RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

05.10.2012 Ҙур спорт тирәләй

Эш былай барһа, плей-офф хыялда ғына ҡаласаҡ
Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең өс осрашыуын «Салауат Юлаев» командаһы ситтә уҙғарҙы.
Башта СКА хоккейсыларына ҡаршы сыҡһа, һуңынан Мәскәүҙең «Ди­намо»һы ҡунаҡ итте. Ә инде өсөнсөһөндә алыҫ Латвияның «Динамо» клу­бы менән осрашыуға барҙы. Нишләйһең, уңышһыҙ башланғыс был юлы ла урап үтмәне. Беҙҙекеләр сәфәр­ҙән ни бары өс кенә мәрәй менән әйләнеп ҡайтты. Санкт-Петербургта бөтөнләй мәсхәрәгә ҡалдылар. Хужалар уларҙы 7:2 иҫәбенә ҡыйратты. Мәскәүҙә иһә, әҙерәк кенә булһа ла көйәрмәндәр алдында яуаплылыҡ тойоп, юлаевсылар хужаларға хәлдәренән килгәнсә ҡаршылыҡ күрһәтте һәм тик буллит серияһында отолдо. Буллит тигәндән, өфөләр уны нисек һуғырға икәнен онотто, буғай. Хәҙер нисәмә уйында инде улар шуның арҡаһында еңелеү кисерә. Ярай, бер мәрәй булһа ла яулай алдылар.
Ригала ла осрашыу бик ҡыҙыу үтте. Латыштар өфөләрҙе бөтә яҡлап ҡыҫырыҡланы. Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре тәгәрмәстәге тейен кеүек ҡайҙа барырға белмәне. Бында ла иҫәп ҙур булыр ине, әгәр ҡапҡасыбыҙ оҫта тормаһа. Командала тактика аҡһай. Бәйләнеш юҡ тиерлек. Ғөмүмән, тренерҙың эше күренмәй һымаҡ тойғо ҡалды. Өфөләр үҙҙәренең тырышлығы арҡаһында еңелеүҙән ҡотолоп, өҫтәмә ваҡытта һөжүмсе Мирновтың шәхси оҫталығы юлаевсыларға кәрәкле ике мәрәй килтерҙе. Бында ла бит эш буллитҡа бара ине.
Шулай итеп, ауыр сәфәрҙән һуң, «Салауат Юлаев» командаһы әлегә 12 уйында бары 16 мәрәй йыйып, үҙ конференцияһының етенсе баҫҡысында йәбешеп тора. Киләһе осрашыуын өфөләр үҙ майҙанында бөгөн Түбәнге Каманың «Нефтехимик» хоккейсылары менән үткәрә.

«Анжи» күпкә өмөт итмәксе

Футбол буйынса Премьер-лига командаларының унынсы туры үткәйне.
Чемпионат лидеры – ЦСКА клубы, тур­нир таблицаһының 12-се баҫҡысында барған «Динамо» футболсыларына 0:2 иҫәбенә отолоп, позицияһын бер баҫҡысҡа юғалтты. Ә бына «Анжи» быны оҫта файҙаланып, юғары урынға күтәрелде. Улар «Волга» командаһын 2:1 иҫәбенә еңде. Хәҙер Гус Хиддинктың тәрбиәләнеүселәре 23 мәрәй яулаһа, ЦСКА-ла – 21 мәрәй. Өсөн­сө урында килгән «Локомотив» «Зенит» уйынсылары менән 1:1 иҫәбенә дуҫтарса айырылышып, мәрәйҙәр бүлеште. Тимер юлсылар иҫәбендә 20 мәрәй булһа, Рәсәй чемпионы әлегә 18 мәрәй яулап, етенсе баҫҡыста урын алды. «Терек» менән «Спартак» 16-шар мәрәй менән 4 – 5-се урындарҙы бүлешә. Турнир таблицаһының түбәнге өлөшөндә «Волга» клубы менән «Мордовия» 4-шәр мәрәй яулап, төпкөлдә урын алған.

Ун бер ҡаланың исемлеге раҫланды

Рәсәйҙә 2018 йылда буласаҡ футбол буйынса донъя беренселеге уйындары үтәсәк 11 ҡаланың исеме билдәле булды.
Осрашыуҙар Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Түбәнге Новгород, ҡазан, Һамар, Волгоград, Дондағы Ростов, Сочи, Саранск һәм Екатеринбург ҡалаларында уҙасаҡ. Иң ҡыҙығы шул: әле күптәренең футбол майҙандары юҡ, дөрөҫөрәге, улар төҙөлөү өҫтөндә.

Йәһәт кенә, ыңғай ғына булмай шул…

Юғары лигала дебют яһаусы «Өфө» футболсылары тәүге мәлдән үк юғары темп алып, иғтибарҙы йәлеп итте.
Нисек итмәһен инде, ул хатта бер мәл лидерҙар рәтенә һыйынғайны. Тур үтә бара, күрәһең, тәжрибәле ағайҙар кемлеген күрһәтеп, уларҙы яйлап ҡыҫырыҡлай башланы. Әлеге уҙған 13-сө турҙағы уйын шул хаҡта һөйләй. Чемпионат лидеры «Урал» командаһы «Өфө» клубын 4:0 иҫәбенә отоп, киләсәктә тормоштоң улар өсөн былай ғына ыңғай бармаясағына ишара яһаны. Әлегә «Өфө»ләр 20 мәрәй менән турнир таблицаһының етенсе баҫҡысына төштө.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына