RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Егеттәр туп артынан һикереп «үҫә»

05.06.2012 Егеттәр туп артынан һикереп «үҫә»

Егеттәр туп артынан һикереп «үҫә»
Асҡар волейболсылары Магнитогорск металлургия комбинаты кубогын яуланы
– Һа, бына колхозсылар ҙа килеп етте, хәҙер тиҙ генә ҡайтарып ебәрәбеҙ беҙ уларҙы, – тип әсе көлөм­һөрәп ҡаршылай Магниттың һауалы волейболсылары Әбйәлил спортсыларын. Был һүҙҙәрҙе егеттәребеҙгә ишетеүе бер ҙә еңелдән булмағандыр, әммә улар һәр әйтелгән һүҙгә абынып ята торғандарҙан түгел. Киреһенсә, ихтыяр көсөн йоҙроҡҡа йомарлап, үҙ-үҙҙәрен эстән ҡеүәтләп, ярыш майҙанына сәмләнеп сығалар.
– Магнитогорск металлургия комбинаты кубогы өсөн ярышта ҡырҡ биш команда ҡатнашты, – тип һөйләй волейболсылар командаһы тренеры Ирек Мусин. – Октябрҙән алып ҡыҙыу ярыштар барҙы. Ун алты команда составында плей-оффҡа сыҡҡас, эй ҡыуандыҡ. Беҙ бит, саҡырғас, барайыҡ, баш тартмайыҡ, нисек уйнағандарын күрәйек, тәжрибә артыҡ ҡамасауламаҫ, тип кенә барғайныҡ. Ярыштар һуңында дүрт команда тороп ҡалғас, исмаһам, өсөнсө урынды яулайыҡ әле, тип дәртләндек. Аҙаҡ, икенсе урын да беҙҙең өсөн мәртәбә, тип өмөтләндек. Ә инде барыһын да артта ҡалдырғас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Егеттәребеҙ сәмле бит ул!
Бына шулай сәмләнә торғас, Әбйәлил егеттәре ҡаланыҡыларҙы һемәйтә һәм Магнитогорскиҙа волейболдың һикһән йыллығы айҡанлы мәҙәниәт һарайында үткәрелгән тантанала уларҙың түшен алтын миҙал биҙәй. Ошоғаса магниттар бер ваҡытта ла кубокты ҡулдарынан ысҡындырмағас, эстәре бошһа ла бошҡандыр. Ләкин асҡар­ҙар лайыҡлы рәүештә еңеү яулай, тел тейҙерерлек түгел. Бер команданың тренеры үҙенең тәрбиәселәренә, башҡорттарҙан үрнәк алығыҙ, ана, нисек итеп һәр туп өсөн көрәшәләр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Ысынлап та, Илмир Бүләкбаев, Руслан Илһамов, Таһир Сәйфуллин, Заһир Ғиниәтов, Венер Боҫҡонов, Артем Хәмитов, Денис Гәрәев, Дима Комаров, Илнур Мусин, Тимур Йыһаншин, Рәсүл Мәғәфүров осрашыуҙарҙа илке-һалҡы уйнамай, бер тупты ла иҙәнгә төшөрмәҫкә тырыша.
– Магниттыҡылар электән көслө волейболсылары менән дан тота, шуға ла беҙ улар менән уйнап, ҙур тәжрибә тупланыҡ, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Руслан Илһамов. – Һөҙөмтә­ләр­ҙе яҡшыртҡың килһә, гел шулай төрлө-төрлө ярышташтар менән көс һынашыуың зарур. Турнир юғары кимәлдә ойошторолоуы, оҫта волейболсыларҙың уйындары менән иҫтә ҡалды. Республиканың данын яҡлап, һынатмауыбыҙға ҡыуанабыҙ. Тренерыбыҙ Ирек Әғзәм улына, Әбйәлил районы хакимиәтенә ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Еңеүселәр, кубокты яуланыҡ та, шуның менән вәссәләм, тип тормай, күнекмәләрен дауам итә. Сөнки бер урында тапанғың йә артта ҡалғың килмәһә, гел генә алға – камиллыҡҡа ынтылыуың мотлаҡ. Уларҙы ҡотларға барғас, береһенән-береһе буйсан егеттәр икәнен күреп, яндарына артыҡ яҡынламаныҡ (улар янында тороп, кемдең үҙен кәрлә итеп тойғоһо килһен!). Заһир Ғиниәтовтың (буйы 190 см), уйын барышында туп артынан һикереп үҫәбеҙ, тип әйтеүендә хаҡлыҡ барҙыр, моғайын. Туп артынан һикереп, буйға ғына түгел, ә оҫталыҡта ла үҫә егеттәр. Асҡар спортсылары һымаҡ ҡарағайҙай булырға теләүселәр, «Растишка» ашап, кишер кимереүҙән тыш, волейбол уйыны менән дә дуҫлаша ала. Республикабыҙ саңғысылары, көрәшселәре, шашкасылары менән генә түгел, волейболсылары менән дә йылдан-йыл данланһын әйҙә.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына