RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әбйәлилдә марадоналар тәрбиәләнә

31.07.2012 Әбйәлилдә марадоналар тәрбиәләнә

Әбйәлилдә марадоналар тәрбиәләнә
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр. Минеңсә, был фекерҙең киреһе лә ысынбарлыҡҡа тап киләлер. Әгәр уйҙарың саф, таҙа, ҡуйған маҡсатыңа ғәҙел, тура юл менән бараһың икән, үҙең дә насар ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға теләйһең, башҡаларҙы ла үҙең артынан әйҙәй беләһең.
Һүҙҙәремдең раҫ икәнен тулыһынса Илгиз Исламов атлы егет иҫбат итә. БДУ-ның химия һәм технология факультетын уңышлы тамамлап, хәҙер, Нефть химияһы һәм катализ институтында аспирантурала уҡып йөрөү менән бер рәттән, йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Ә бит былтыр кәләш тә алып ебәргән. Спортҡа мөкиббән киткән егет йыл да тыуған ауылы Байымда (Әбйәлил районы) күршеләш ятҡан ауылдар араһында футбол ярыштары уҙғара. Турнир ойоштороусының мәрхүм атаһы Илшат ағай Исламов иҫтәлегенә үткәрелгәнен әйтһәк, бының яҡшы, файҙалы эш булыуы өҫтөнә изге ғәмәл дә икәне асыҡлана.
Турнир Илгиздең үҙ инциативаһы менән старт алып ебәрә.
– Был ниәт миңә ҡапыл ғына килде лә ҡуйҙы. Элекке йыл яҙғыһын ошондай уҡ ябай көндөң бер кисендә йоҡларға ятҡас: «Яҡын тирәләге ауылдар­ҙа футболды оҫта уйнаусылар байтаҡ та инде (мәктәптәр араһында уҙғарыл­ған ярыштарҙан алып беләм), ә ниңә уларҙы ысын турнирҙа осраштырмаҫҡа?! Шәп була бит!» – тигән уй инде лә, күңелде оторо ярһытып ебәр­ҙе, – тип тап әлегеләй итеп кисереп һөйләй уңған егет.
Уйлаған – уйын тормошҡа ашырған. Иртәгәһен үк кубок һатып ала (үҙ аҡсаһына), «фәлән көндө Байымда футбол турниры үтә, ауыл командаларын көтәбеҙ» тип яҙып, ауылдар буйлап иғландар йәбештереп сыға. Тәғәйен көндә 7 ауылдан 8 команда килә! Бына һиңә көтмәгәндә ҡанатланған уй!
Илшат Исламов исемендәге кубок өсөнсө йыл уйнатыла. География ла йылдан-йыл киңәйә бара. Быйыл командалар 11 ауылдан килгән. Тимәк, ярыштың күҙгә күренгән һөҙөмтәһе бар. Уйындың популярлығы ла арта бара.
– Бындай саралар һәр яҡтан отош­ло. Беренсенән, сәләмәт тормош пропагандалана. Ярыш булды ла онотолдо түгел. Командаларҙың оҫталығы йылдан-йыл үҫә барыуын күҙ уңында тотһаҡ, уларҙың ауылда даими тренировка алып барыуҙары тураһында әйтергә мөмкин. Уларҙың уйынын күреп, ауылдың башҡа балалары, үҫмерҙәре, йәштәре футболға тартыла. Бүтән төр уйындар ҙа ойошторолалыр. Икенсенән, буш ваҡыт файҙалы үтә. Компьютер һәр йортҡа ингән заманда балалар экранға төбәлеп тик ултырмай, саф һауала хәрәкәт итә, ысын аралашыу алып бара. Өсөнсөнән, иң ҡыуаныслыһы – спорт яратҡан кеше насар ғәҙәттәрҙән ситтә тора, теләһә ниндәй ҡотҡоларға бирелмәй, ылыҡмай. Күптәр, ҡараңғы төшкәс, уйындан арып-талып ҡайтып, тәмле йоҡоға тала, ә бәғзеләр ошо ваҡытта эсергә, тартырға урамға сыға… – тип бер тауыштан яуап бирә ярышта ҡатнашыусылар.
Турнирҙың маҡсаты булып шулай уҡ ауылдар дуҫлығын булдырыу һәм үҫтереү, йәштәрҙең аралашыуын нығытыу, һәр бер кешене сәләмәт тормошҡа саҡырыу тора. Дуҫлыҡ тигәндәй, ҡалаларҙа уҡып йөрөгән студенттар белә: сит ерҙә яҡташыңдың ҡәҙере арта, бергәрәк булырға тырышаһың.
– Беҙҙең күбебеҙҙе ошондай конкурс-ярыштар таныштырҙы. Һуңынан бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Бер ҡалала уҡыһаҡ, даими осрашабыҙ, ятаҡта йәшәһәк, бер бүлмәгә эләгергә тырышабыҙ, фатир булһа, бергә торабыҙ. Ғөмүмән, ниндәй мәлдә лә бер-беребеҙгә таянабыҙ. Ә ауылға ҡайтһаҡ, үҙ-ара ярыш ойошторабыҙ, – ти бөтәһе лә.
Өс йыл рәттән Яңы Балапан командаһы алдынғылыҡты бирмәй. Турнир ҡағиҙәһе буйынса, еңеүсе командалар­ға күсеп йөрөй торған кубокты, шулай итеп, яңы балапандар бөтөнләйгә үҙҙәрендә ҡалдырыу хоҡуғы алды быйыл. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ташбулат һәм Аһылай ауылдары бүлеште. Турнир, ялан берәү генә булыу сәбәпле, бер көндә уйнатыла. Күберәк командаларҙы саҡырыу мөмкинлегенә лә ҡамасаулай был. «Алла бирһә, киләһе йылға икенсе ялан да әҙерләп ҡуйырбыҙ, сөнки ҡатнашырға теләүселәр арта бара», – ти Илгиз. Иң яҡшы ҡапҡасы, һөжүм итеүсе, иң ҡәҙерле уйнаусы, иң йәш ҡатнашыусы, иң ғәҙел арбитр номинациялары буйынса дәртләндереү приздары бирелә.
Турнирҙы ойоштороусы Ришат Лоҡман улы Исламовҡа, Ғәфүр Әйүп улы Хөсәйеновҡа, Самат Зөлфәр улы Мәхийәновҡа, Марат Хәлим улы Нафиҡовҡа (бөтәһе лә Байым ауылынан, шәхси эшҡыуарҙар) матди яҡтан ярҙам һәм ярышты уҙғарыуҙа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерә. Айырым рәхмәтен, әлбиттә, ғаиләһенә еткерә. «ҡатнашыусылар булмаһа, минең ниәтем ни торор ине?..» – ти үҙе.
Бына бит, «Айыҡ ауыл» хәрәкәтен ойошторған әбйәлилдәр араһында спортты популярлаштырған йәштәр ҙә бар. Ниәтен уйлап тормай бойомға ашырған, шул рәүешле һау-сәләмәт, сәмле тормош алып барыуҙы пропагандалаған Илгиз Илшат улы Исламовҡа маҡтауҙан башҡа һүҙҙәр әйтеп тә булмай. Үҙ көсөңә ышаныу ғына кәрәк, барыһы ҡулыңдан килә бит ул. Илгиздән үрнәк алайыҡ.

Фәиз ХАРРАСОВ.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына