя беренселегенән төшөрөп ҡалдырған Словения уйынсылары Албанияға 1:0 иҫәбенә бирелде. Андорра − Эстония − 0:1, Латвия − Лихтенштейн − 2:0, Хорватия − Уэльс − 2:0, Чехия − Болгария − 0:0, Румыния − Нидерланды − 1:4, Кипр − Норвегия − 1:3, Босния һәм Герцеговина − Литва − 3:0, Македония − Сербия − 1:0, Венгрия − Төркиә − 3:1, Исландия − Швейцария − 0:2, Словакия − Греция − 0:1, Сан-Марино − Молдавия − 0:2, Австрия − ҡаҙағстан − 4:0, Бельгия − Шотландия − 2:0, Италия − Дания − 3:1, Польша – Англия – 1:1.

14 йылдан һуң Европаға юл астылар

Футбол буйынса үҫмерҙәр араһында 2013 йылда буласаҡ Европа беренселегенең финал бәйгеһенә эләгер өсөн уйындар үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы, Чехия йәштәре менән ике рәт осрашып, 14 йылдан һуң, ниһайәт, Европа чемпионатының финал стадияһына сыҡты. Башта Николай Писаревтың тәрбиәләнеүселәре Чехияла урындағы команданы 2:0 иҫәбенә еңгәс, икенсеһендә көскә 2:2 иҫәбенә таралышты. Уҙған уйында чехтар бар көсөн һалып, хужаларҙы ҡыҫырыҡлап, бер мәл алға сыҡты. Һәм төп ваҡыттың 80-се минутында Рәсәй составында сығыш яһаған «Өфө» клубы уйынсыһы Юрий Кириллов иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Ошо күрһәткес Рәсәй үҫмерҙәренә ике уйын һөҙөмтәһе буйынса Израилдә буласаҡ Европа чемпионатына юл асты.

«Өфө» туғыҙ уйынсыһы менән еңде

«Өфө» футбол командаһы һуңғы осорҙағы уңышһыҙ сығышынан һуң, ниһайәт, еңеү яуланы.
Улар Рәсәй беренселегенең сираттағы осрашыуында Новокузнецкиҙа урындағы «Металлург-Кузбасс» клубын 1:0 иҫәбенә отто. Ғөмүмән, уйын ҡунаҡтар өсөн әллә ни ыңғай башланманы. Икенсе осор башында Азамат Засеев тәртип боҙоп, уйындан ситләштерелһә, һуңынан Андрей Смирнов та шул уҡ тырмаға баҫып, осрашыуҙы ситтән күҙәтергә мәжбүр булды. Шулай булһа ла, Игорь Коловановтың тәрбиәләнеүселәре, футбол майҙанында туғыҙ футболсы ғына ҡалып, хужаларға иҫәпте тигеҙләтеүгә форсат бирмәне. Хәҙер «Өфө» командаһы 23 мәрәй менән турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысына күтәрелде. Киләһе уйынын яҡташтарыбыҙ үҙ майҙанында «СКА-Энергия» клубы менән уҙғарасаҡ. СКА иҫәбендә − 29 мәрәй һәм өсөнсө урын. Әлегә «Томь» – лидер (33 мәрәй).

Ниһайәт, Өс мәрәй

«Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы өс уйында рәттән дәғүәселәре менән еңеүсене буллит серияһында асыҡлағас, был юлы дәғүәсеһе менән эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булды.
Тәүге осорҙа уҡ Чехияның «Лев» командаһы ҡапҡаһына өс яуапһыҙ шайба индереп, осрашыуҙы төп ваҡытта тамамларға ниәт ҡылды. Иҫәпте үҙ файҙаһына йәнә арттырырға булыр ине лә, әлеге лә баяғы беҙҙекеләр мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алманы. ҡунаҡтар ҙа үҙ зонаһында бикләнергә ашыҡманы, тырышлыҡтары менән иҫәпте ике шайбаға ҡыҫҡартты. Йәнә өҫтәмә ваҡыт, йә булмаһа, буллит ҡурҡынысы янаны. Шулай ҙа тәжрибәле һөжүмсе Александр Свитов «Лев»тың ҡапҡаһын дүртенсе шайба менән сылатып, еңеүҙе нығыта төштө. Чехия ҡунаҡтары бер ҙә бирешергә теләмәй, төп ваҡыт тамамланыуға биш минут ҡалғанда ҡапҡасыларын алтынсы уйынсыға алмаштырып, хужаларҙың ҡапҡаһына ябырылды. Өфөләр оҫта һаҡланды һәм осрашыуҙы еңеү менән тамамланы. Шулай итеп, юлаевсылар быйылғы миҙгелдә 18 турҙан һуң, ниһайәт, бишенсе еңеү яуланы. Хәҙер улар, 27 мәрәй яулап, үҙ конференцияһының етенсе баҫҡысын биләй. Юғарыла − «Трактор» (34 мәрәй). ҡалған осрашыу­ҙарҙа һөҙөмтәләр ошондай: «Авангард» − «Спартак» − 5:3, «Барыҫ» − «Донбасс» − 6:1, «Югра» − «Динамо» (Рига) − 4:3, Автомобилист» − «Локомотив» − 3:4 ( От. ), «Трактор» − «Торпедо» − 6:3, «Металлург» (Мг.) − «Атлант» − 3:1, «Аҡ барс» − ЦСКА − 5:2, «Северсталь» − «Слован» − 6:0, «Динамо» (Минск) − «Витязь) − 3:1.
Киләһе уйынын Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре йәкшәмбелә Новокузнецкиҙа урындағы «Металлург» менән уҙғарасаҡ. 23 октябрҙә Хабаровскиға осһа, кесе йомала Новосибирскиҙа ҡунаҡ буласаҡ.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына