RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Остаз остаз инде

24.07.2012 Остаз остаз инде

Остаз остаз инде
Финалда Стәрлетамаҡ батыры Алик Яҡупов үҙ уҡыусыһын еңеп, Башҡортостан чемпионы булды
Йола буйынса, республикала һабантуйҙар тамамлан­ғас, көрәш батырҙары бер урынға йыйылып, үҙ-ара көс һынаша. Быйыл да Өфөнөң «Динамо» стадионына Башҡортостандың һәр төбәгенән бил бирмәҫ батырҙар йыйылды. Көрәш майҙаны гөрләп торҙо был көндө.

Һабантуй батырҙарын тәбрикләргә һәм, әлбиттә, дәртләндерергә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, милли көрәш һәм билбау көрәше буйынса федерация рәйесе, Рәсәй чемпионы Вәкил Ильясов һ.б. килгәйне.
Республика чемпионы исеменә 100-гә яҡын көрәшсе көс һынашты. Улар араһында көрәш буйынса донъя чемпионы Рәдиф Аҡсурин, билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Альберт Рәхмәтуллин, өс тапҡыр донъя чемпионы Юрий Сабановтар ҙа бар ине.
Рәсәйҙең көрәш буйынса өс тапҡыр чемпионы булған Стәрлетамаҡ батыры Алик Яҡупов менән уның уҡыусыһы, Мәләүездән Альберт Рәхмәтуллиндың майҙанда осрашыуы бигерәк тә һоҡландырғыс тамаша ине. Ике көрәшсенең бер-береһенә бил бирмәй, таһыллыҡтарын оҫта күрһәтеүе барлыҡ тамашасының иғтибарын яуланы. Шулай ҙа тәжрибә үҙенекен итте – остаз уҡыусыһын еңде һәм республиканың абсолют батыры исемен Алик Яҡупов алды. Уға чемпионаттың төп бүләге – автомобиль тапшырылды.
Дөйөм командалар күрһәткесенә килгәндә, Өфө көрәшселәре беренсе урын алды, икенселә – Салауат районы, өсөнсөлә – Ауырғазы батырҙары.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына